Ғәүрәт

Ғәүрәт (ғәр. عورة — йәшерелергә тейеш ағза, енси ағза)[1] — мосолмандар башҡалар алдында ҡапларға тейешле ағзалар. Ҡатын-ҡыҙ өсөн йөҙөнән, ҡул суҡтарынан башҡа тотош ағзалары ғәүрәт һанала, ир-ат өсөн — кендек менән тубыҡ араһы тулыһынса, кендек менән тубыҡ ғәүрәткә инмәй.

Ҡытай. Һами. Синьцзян провинцияһы. Мөслимә. 1875 йыл
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ҡатын ҡыҙ ғәүрәте

Намаҙ ваҡытында

Сөнни ғөләмәләрҙең күпселегенең фекере буйынса, намаҙҙа ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнән һәм ҡул суғынан башҡа ағзалары ғәүрәт һанала. Хәнәфи мәҙһәб буйынса, йөҙө, ҡул суҡтары һәм аяҡ башынан башҡа урындары ғәүрәт тип һанала[2].

Ят ир-ат алдында

Сөнни ғөләмәләрҙең күпселегенең фекере буйынса, ят ир-ат алдында ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнән һәм ҡул суғынан башҡа ағзалары ғәүрәт һанала. Мәхрәм булмаған ир-атҡа кәүҙәнең был өлөштәренә ҡарарға рөхсәт, әммә енси нәфселәнмәй генә[2].

Мәхрәмдәр алдында

Ҡатын-ҡыҙ үҙенең мәхрәмдәре алдында йорт шарттарында даими ҡаплап йөрөп булмаған ерҙәрен ҡапламай күренергә рөхсәт ителә.[2].

Мөслимәләр алдында

Ҡатын-ҡыҙ бер-береһе алдында тубыҡтан кендеккә тиклем ағзаларын йәшерергә тейеш. Тәндең башҡа ерҙәренә енси теләк менән ҡарамағанда ғына ҡарарға рөхсәт ителә.[2].

Мөслимә булмағандар алдында

Сөнни ғөләмәләрҙең күпселегенең фекере буйынса, мөслимә булмаған ҡатындарҙың кендек менән тубыҡтар араһындағы ағзалар ғәүрәт һанала. Мөслимә булмаған ҡатын-ҡыҙ алдында мөслимә ҡатын-ҡыҙҙың ғәүрәте тураһында фекерҙәр айырыла. Ҡайһы бер ғалимдар улар өсөн мөслимәләрҙең йөҙөнән һәм ҡул суғынан башҡа ағзалары ғәүрәт тип һанай. Икенселәре фекеренсә, тубыҡтан кендеккә тиклем ағзалары йәшерен булырға тейеш. Өсөнсөләре мәхрәмдәр алдындағы кеүек тип һанай[2].

Балалар һәм балиғ булмағандар алдында

Ҡайһы бер хәнбәли һәм шәфиғи ғалимдар фекеренсә ҡатын-ҡыҙ матурлығын аңлау йәшенә еткән балалар алдында мәхрәмдәр алдындағы кеүек кейенергә рөхсәт ителә[2].

Ир-ат ғәүрәте

Ир-атҡа бер-береһенең кендектән алып тубыҡҡа тиклемгенән башҡа ағзаларына ҡарарға рөхсәт ителә[2].

Ғәүрәт тураһында аяттар

« Мөьмин ирҙәргә әйт: улар (хәрәмгә) күҙен йомһон, оят ерен ҡаплаһын. Улар өсөн был таҙараҡ. Ысынлап та, уларҙың ни эшләгәнен Алла белеп тора!

Мөьминә ҡатындарга әйт: улар күҙен йомһон, оят ерен ҡаплаһын, күренеп торған зиннәттәренән башҡа зиннәтен күрһәтмәһен, иҙеүендәге ярыҡты бөркәнсәге менән япһын. Үҙенең иренән, атаһынан, ҡайнынан, уландарынан, иренең уландарынан, ағай-энеһенән, ағай-энеһенең уландарынан, апай-һеңлеһенең уландарынан, эргәһендәге ҡатындарҙан үҙҙәренең уң ҡулдары биләгән (ҡол) ирҙәрҙән, теләге булмаған хеҙмәтсе ирҙәрҙән, яланғас ҡатындың ни икәнен аңламаған сабыйҙарҙан башҡа кешегә зиннәттәрен күрһәтмәһен. Ниндәй зиннәте бар икәнен белдерерлек итеп аяҡтарын ҡуймаһын. Бөтәгеҙ ҙә Аллаға тәүбә ҡылығыҙ. Эй, мөьминдәр, бәлки, бәхетле булырһығыҙ!

Ән-Нур 24:30, 31
»
« Әй, Пәйғәмбәр! Ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм бар​са мөьминәләргә әйт, (йомош менән урамға сыҡҡанда) өҫ кейемдәрен яҡшылап бөркәнһендәр. Был — (уларҙың затлы нәҫел ҡатыны икәнен) таныһындар һәм рәнйетмәһендәр өсөн бик тә ҡулай эш. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм миһырбан эйәһе.
Әл-Әхзәб 33:59 (башҡортса;)
»


Иҫкәрмәләр

  1. Ҡалып:Арабско-русский словарь
  2. М. Магомедов Аврат женщины. 2012 йыл 7 июнь архивланған. / Al-Azhar.Ru

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. Аурат // Исламский энциклопедический словарь. М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • ʿAwra // Encyclopaedia of Islam, First Edition (1913—1936). Brill Online

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.