Ҙур ҡарабаш сарлаҡ
Ҙур ҡарабаш сарлаҡ (лат. Larus ichthyaetus) — сарлаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош.
Ҙур ҡарабаш сарлаҡ | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
![]() | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Larus ichthyaetus Pallas, 1773 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
![](../I/Larus_ichthyaetus_MHNT.ZOO.2010.11.127.7.jpg.webp)
Ҡылыҡһырлама
Бөтә Ер шарында таралған. Күсмә ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 57—60 см, ауырлығы — 2 кг тиклем, ҡанатының ҡоласы — 170 см тиклем. Башы бәрхәт-ҡара төҫтә, күҙе тирәләй ҙур булмаған аҡ таптары бар, күҙ ҡабағының ситтәре сағыу ҡыҙыл. Суҡышы һары, осона табан ҡыҙыл төҫтә, ҡара таҫмалы. Арҡаһы күкһел һоро, ҡанат остары ҡара. Муйыны, ҡойроҡ өҫтө, ҡойроғо һәм ҡорһағы аҡ. Аяғы һары йәки йәшкелт һары. Йәш ҡоштарҙың башы асыҡ төҫтә, кәүҙәһенең өҫкө өлөшө көрәнһыу һоро (ҡауырһын остары асыҡ төҫтә), аҫты — аҡ. Моногам.
Үрсеүе
Колониялар менән оя ҡора. Ояһы — ылымыҡтар менән үлән түшәлгән бәләкәй соҡор. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ғәҙәттә 3 һорғолт шәмәхә һәм ҡарағусҡыл таплы һарғылт йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 25—29 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош.
Туҡланыуы
Балыҡ, ҡайһы берҙә ваҡ кимереүселәр, бөжәктәр, һыу ҡоштарының балалары менән туҡлана.
Йәшәйеше
Ярымсүл, дала, һирәгерәк урманлы далаларҙың тоҙло һәм аҙ тоҙло күлендә, һыуһаҡлағыстарҙа тереклек итә. Йылы яҡҡа киткәндә-ҡайтҡанда, күсеп йөрөгәндә Башҡортостан Республикаһы Ҡарағайлы, Сыбаркүл, Талҡаҫ күлдәренең тирә-яғында осрай. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: Черноголовый хохотун 2018 йыл 22 март архивланған.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы популяция тергеҙелә | |
Төр тураһында мәғлүмәт Ҙур ҡарабаш сарлаҡ ИПЭЭ РАН сайтында |