Яңы Һаҡмар (Ейәнсура ауыл советы)

Яңы Һаҡмар (рус. Новосакмарск)—Рәсәй Федерацияһы, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Ейәнсура ауыл Советына ҡараған ауыл.

Яңы Һаҡмар
Дәүләт  Рәсәй
Почта индексы 462200

Географияһы

Ауыл округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көнбайыштараҡ яҡынса 29 километр алыҫлыҡта, Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.

Климаты

Яңы Һаҡмар ауылының климаты, Ҡыуандыҡ районына хас булғанса, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[1].

Тарихы

XХ быуаттың тәүге тиҫтә йылдарында нигеҙ һалынған тип һанарға мөмкин булған мәғлүмәттәр бар. Башлап килеп ултырыусылар араһында украиндар күпселекте тәшкил итә[2]. Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмеге, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[3][4].2016 йылға тиклем Яңы Һаҡмар ауылы Ҡыуандыҡ районының Ейәнсура ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.

Халҡы

2002 йылдың даими йәшәгән халыҡ иҫәбе 218 кеше (урыҫтар 79 %) , 2010 йылда 184 кеше булған[5].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.