Штат
Штат (нем. Staat «дәүләт, хөкүмәт») — ҡайһы бер федераль субъекттарҙа (дәүләттәрҙә) билдәле бер кимәлдә суверенитетҡа эйә булған административ-территориаль берәмектәр атамаһы. Штаттың хоҡуҡи һәм юридик статусы, шулай уҡ уның власть органдарының компетенцияһы күләме һәм кимәле союздың конституцияһы менән билдәләнә[1]. Бынан тыш, ҡайһы бер дәүләттәрҙә штаттар үҙҙәренең конституцияларына эйә[1].
Штат башлығы булып, ҡағиҙә булараҡ, губернатор тора, ул халыҡ тарафынан һайлана йәки федератив дәүләттең состав өлөшө башлығы йәки унитар дәүләттең административ берәмеге башлығы итеп тәғәйенләнә.
Ил парламентының юғары палатаһында һәр штаттың үҙ вәкилдәре бар, уларҙың һаны закон менән билдәләнә — ул дәүләт халҡына бәйле булыуы мөмкин (мәҫәлән, Һиндостан), йәки һәр дәүләттең парламентта бер үк һандағы вәкилдәре бар (мәҫәлән, АҠШ, Бразилия)[1].
Федераль эквивалентҡа эйә булған вазифалар һәм штат органдары өсөн ғәҙәттә федераль кимәлдән башҡа терминология ҡулланыла (мәҫәлән: президент — губернатор, хөкүмәт — дәүләт советы, милли ассамблея - штаттың генераль ассамблеяһы)
Штаттары булған дәүләттәр исемлеге
Ил | Штаттар һаны | Иң ҙур штат | Иң бәләкәй штат | Иң күп халыҡлы штат | Иң аҙ халыҡлы штат |
---|---|---|---|---|---|
![]() |
6 | ![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
26 | ![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
23 | ![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
28 | Раджастхан (342 236) | Гоа (3702) | ![]() |
![]() |
![]() |
13 | ![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
31 | ![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
4 | ![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
36 | Нигер (76 363) | Лагос (3 475) | Кано (13 383 682) | Эбоньи (1 739 136) |
![]() |
50 | ![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
Иҫкәрмә
- [ Штат] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә