Энәтирелеләр

Энәтирелеләр (лат. Echinodermata, рус. Иглокожие) — диңгеҙ төбөндә йәшәүсе, ирекле хәрәкәт итеүсе, ҡайһы осраҡта йәбешеп, ултыраҡ тереклек итеүсе, донъя океанының бөтә тәрәнлектәрендә тереклек итеүсе хайуандар тибы. Хәҙерге көндә 7000-гә яҡын төрө билдәле[1].

Энәтирелеләр

Диңгеҙ йондоҙо Acanthaster planci
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Echinodermata Klein, 1734

Бүлендек таксондар
  • Диңгеҙ лилиәһе (Crinoidea)

Ирекле хәрәкәтләнеүселәр
(Eleutherozoa
)

  • Диңгеҙ йондоҙо (Asteroidea)
  • Офиурия (Ophiuroidea)
  • Диңгеҙ терпеһе (Echinoidea)
  • Голотурия (Holothurioidea)

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Хордалылар менән бер рәттән энәтирелеләр икенсел ауыҙлылар тармағына ҡарай. Был типҡа, кембрий осоронда тереклек иткән, бөгөнгө көндә юҡҡа сыҡҡан 13 меңгә яҡын төр керә.

Энәтирелеләр — күбеһенcә һыу төбөндә тереклек итә торған диңгеҙ хайуандары. Улар бик аҡрын хәрәкәтләнә. Энәтирелеләргә диңгеҙ йондоҙо, диңгеҙ терпеһе, диңгеҙ ҡыяры (голотурия) керә. Уларның ҙурлығы бер нисә миллиметрҙан 1 метрға тиклем етә, артырға ла мөмкин.

Әҙәбиәт

  • Биологический энциклопедический словарь под редакцией М. С. Гилярова и др., М., изд. Советская Энциклопедия, 1989.
  • Зоология беспозвоночных. Догель В. А., 1981.
  • Курс сравнительной эмбриологии беспозвоночных животных. Иванова-Казас О. М., Кричинская Е. Б., 1988.

Иҫкәрмәләр

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.