Юныс (Ҡыйғы районы)

Юныс (рус. Юнусово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Үрге Ҡыйғы ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 161 кеше[2]. Почта индексы — 452500, ОКАТО коды — 80236815003.

Ауыл
Юнусово
башҡ. Юныс
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Үрге Ҡыйғы ауыл Советы

Координаталар

55°21′40″ с. ш. 58°36′42″ в. д.

Халҡы

161[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452500

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 815 003

ОКТМО коды

80 636 415 111

Юнусово (Рәсәй)
Юнусово
Юнусово
Юныс (Ҡыйғы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Юнусово

Географик урыны

Юныс ауылы Ҡыйғы йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡҡа 6 километрҙа һәм тимер юл станцияһы Һилейәнән (Силәбе өлкәһе) төньяҡ-көнбайышҡа табан 49 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Юныс ауылына, фаразланғанса, XIX быуаттың икенсе яртыһында Златоуст өйәҙе территорияһында нигеҙ һалынған.

Юныс (Әбҡәҙир) Ҡошсо улусының бөгөнгө көнгә тиклем Ҡыйғы районына ҡараған берҙән-бер ауылы.

Юныстың улы 1777 йылдағы поход старшинаһы Мөхәмәтрәхим Юнысов, уның улдары Динмөхәмәт, Әлмөхәмәт, Ишмөхәмәт, Дусмөхәмәт, Ғәбдрәхим булғаны билдәле. Әбҡәҙир тураһында материалдар юҡ.

1796 йылда 17 хужалыҡта 110 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1816 йылда 32 йортта 98 ир-ат һәм 84 ҡатын-ҡыҙ булған.

1842 йылда 248 кешегә 39 сирек ужым һәм 362 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 48 йортта барлығы 188 ат, 157 һыйыр, 133 һарыҡ һәм 51 кәзә аҫыралған[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1812Дыуан улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1816-се йорт4-се Загорный Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-се йорт-се Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-се йорт-се Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-се йорт-се Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Үрге Ҡыйғы улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920биләмәһеҮрге Ҡыйғы өйәҙеАвтономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926Үрге Ҡыйғы улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ыСССР СССР
1935Үрге Ҡыйғы ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1941Үрге Ҡыйғы ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1990Үрге Ҡыйғы ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1859 йылда 42 йортта 142 ир-ат һәм 126 ҡатын-ҡыҙ булған.

XIX быуат аҙағында 16 йортта 51 ир-ат һәм 40 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

Юныс ауылында 1920 йылда 30 йортта 173 башҡорт йәшәгән[6].

Әлеге көндә Юныс ауылында балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[7].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл110
1920 йыл 26 август173
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар193
1959 йыл 15 ғинуар166
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар120
2002 йыл 9 октябрь178
2010 йыл 14 октябрь161837851,648,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)[8]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Иҫтәлекле урындары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Юныс (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Юныс (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Карта д. Юнусово. Улицы
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.