Яҡупова Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы

Яҡупова Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы (25 ноябрь 1952 йыл) — журналист һәм дәүләт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк Һайлау комиссияһы Аппараты етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Мәүлиҙә Яҡупова
Исеме:

Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупова

Тыуған көнө:

25 ноябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны:

Силәбе

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналистика

Ижад йылдары:

1971

Йүнәлеше:

район һәм республика гәзиттәре

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус теле

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы

Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупова (ҡыҙ фамилияһы — Мөхәмәтҡолова) 1952 йылдың 25 ноябрендә Силәбе ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.

1971—1992 йылдарҙа «Сибайский рабочий» гәзитендә хаттар бүлеге хеҙмәткәре, йәштәр бүлеге мөдире, гәзит мөхәррире була.

1992—1999 йылдарҙа «Известия Башкортостана» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, хаттар һәм ижтимағи мәсьәләләр булеге мөдире.

1999—2001 йылдарҙа «Советская Башкирия — Известия Башкортостана» гәзитенең хәбәрселәр селтәре мөдире; «Республика Башкортостан» махсус сығарылыш мөхәррире;

2001—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президентының Берләшкән матбуғат хеҙмәте етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Мәғлүмәт идаралығының киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе; 2004—2008 — Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының китап сығарыу бүлеге етәксеһе;

2008 йылдан Башҡортостан Республикаһының Үҙәк Һайлау комиссияһы Аппараты етәксеһе урынбаҫары.

Сибай ҡалаһына бәйле мәҡәләләр авторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Журналистар союзы идараһы ағзаһы (2015)

Китаптары

  • Сибай — это навсегда./ — Уфа: Информреклама, 2005. — 592 с., 32 ил. — ISBN 5-94780-067-5( (рус.))
  • От Урала до Балтики. / Автор—составитель Кудакаев Ф. Ш., Якупова М. М. — Уфа: Китап, 2012. (рус.)

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр

  • Столица Башкирского Зауралья и в 60 лет остается молодой. Общественная электронная газета // Новости // Регион 102. 16.12.2015.[1]
  • Аглиуллина Г. Будущее вытекает из достойного прошлого, или желаю журналистам и читателям найти друг друга. «Сибайский рабочий» гәзите, 2012, 29 март.[2]

Уның тураһында

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2019)[5]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
  • Сибай ҡалаһы ҡала округының Маҡтау ҡағыҙы һәм «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» билдәһе (2015).[6]
  • Мәүлиҙә Яҡупова «Сибай» энциклопедияһына индерелгән.[4]
  • Мәүлиҙә Яҡупованың исеме «Журналисты России. XX—XXI» тигән энциклопедияға индерелгән (2015).[7]

Өҫтәлмә мәғлүмәт

Иҫкәрмәләр

  1. Общественная электронная газета. 2015, 16 декабрь 2016 йыл 8 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
  2. «Сибайский рабочий» гәзите, 2012, 29 март 2012 йыл 10 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
  3. Мәләүез районының «Көнгәк» ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите сайты. Журналистар Салауат Юлаев эҙенән(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
  4. Совет городского округа город Сибай Республики Башкортостан. Официальный сайт. Новости (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
  5. УКАЗ ПРЕЗИДЕНТА РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ «О НАГРАЖДЕНИИ ГОСУДАРСТВЕННЫМИ НАГРАДАМИ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2022)
  6. Официальный сайт администрации городского округа город Сибай Республики Башкортостан. За заслуги перед городом (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
  7. Союз Журналистов Республики Башкортостан. Официальный сайт. Журналисты Башкирии вошли в энциклопедию «Журналисты России. XX—XXI». 22.12.20015 2016 йыл 24 июнь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
  8. «Viperson» сайты. Мухамедьянова Галия Мухтаровна — биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.
    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.