Эз
Эз (франц. Èze, окс. Esa) — Францияның көньяҡ-көнсығышындағы коммуна. Был коммуна Прованс — Альп — Зәңгәрһыу Яр (Лазурный берег) төбәгендәге Диңгеҙ буйы Альпы департаментының Ницца округында урынлашҡан. Коммуна Босоль кантонына ҡарай. 2015 йылдың мартына тиклем коммуна бөтөрөлгән Вильфранш-сюр-Мер кантоны составында торған (Ницца округы).
Эз | |
Герб | |
![]() | |
![]() | |
Тармаҡ | общее государственное управление[d][1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Èze |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Вильфранш-сюр-Мер[d], Приморские Альпы[d] һәм Ницца |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Босолей (кантон)[d][2] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Èze[d] |
Хөкүмәт башлығы | Stéphane Cherki[d][3] |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | муниципалитет һәм яңа муниципалитет[d][1] |
Халыҡ һаны | 2222 кеше (1 ғинуар 2020)[4] |
Ир-егеттәр | 1088[5] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 1151[5] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 424 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Сиктәш | Кап-д’Ай[d], Ницца, Ла-Трините[d], Ла-Тюрби[d] һәм Вильфранш-сюр-Мер[d] |
Майҙаны | 9,47 км²[6] |
Почта индексы | 06360[7] |
Электронная почта | contact@ville-eze.fr[8] |
Рәсми сайт | ville-eze.fr[8] |
![]() | |
Статистическая область | Q3551068? |
![]() |
Географик урыны
Коммуна Ниццанан көнсығышҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халыҡ һаны — яҡынса 3 мең кеше (2006 йыл). Зәңгәрһыу Яр курорттарының береһе булып тора. (Француз Ривьераһы).
Коммунаның майҙаны — 9,47 км2, халҡы — 2932 кеше (2006) кәмеү тенденцияһы менән: 2535 кеше (2012), халыҡ тығыҙлығы — 267,7 кеше/км2.
Топоним
Бер теорияға ярашлы, ҡалаға Эз исеме боронғо Мысыр алиһәһе Изиданың исеменән алынған. Йәнәһе, был крайҙы колонизациялаған финикийлылар тап Изида хөрмәтенә боронғо ҡорамды изгеләндергән.
Тарих
Эз районында тәүге кешеләрҙең эҙҙәрҙе б. э. тиклемге XX—XXI быуатта күренә башлаған. Һуңғы ваҡытта был территория римляндар һәм маврҙарға (яҡынса 80 йыл буйына, 973 йылда уларҙы Гийом I Прованский ҡыуып сығарғанға тиклем) ҡараған.
1383 йылда Эз Савоя династияһы хакимлығы аҫтына эләгә. Ҡала Ниццаға яҡын торғанлыҡтан был династия ҡаланы нығыта, фортификация ҡоролмалары төҙөй.
Эз бер нисә быуаттар дауамында ҙур ҡыйралыштарға дусар була: XVI быуатта ул француздарҙан төрөктәр ҡулына күсә, 1706 йылда Испания мираҫы өсөн һуғышта Людовик XIV үҙ ғәскәре ҡамап торған ҡәлғәнең диуарҙарын тулыһынса ҡыйрата. Бары тик 1860 йылда Эз ҡалаһы рәсми рәүештә ҡала халҡының бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары буйынса Францияның бер өлөшөнә әүерелә.
Халыҡ
2011 йылда халыҡ — 2550 кеше, ә 2012 йылда — 2535 кеше.
Транспорт
Ницца һәм Монаконан Эзға тиклем төрлө юлдар менән барырға мөмкин: автомобилдә, автобуста, поезда һәм вертолетта.
Иҫтәлекле урын (фотогалерея)
- Мәрйәм Ана сиркәүе
- Сиркәү манараһы
- Сиркәүҙең эске биҙәүе
- Урта быуаттар урамы
- Коммуна.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Француз Ривьераһы
Иҫкәрмәләр
- COMMUNE D EZE // https://annuaire-entreprises.data.gouv.fr/entreprise/210600599 (фр.)
- https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- Répertoire national des élus du 2 décembre 2020 — 2020.
- Populations légales 2020 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2022.
- Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- https://lannuaire.service-public.fr/provence-alpes-cote-d-azur/alpes-maritimes/mairie-06059-01
Һылтанмалар
- Базовая информация 2010 йыл 18 март архивланған. для туристов. (инг.) Проверено 10-06-2010
- Миграции птиц в Эзе. (фр.) Проверено 10-06-2010
- Панорама города 360° 2010 йыл 18 март архивланған. с высоты птичьего полёта
- Об Эзе на сайте madeinfrance.ru (рус.) Проверено 10-06-2010