Шәһәрстан
Шәһәрстан (фарсы. شهرستان фарсы. شهر [ʃāhɾ] — ҡала һәм фарсы. ستان [stān] — урын), мәҙинә — Иран һәм Урта Азия ҡалаларының Урта быуаттарҙа ҡала эсендә, ләкин цитаделдең тышҡы яғында урынлашҡан бер өлөшө. Ғәҙәттә ҡала диуарҙарының, ҡайһы берҙә урамдарҙың геометрик яҡтан дөрөҫ һыҙаттарын ҡабатлаған.
Шәһәрстан |

Шәһәрстанда хөкүмәт учреждениелары, казармалар, кибеттәр, һөнәрселек оҫтаханалары, юлаусылар йорттары һәм торлаҡтары урынлашҡан. Тышҡы яғында сауҙа-һөнәрселек биҫтәләре (рабад), некрополдәр, каруанһарайҙар, усадьбалар, ҡайһы берҙә — цитадель булған[1].
Планлаштырылыуы
Йыш ҡына шәһәрстан стеналары дөрөҫ дүртмөйөш формаһында булған. Ҡаланы ғәҙәттә сауҙа көмбәҙҙәре менән ҡапланған үҙәк сауҙа урамы киҫеп үтә. Үҙәк урамдарҙы бушатыу өсөн улар буйлап ҙур булмаған майҙандар — «кеҫәләр» төҙөлә , мәҫәлән, Бохарала Пои Калон ансамбле шундай.
Шәһәрстан ҡала кварталдары — һөнәрселек билдәләре буйынса күсеп ултырған мәхәлләләргә бүленә. Һәр мәхәлләлә үҙенең Һауыз һәм квартал мәсете була, ә халыҡ урындағы үҙидараны тормошҡа ашыра[2].
Иҫкәрмәләр
- Пугаченкова Г. А. Зодчество Центральной Азии. XV век. — Ташкент: Изд. им. Гафура Гуляма, 1976. — С. 8—9. — 115 с. — 3000 экз.
- Засыпкин В. Н. Архитектура Средней Азии. — М.: Изд-во Академии архитекутры, 1948. — С. 12—13. — 158 с. — 10 000 экз.
Әҙәбиәт
- Лавров В. А. Градостроительная культура Средней Азии. — М.: Государственное издательство архитектуры и градостроительства, 1950. — 178 с. — 3000 экз.