Янут

Янут[1] (лат. Nyctereutes procyonoides) — эттәр ғаиләһенән бөтә нәмәне ашаусы һөтимәр йыртҡыс кейек. Тыуған иле Японияла, Төньяҡ Ҡытайҙа, Амур буйында, Уссури крайында.

Янут
Янут
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Отряд: Йыртҡыстар
Ғаилә: Эттәр
Ырыу: Эт-янут
Төр: Эт-янут
Латинса исеме
Nyctereutes procyonoides
(Gray, 1834)
ITIS 183821
NCBI 34880
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 14925

XX быуаттың 20-се йылдарында Башҡортостанға килтереп климатлаштырыла. Күпселек урман, йылға, күл буйҙарында йәшәй. Ҡараңғы төшкәндә һунарға сыға. Ҡыш көнө йоҡоға сума. Ваҡ кимереүселәр, тәлмәрйендәр, бөжәктәр, ҡоштар, ҡош йомортҡалары, еләктәр менән туҡлана.

Иҫкәрмәләр

  1. Соколов В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Млекопитающие. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., 1984. — С. 95. — 10 000 экз.

Һылтанмалар

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.