Хөсәйениә мәҙрәсәһе
Хөсәйениә мәҙрәсәһе — Хөсәйениә мәсете нигеҙендә, XIX—XX быуаттарҙа Рәсүлиә (Троицк), Ғосмания (Өфө), Ғәлиә (Өфө), Мөхәмәдиә (Ҡазан) мәҙрәсәләре менән бер рәттән — башҡорт һәм татар халыҡтарының күренекле белем алыу үҙәге булып тора.
Хөсәйениә мәҙрәсәһе | |
Нигеҙләү датаһы | 1906 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список объектов культурного наследия: Оренбург (часть 1)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | улица Бурзянцева, 34 / Мало-Торговый переулок, 2 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Хөсәйениә мәҙрәсәһе мөҙәристәре |
Хөсәйениә мәҙрәсәһе Викимилектә |
Хөсәйенов Әхмәт Ғәли улы татар миллионеры һәм эре меценаты ярҙамы аҡсаһына төҙөлгән. Уның хәйриә аҡсаһына башҡорт һәм татар халыҡтарының күренекле белем биреү үҙәге Хөсәйениә мәҙрәсәһе һәм Хөсәйениә мәсете төҙөлгән.
Мәсет 1931 йылда ябыла. Бинаны Татар педагогия техникумына (аҙаҡ Жёлтый татар-башҡорт педагогия училищеһы) тапшыралар. 1992 йылда мәсет мосолмандарға ҡайтарыла.
Хөсәйениә мәҙрәсәһендә Ризаитдин Фәхретдинов, Сәғит Рәмиев, Сәғит Сүнчәләй, Ш. Камал, Ф. Кәрими, Ш. Борхан уҡытҡан.
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 5610002001 |
Хөсәйениә мәҙрәсәһе шәкерттәре
- Амантаев Ғабдулла Сәхипгәрәй улы
- Муса Йәлил
- Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы
- Таһиров Авзал Мөхөтдин улы
- Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы-БашЦИК рәйесе, Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Эске эштәр буйынса халыҡ комисcары
- Шәфиев Бәхтиғәрәй Ағзәм улы — революционер.
Иҫкәрмәләр
- президент России Указ Президента Российской Федерации от 20 февраля 1995 г. № 176 «Указ Президента Российской Федерации от 20 февраля 1995 года № 176 «Об утверждении Перечня объектов исторического и культурного наследия федерального (общероссийского) значения»» (урыҫ) // Российская газета — Россия: 1995. — ISSN 1606-5484; 1560-0823
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- Хөсәйенов Ғ. Б. Хөсәйениә мәҙрәсәһе // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.