Ғәнимәт

Ғәнимәт (ғәр. غنيمة; рус. Гани́ма) — кафырҙар менән мосолмандар алышы барышында яулап алынған табыш, трофейҙар. Ғәнимәт һүҙе Ҡөрьәндә Әл-Әнфәл сүрәһе башында телгә алына. Әл-Хәшр сүрәһенең 6 һәм 7 аяттарында хәрби табыш мәғәнәһендә фәй һүҙе ҡулланыла[1].

Ғәнимәт

Улар һинән һуғыш табышы тураһында һорай. Әйт: «Табыш Аллаһтыҡы һәм рәсүлдеке. Әгәр иман килтергән булһағыҙ, Аллаһтан ҡурҡығыҙ, үҙ арағыҙҙа төҙөклөк булдырығыҙ һәм Аллаһҡа, Уның рәсүленә буйһоноғоҙ!»

Тарихы

Табышты бүлеү тураһындағы күрһәтмәләр Бәҙер һуғышынан һуң йәки бер нисә йылдан һуң төҙөлә [2]. Шунан һуң Әл-Хәшр сүрәһе иңгән. Тап шул осорҙа Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәнимәт малды (трофейҙы) бүлешкәндә бишкә бүлеү тураһында ҡарар сығара. Ул ғәнимәт малдың иң ҙур өлөшөн — мөһәжирҙәргә, ҡайтышыраҡ итеп — ансарҙарға, шунан ҡалғанын ғына йәмәғәттең башҡа ағзаларына бүлеп биреүҙе индерә.

Бишенсе өлөш Мөхәммәт Пәйғәмбәргә, уның яҡындарына, мохтаждарға һәм етемдәргә ҡала. Мөхәммәт пәйғәмбәр үлгәндән һуң был өлөш ислам дәүләте милкенә күсә һәм дәүләт ихтыяждары өсөн тотонола. Хаҡ хәлифәләр Әбү Бәкер һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб трофейҙарҙың биштән бер өлөшөн 3 өлөшкә бүлгәндәр һәм уларҙы мохтаждарға, етемдәргә һәм мосафирҙарға таратҡандар[3].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  • Большаков О. Г. Ганима // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 54. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Ганима // Исламский энциклопедический словарь. М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.