Шөңгәккүл (күл)

Шөңгәккүл (шөңгәк — кибеп барған һүҙенән алынған[2]) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районындағы күл, Шөңгәккүл тимер юлы станцияһынан төньяҡ — көнсығышҡа 2 км алыҫлыҡта[3] «Шөңгәккүл» ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан[1][2][4].

Озеро
Шөңгәккүл
Морфометрия
Үлсәме2[1] × 1,6[1] км
Майҙаны2,4 км²
Урынлашыуы
54°24′36″ с. ш. 55°14′00″ в. д.
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Рәсәй
Точка
Шөңгәккүл
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Шөңгәккүл

Дим (Күгиҙел) йылғаһы бассейнына ҡарай, атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә туйына[2].

Һаҙланыу һөҙөмтәһендә 4 айырым өлөшкә бүленгән[2][5].

Аҡмай торған күл, ярҙары һаҙланған һәм үлән баҫҡан, күл тирәһендә асыҡ дала киңлектәре — быларҙың барыһы ла кеше өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра һәм, киреһенсә, ҡоштарға оялау өсөн, мәҫәлән, ала ҡаҙ, аҡбаш сыпҡай, ҡыҙыл боғаҡлы казарка, бәләкәй ҡушы (луток) [1][3][6][7], ҡара боғаҡлы гагара, ҡара муйынлы сыпҡай, күл буғаһы, ҡауылдаҡ селән, аҡ маңлайлы ҡаҙ, сумғалаҡ, бөҙрә пеликан бик яйлы шарттар булдыра, күлдең үҙендә алтын һәм көмөш табан балыҡ йәшәй[2].

1965 йылдан комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы исемлегенә инә[5][8][2], һаҡлау зонаһы майҙаны — 240,0 га[3].

Күлдең һаҡлау объекттары булып күл экосистемалары тора[4], мәҫәлән:

• Шулай уҡ һаҡлауға мохтаж булған һыу тирәһе һәм йөҙгөс ҡоштар стацияһы (мәҫәлән, быҫылдаҡ аҡҡош);

• Ялан сәхләбе (ятрышник шлемоносный) һәм һаҙ баҙыҡайы үҫкән ғәҙәти еүеш һәм һаҙланған һыу баҫар туғайҙар[9].

Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһенең тәғәйенлеше:

• Бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау;

• Хайуандар һәм үҫемлектәрҙең ерлек һәм һирәк төрҙәрен, яр буйы- һыу һәм һыу-һаҙлы үҫемлек донъяһының эталон төрҙәрен һаҡлап ҡалыу[9].

Тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә тәбиғәт комплексының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып һунар итеү, балыҡ тотоу (ҡыштан башҡа), ҡамыш һәм торф сығарыу, хужалыҡ хәжәтенә (шул иҫәптән мелиорацияға) һыу алыу, пестицидтарҙы зонала ҡулланыу, ҡыуаҡлыҡты ҡырҡыу[1][3] тыйыла.

Иҫкәрмәләр

  1. Мулдашев А. А. и др., 2010, с. 346
  2. Мулдашев А. А. Статья «Шингаккуль» в электронной версии Башкирской энциклопедии. 2016 йыл 7 апрель архивланған.
  3. Озеро Шингаккуль на сайте информационно-аналитической системы «Особо охраняемые природные территории России» (ИАС «ООПТ РФ»).
  4. Потапова Н. А. и др., 2006, с. 15
  5. Мулдашев А. А. и др., 2010, с. 345
  6. Валуев В. А. Обзор летней орнитофауны Предуралья и Южного Урала Башкортостана // Вестник Башкирского университета. — 2004. — Т. 9. — № 1.
  7. Маматов А. Ф. Залёт розового пеликана Pelicanus onocrotalus в Башкирию // Русский орнитологический журнал. — 1998. — № 44. ISSN 0869-4362.
  8. Постановление Совета Министров Башкирской АССР 2015 йыл 22 декабрь архивланған. от 17.08.1965 г. № 465 «Об охране памятников природы Башкирской АССР» с изм. и доп., утвержденными Постановлением правительства Республики Башкортостан от 30.12.2011 № 514 «Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы республиканского значения в Гафурийском, Мелеузовском и Нуримановском районах Республики Башкортостан»
  9. Система охраняемых природных территорий Республики Башкортостан на сайте wwf.ru 2015 йыл 22 декабрь архивланған.

Әҙәбиәт

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.