Ғәмир әш-Шәғәби

Ғәмир ибн Шәрәхил әш-Шәғәби (ғәр. عامر بن شراحيل الشعبي; 641, Әл-Күфә, хәҙ. Ираҡ — 723, Әл-Күфә, хәҙ. Ираҡ) — боронғо тәбиғиндәрҙең береһе, билдәле ғалим, мөхәддис һәм фаҡиһ (хоҡуҡ белгесе).

Ғәмир әш-Шәғәби
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 641
Тыуған урыны Әл-Күфә, Ираҡ
Вафат булған көнө 723
Вафат булған урыны Әл-Күфә, Ираҡ
Һөнәр төрө Фаҡиһ, хоҡуҡ белгесе, тарихсы, Ҡаҙый, илсе, Раүи (хәҙис)
Эшмәкәрлек төрө Шәриғәт
Биләгән вазифаһы Ҡаҙый
Уҡыусылар Катада ибн Диама[d], Абу-Исхак аш-Шайбани[d], Тауба аль-Анбари[d] һәм Әбү Хәнифә
Кемдә уҡыған Ғабдулла ибне Мәсғүд, Әнәс ибн Мәлик һәм Абу Абдуррахман ас-Сулями[d]

Биографияһы

Ғәмир әш-Шәғәби 641 йылда Әл-Күфәлә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб идара иткән осорҙа тыуған. Сығышы менән Йәмәндән. Уны хәмдән ырыуының бер тармағы шәғәб нәҫеленән булараҡ, әш-Шәғәби тип йөрөткәндәр [1].

Вафатына ҡағылышлы фекер айырымлыҡтары бар. Риүәйәттәрҙең күпселеге буйынса, ул 723 йылда Әл-Күфәлә вафат булған[2].

Дини эшмәкәрлеге

Ғәмир әш-Шәғәби ислам хоҡуғы һәм хәҙистәрҙе өйрәнеү фәндәре буйынса бөйөк ғалим. Ул Әбү Хәнифә имамдың төп уҡытыусыларының береһе була [3].

Ғәмир әш-Шәғәби тәфсиргә бик һаҡлыҡ һәм иғтибар күрһәтә. Уның аяттарға аңлатмалары Мөхәммәт Пәйғәмбәр сөннәтенә таяна.

Ғәмир әш-Шәғәбиҙең хәтере феноменаль булған. Ул бер нәмә лә яҙып алмаған, әммә, шуға ҡарамаҫтан, үҙе ишеткән бөтә хәҙистәрҙе яттан белгән[4].

Ғәмир әш-Шәғәби 500-ҙән ашыу сәхәбәне күреп өлгөргән[5]. Ул Али ибн Әбү Талип, Сәғд ибн Әби Үәҡҡас, Сәғит ибн Зәйет, Зәйет ибн Сабит, Әбү Муса әл-Әшғари һәм башҡа бик күптәрҙән хәҙис отоп ҡалып, тапшырған[6].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Аль-Хатиб аль-Багдади. Тарих Багдад.
  • Мухаммад аз-Захаби. Тазкира аль-хуффаз.
  • İslam Alimleri Ansiklopedisi. — İstanbul: Türkiye Gazetesi Yayınları, 1984. — Т. 2.
  • Хейраддин аз-Зирикли. А‘лям.
  • Мухаммад аз-Захаби. Сияр а‘лям ан-нубала.
  • Шамсуддин ибн Халликан. Вафаят аль-аян.
  • Ибн Сад аль-Багдади. Ат-Табакат аль-кубра.
  • Мухаммад аль-Бухари. Тарих аль-кабир.
  • Ибн Хаджар аль-Аскаляни. Тахзиб ат-тахзиб.

Һылтанмалар

  • 'Amir al-Sha’bi (ар.). muslimscholars.info. Дата обращения: 23 февраля 2014.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.