Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы
Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы (25 сентябрь 1961 йыл) — музыкант. 1987 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын ойоштороусы, 2001 йылдан — уның художество етәксеһе, артабан директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы.
![](../I/%D2%92%D3%99%D0%B9%D0%B7%D1%83%D0%BB%D0%BB%D0%B8%D0%BD_%D0%A0%D3%99%D0%BC%D0%B8%D0%BB_%D0%9C%D3%99%D2%AF%D0%BB%D0%B8%D1%82_%D1%83%D0%BB%D1%8B_%E2%80%94_%D0%BC%D1%83%D0%B7%D1%8B%D0%BA%D0%B0%D0%BD%D1%82%252C_%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B0%D0%BD_%D0%A0%D0%B5%D1%81%D0%BF%D1%83%D0%B1%D0%BB%D0%B8%D0%BA%D0%B0%D2%BB%D1%8B%D0%BD%D1%8B%D2%A3_%D1%85%D0%B0%D0%BB%D1%8B%D2%A1_%D0%B0%D1%80%D1%82%D0%B8%D1%81%D1%8B.jpg.webp)
Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы | |
Тыуған |
25 сентябрь 1961 (62 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Татлы ауылы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
музыкант |
Хеҙмәттәшлек |
Башҡорт филармонияһы |
Наградалар |
![]() Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы |
Биографияһы
Рәмил Ғәйзуллин 1961 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Татлы ауылында тыуған.
1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ришат Рәхимов курсы), 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын, 2010 йылда — Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлаған.
1987 йылдан бирле Башҡорт филармонияһында тәүҙә ҡурайсы булып, ә 2001 йылдан — художество етәксеһе булып эшләй. Уның тырышлығы менән Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ойошторола[1].
Рәмил Ғәйзуллин бер үк ваҡытта бер нисә музыка ҡоралдарында уйнау һәләтенә эйә: ҡумыҙ, хайран, дуплфуруй (венгр. ике ҡатлы флейта), чоор (ҡырғ. буй флейта), һыбыҙғы (тат. флейта).
Репертуары
Оҙон көй («Ғилмияза», «Ҡаһым түрә», «Урал» һәм башҡалар), бейеү көйҙәре: «Зарифа», «Ҡарабай», «Түңәрәк күл»; донъя халыҡтары көйҙәре.
Беренсе булып М. Х. Әхмәтовтың «Варган-синфонияһында» ҡурай партияһын башҡарҙы (1996).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2021)
- http://www.bashgf.ru/personalii/423/ 2013 йыл 19 февраль архивланған.
- http://img-fotki.yandex.ru/get/9488/36256508.2f/0_776e1_9829bdff_orig