Юлыҡ мәҙрәсәһе

Юлыҡ мәҙрәсәһе — XIXXX быуаттарҙағы Ырымбур губернаһы Юлыҡ ауылы урта уҡыу йорто — мәҙрәсәһе[1]

Мәҙрәсә
Юлыҡ мәҙрәсәһе
ИлРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
РеспубликаБашҡортостан Башҡортостан
АуылыЮлыҡ
йүнәлеш, мәктәпсөннәт, хәнәфи
МәсетЮлыҡ йәмиғ мәсете
Диниә назараты, мөхтәсибәтБашҡортостан Республикаһының мосолман диниә назараты
НигеҙләүсеА. Муҡаев
Вместимость60
Материалкирбес

Мәҙрәсә тарихы

Мәҙрәсә XIX быуат башында Ырымбур губернаһы Юлыҡ ауылы мәсете янында ойошторолған. Юлыҡ мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусы — А. Муҡаев.

Мәҙрәсә шәхси иғәнәләренә көн иткән, үҙенең китапханаһы булған.

Мәҙрәсә Ырымбур мосолман диниә назараты , ә 1874 йылдан алып — халыҡ мәғәрифы министрлығы ҡарамағында була[2].

Юлыҡ мәҙрәсәһе бинаһын алтын приискыһы хужаһы М. Г. Рәмиев төҙөгән һәм 1892 йылдан алып мәҙрәсә ошо бинала урынлашҡан була.

1920 йылда мәҙрәсә ябылған.

Уҡытыу

« Мусульманская деревня Юлуково Оренбургской губернии в числе 400 душ послала телеграмму П. А. Столыпину, протестуя против правил преподавания в инороднических школах, утвержденных министерством в прошлом году, и против уничтожения арабского алфавита.
«Казанский вечер». 1907. 7 апреля[3].
»

Мәсеттең (1911 йылдан — Юлыҡ йәмиғ мәсете) мөҙәррисе һәм имам-хатибы уҡытыу-тәрбиә эше менән идара иткән. Юлыҡ мәҙрәсәһенә малайҙар алты йәштән ҡабул ителгән. Уҡытыу башлыса түләүһеҙ булған. Уҡыу курсы Юлыҡ мәҙрәсәһендә 6 — 10 йыл тәшкил иткән. 1892 йылдан алып уҡытыу процесына уҡытыуҙың яңы ысулы индерелгән була һәм уҡыусылар дини белем менән бер рәттән донъяуи белем ала башлай. Уҡыу программаһына дини дисциплиналары менән бергә ғәрәп теле, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, алгебра, астрономия, география, тарих һ. б. предметтар индерелә. Йылына 60 шәкерт белем алған.

Уҡытыусылары

Мөҙәрристәр:

  • А. Муҡаев, А. Әбүбәкеров (1810 йылдан);
  • Г. Әҙеһәмов (1821 йылдан);
  • А. Ҡунаҡбаев (1831 йылдан);
  • М. Әҙеһәмов (1839 йылдан);
  • С. Мифтахитдинов (Зәйнелғабдинов; 1867-се йылдан);
  • * Ш. Әҙеһәмов (1890 йылдан).

Юлыҡ мәҙрәсәһе М. Фәйзи эшмәкәрлеге менән бәйләнгән.

Әҙәбиәт

  • Медресе Южного Урала и Приуралья: история и современность: Хрестоматия / сост. Т. М. Аминов. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2010. — 429 с. — ISBN 978-5-87978-659-0.
  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане / под ред. А. В. Малашенко. М.: Логос, 2007. — 95 с. — ISBN 978-5-98704-224-0.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.