Циста

Циста (от грек. κύστις —ҡыуыҡ) — микроорганизмдарҙың ваҡытлыса йәшәү формаһы . Бактериялар һәм протистар, күп кенә бер күҙәнәклеләр), уңайһыҙ шарттар тыуғанда йәки йәшәүенең билдәле бер этабында һаҡлағыс тышса менән ҡаплана.[1].

Циста дизентерия амёбаһы

Ҡайһы бер иң ябай хайуандар уңайһыҙ шарттарҙа йылдар буйы циста хәлендә һаҡланырға мөмкин.[2].

Бактериялар циста хәлендә

Azotobacter ырыуы вәкилдәре циста хәлендә уңайһыҙ шарттарға нығыраҡ ҡаршы тора. Ҡәҙимге (вегетатив) күҙәнәктәргә ҡарағанда цисталар ультрафиолет нурланышҡа ике тапҡырға тотороҡлораҡ, ҡоролоҡҡа, гамма-нурҙарға, ҡояш радиацияһына, ультратауышҡа бирешмәй. Бары юғары температураға ныҡлыҡтары юҡ.[3].

Цистаны шул мөхиттәге туҡлыҡлы матдәләр куйылығын арттырып йәки ҡайһы бер органик матдәләрҙе өҫтәп (мәҫәлән, этанол, этанол, β-гидроксибутират) тә булдырырға мөмкин. Шулай ҙа, циста шыйыҡ мөхиттә һирәк барлыҡҡа килә[4].

Циста барлыҡҡа килеүен химик факторҙар көйләргә мөмкин. Ул матдәләр алмашыныуҙа үҙгәрештәргә килтерә: һулыш процестарын һәм макромолекулалар биосинтезын үҙгәртә[5].

Альдегиддегидрогеназа циста барлыҡҡа килеүҙе көйләй[6], яуап көйләгесе, регулятор AlgR[7].

Циста йоморо тәндән (үҙәк тән) һәм ике ҡат тышсанан тора. Эске тышса интима тип атала һәм сүс тәбиғәтле матдәләрҙән тора. Ә үҙәктәге тән ҡәҙимге хәленән (вегетатив күҙәнәктән) ҙурлығы буйынса айырыла. Ҡыҫылып бик ныҡ кесерәйә, эсендә бик күп вакуолдәр була[8]. Тышҡы экзинаның өҫтө тигеҙ , гексагональ кристаллик төҙөлөшлө[9].

Экзина трипсин тәьҫиренән эрергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, үҙәк тәндән айырмалы рәүештә, лизоцим тәьҫиренә бирешмәй[10]. Тәненең эске өлөше махсус матдәләр менән уратып алынған булырға мөмкин (хелат агенттар)[11].

Циста тышсаһының төп төҙөлөш материалы — алкилрезорцинолдар (оҙон алифатик сылбырҙан һәм ароматик ҡулсанан торған молекулалар). Бактерияларҙа, хайуандар һәм үҫемлектәрҙә осрай[12]

Ылымыҡтарҙа циста

Перидин ылымыҡтарҙа, хризомонад, эвгленаларҙа тәндәре ҡыҫылыу, һыуҙың бер өлөшөн кәметеү һәм тыштан ҡалын тышса эшләү юлы менән цистаға әүерелә. Цистаға әүерелеү мөхит шарттарына бәйле. Ул уңайһыҙ шарттарға яраҡлашыу өсөн кәрәк. Уңайлы шарттар тыуыу менән циста һыу һурып бүртә, тышсаны алып ташлай. Ҡайһы бер төрҙәр циста хәлендә лә бүленеп үрсей ала.

Протистарҙа циста

Ҡамсылыларҙа, тамыраяҡтарҙа, споровиктарҙа һәм инфузорияларҙа ике төрлө циста күренеше булырға мөмкин: тынлыҡ хәлендәге һәм үрсеү мәлендәге цисталар.

Тынлыҡ цистаһы ҡалын, лайла һымаҡ йәки ҡаты тышса менән ҡапланған була. Ул тышса хитин һымаҡ матдәнән тора. Йыш ҡына минераль тоҙҙарҙы һеңдереп ҡата. Мөхит шарттары насарайған, экстремаль шарттарҙа барлыҡҡа килә(мәҫәлән, һыу ятҡылығы кипкәндә йәки туңғанда).

Паразиттарға циста хәле бер хужанан икенсеһенә тышҡы мөхит аша күсеү өсөн кәрәк.

Ҡайһы бер иң ябайҙар тышҡы мөхиттә циста хәлендә йылдар буйы һаҡлана ала. Мәҫәлән, колпода ырыуынан 16 айға тиклем, Oicomonas ырыуынан — 5,5 йыл, |Peridinium ырыуынан 16,5 йылға тиклем һаҡлана алған төрҙәр бар.

Үрсеү мәлендә барлыҡҡа килгән циста йоҡа тышлы була. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа барлыҡҡа килә. Циста хәлендә үк әллә нисә тапҡыр бүленеп үҙаллы организмдар хасил итә.

Хайуандарҙа циста

Ҡайһы бер паразит нематодалар, мәҫәлән, Heterodera glycines йәки Globodera, йәшәү дәүерендә циста барлыҡҡа килтерәләр.

Шулай уҡ, ҡарағыҙ

  • Споралар

Иҫкәрмәләр

  1. Циста // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Циста — Ҙур энциклопедик һүҙлектән
  3. Socolofsky M., Wyss O. Resistance of the Azotobacter cyst // Journal of Bacteriology. — 1962. — Т. 84. — С. 119—124.
  4. Layne, Josef S., Jonson, Emmet J. Natural factors involved in the induction of cyst formation in Atzotobacter // Journal of Bacteriology. — 1964. — Т. 87. — № 3, March. — С. 684—689.
  5. Sadoff, Harold L. Encystment and Germination in Azotobacter vinelandii // Bacteriological Reviews. — 1975. — Т. 39. — № 4, December. — С. 516—539.
  6. Gama-Castro S., Núñez C., Segura D., Moreno S., Guzmán J., and Espín G. Azotobacter vinelandii Aldehyde Dehydrogenase Regulated by ς54: Role in Alcohol Catabolism and Encystment // Journal of Bacteriology. — 2001. — Т. 183. — № 21. — С. 6169—6174.
  7. Núñez C., Moreno S., Soberón-Chávez G., Espín G. The Azotobacter vinelandii Response Regulator AlgR Is Essential for Cyst Formation // Journal of Bacteriology. — 1999. — Т. 181. — № 1. — С. 141—148.
  8. Pope L. M., Wyss O. Outer Layers of the Azotobacter vinelandii Cyst // Journal of Bacteriology. — 1970. — Т. 102. — № 1. — С. 234—239.
  9. Page W. J., Sadoff H. L. Relationship Between Calcium and Uronic Acids in the Encystment of Azotobacter vinelandii // Journal of Bacteriology. — 1975. — Т. 122. — № 1. — С. 145—151.
  10. Lin L. P., Sadoff H. L. Preparation and Ultrastructure of the Outer Coats of Azotobacter vinelandii Cysts // Journal of Bacteriology. — 1969. — Т. 98. — № 3. — С. 1335—1341.
  11. Parker L. T., Socolofsky M. D. Central Body of the Azotobacter Cyst // Journal of Bacteriology. — 1968. — Т. 91. — № 1. — С. 297—303.
  12. Funa N., Ozawa H., Hirata A., Horinouchi S. Phenolic lipid synthesis by type III polyketide synthases is essential for cyst formation in Azotobacter vinelandii // Proceedings of the National Academy of Sciences of the United States of America : Сб.. — 2006. — Т. 103. — № 16. — С. 6356—6361.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.