Хәжәт үтәү әҙәбе

Хәжәт үтәү әҙәбе - Әҙәб әл-хәлә (ғәр. آداب الخلاء), истинжә, истижмәр — бәҙрәфтә тәбиғи хәжәт үтәү (кесе һәм оло хәжәт) менән бәйле шәриғәт ҡағиҙәләре.

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Бәҙрәфтән һуң ҡулланыла торған ҡомған (афтафа), Әзербайжан).

Тәбиғи хәжәтен үтәү өсөн мосолман махсус урынға (бәҙрәф) йәки, ундай ҡоролма булмаһа, кеше күҙенән ҡасып, күренмәгән урынға барырға тейеш. Бәҙрәфкә һул аяҡтан башлап инәләр, уң аяҡтан башлап сығалар. Инер һәм сығыр алдынан махсус доға уҡырға кәрәк.

Хәжәтен үтәгәс, мосолман нәжестән таҙарынырға тейеш, бының өсөн алдан һыу, таш йәки яраҡлы берәй нәмә әҙерләп ҡуя. Һыу менән йыуыныу — истинжә, ә ҡаты нәмәләр менән таҙарыныу истижмәр тип атала.

Хәжәт үтәү әҙәбе буйынса был хәлендә кеше Ҡибла яғына йөҙө менән дә, арты менән дә тормаҫҡа тейеш. Аҡмай торған һыуға бәүел итеү, уны истинжә өсөн ҡулланыу, хәжәт үтәгән урынға Ҡөрьән килтереү һәм уҡыу тыйыла. Бәҙрәф булмаған осраҡта мосолман ҡәберҙәре янында, мунсала, күләгә төшкән урында, емеш ағастары һәм һыу сығанаҡтары янында хәжәт үтәү шулай уҡ тыйыла. Һөйәк, экскремент һәм ризыҡ менән истижмәр ҡылырға ярамай. Был халәттә һөйләшеү, йәнлек өңдәренә, елгә ҡаршы бәүел итеү ғәйепләнә.

Ҡағиҙә һәм талап сығанаҡтары

Хәжәт үтәүҙең барлыҡ ҡағиҙәләре һәм талаптары башҡа шәриғәт ҡанундары кеүек үк, Мөхәммәт пәйғәмбәр һүҙҙәренә һәм ғәмәлдәренә ярашлы ҡабул ителгән. Был йәһәттән барлыҡ мәҙһәбтәрҙә лә талаптар бер үк тиерлек. Айырма бары тик урта быуат һәм бөгөнгө йәшәү шарттары арҡаһында ғына барлыҡҡа килгән. Хәҙер төрлө бәҙрәф ҡағыҙҙары ла ҡулланыла[1].

Бәҙрәфкә ингәндәге ҡағиҙәләр

Бәҙрәфкә ингәндә ғәр. بسم الله أللهم إني أعوذ بك من الخبث و الخبائث
"Бисмиллаһи, Аллаһуммә инни әғүҙү бикә мин-әл-хубуси үә-л- хәбәис тигән доғаны уҡыу сөннәт. ("Аллаһ исеме менән! Әй Аллам, аҙғынлыҡтан һәм яман ғәмәлдәрҙән һиңә һыйынам")[2].

Сыҡҡанда иһә ғәр. غفرانك — «Ғуфранәк» — «Аллам, ғәфү ит!» — тип әйтелә (Хәдис шәрифтән).

Хәжәт үтәү

Оло йомошто ла, кесеһен дә ултырып үтәү хуплана. Аяҡ өҫтө бәүел итеү тыйылмай. Былар хәҙистәрҙән билдәле. Ҡибла яҡҡа ал йәки арт менән тороп хәжәт үтәү, енес ағзаһына ҡағылыу тыйыла, елгә ҡаршы бәүел итеү, һөйләшеү ҙә ғәйепләнә.

Истинжә һәм истижмәр

Истинжә (ғәр. إستنجاء — хәжәт үтәүҙең ике юлын йыуыу (таҙартыу)) Фикһ буйынса нәжестән һыу йәки рөхсәт ителгән ҡаты нәмә менән таҙарыныу — истижмәр (ғәр. إستجمار)[3] Ошо ике ысулдың береһен генә файҙаланыу ҙа етә, әммә икеһен дә яраштырыу яҡшыраҡ һанала[4][5]. Истижмәр таш йәки уны алмаштырырлыҡ нәмә менән ҡылына: сепрәк, ҡағыҙ, ағас киҫәге һәм башҡалар[6][7].

Истинжә һәм истижмәрҙе уң ҡул менән эшләү, шулай уҡ һөйәк һәм экскременттар менән файҙаланыу тыйыла, таҙарыныу кәмендә өс тапҡыр йыуыныу йәки һөртөнөү юлы менән башҡарылырға тейеш[6]. Хәжәт үтәлеп бөткәс кенә таҙарына башларға кәрәк. Ир ағзаһы төбөнән осона табан кәмендә тапҡыр өс тапҡыр йыуыла, күберәк кәрәк булһа, таҡ һанда тамамларға һәм өс тапҡыр һелкетеп ҡуйырға кәрәк[8].

Нәжестән һәм бысраҡтан тейешенсә таҙарынмау харам һәм яҙыҡ һанала. Хәҙистәрҙә ошо арҡала кешеләр ҡәбер ғазабына дусар булыр тип әйтелә[7].

Ҡулайламалар

Пластмасса афтафа

Хәжәт үтәгәндән һуң таҙарынырға мосолмандар Мөхәммәт Пәйғәмбәр осоронан уҡ һыу һәм таш файҙалана. Бының өсөн махсус һауыт — ҡомған файҙаланыла (ғәрәпсә афта́фа).

Хәҙерге мосолмандар бәҙрәфтә ҡомған урынына һыу үткәргескә тоташтырылған шлангылар ҡуллана. Ярлы илдәрендә пластмасса ҡомғандар һәм сүмес менән биҙрә лә күрергә мөмкин (мәҫәлән, Оманда)[1][9].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Хисматулин, 2002
  2. Сәхих әл-Бохари, № 142, Сәхих Мөслим, № 375}} Перевод приведён по книге Саида аль-Кахтани «Крепость мусульманина» (пер. с ар. Владимир Абдулла Нирша).
  3. Салих ас-Садлян, 2008, с. 11
  4. Аль-Ваджиз, 2001, с. 35
  5. Салих ас-Садлян, 2008, с. 12
  6. Облегченный фикх, 2003, с. 9
  7. Аль-Мулаххас, 2002, с. 31
  8. Ахсар аль-Мухтасарат, 1996, с. 90
  9. Артемий Лебедев Оман. — Tema.ru, 2009.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.