Хәреф

Хәреф — ниндәй ҙә булһа алфавиттың символы, графема, монограф.

Хәреф
Рәсем
 Хәреф Викимилектә
Тай хәрефтәре

Күпселек осраҡта телмәрҙәге өнгә тура килә, әммә был мотлаҡ түгел (мәҫәлән: рус, башҡорт телдәрендәге ь, ъ, британ инглиз телендәге r).

Хәреф бер нисә төрлө яҙылырға мөмкин, улар хәрефтең әйтелешенә һәм мәғәнәһенә йоғонто яһамай.

Алфавитта хәрефтәр һаны ғәҙәттә 50-нән артмай, әммә иҫкәрмәләр бар (мәҫәлән, кхмер теле).

Ҡайһы бер математик символдар, ғәмәлдәр һәм функциялар төрлө телдәрҙең хәрефтәре ярҙамында яһалған, мәҫәлән: синус (латин хәрефтәренән), дельта (боронғо грек алфавитынан), әлеф (йәһүд алфавитынан).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.