Ярославль

Ярославль (рус. Ярославль) — Волга йылғаһы ярында урынлашҡан, Ярославль өлкәһенең административ үҙәге. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы[1].

Ҡала
Ярославль
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Координаталар

57°37′ с. ш. 39°51′ в. д.

Башлыҡ

Слепцов Владимир Витальевич[d]

Телефон коды 4852
Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

78 401 000 000

ОКТМО коды

78 701 000 001

Рәсми сайт

city-yaroslavl.ru

бүләктәр

Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ярославль (Рәсәй)
Ярославль
Ярославль

Билдәле шәхестәр

  • Вахромеев Игорь Сергеевич (18.01.1924—16.01.1998), ғалим-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1986—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы, артабан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Геология институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1986)[2].
  • Павлычев Валентин Николаевич (12.02.1936), хеҙмәт ветераны, ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1994—1996 йылдарҙа «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 1996—2000 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш технологы. Химия фәндәре кандидаты (1978), доцент (1986). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть сәнәғәте отличнигы (1986), СССР уйлап табыусыһы (1988), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1980). СССР-ҙың дәүләт премияһы (1983) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1976) лауреаты. Октябрь Революцияһы ордены кавалеры (1976). (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2021)
  • Роднов Михаил Игоревич (14.01.1959), тарихсы-ғалим, тарих фәндәре докторы (2004). 1985—1990 йылдарҙа һәм 1995 йылдан — Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999—2011 йылдарҙа — бүлек мөдире[3].
  • Сабанеев Леонид Павлович (1844—25.03.1898), Рәсәй империяһы этнографы, тәбиғәтте өйрәнеүсе. 1873—1877 йылдарҙа Мәскәүҙә баҫылған «Природа», 1878 йылдан — «Природа и охота» журналдарының мөхәррире һәм нәшерсеһе. 1868—1870 йылдарҙа Урал буйлап экспедицияла ҡатнашып, төбәктең тарихын, үҫемлек һәм хайуандар донъяһын өйрәнә, 1873 йылда «Очерки Зауралья и степное хозяйство на башкирских землях» тигән китап яҙа[4].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Ярославль өлкәһе

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.