Хәбир Ғәлимов музейы
Хәбир Ғәлимов музейы — башҡорт совет опера йырсыһы (драматик тенор), РСФСР-ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1942) Хәбир Латип улы Ғәлимовтың тыуған ауылында, Лағыр урта мәктәбендә урынлашҡан музей.
Хәбир Ғәлимов музейы | |
![]() | |
Хөрмәтенә аталған | Ғәлимов Хәбир Латип улы |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Лағыр |
Бағышланған | Ғәлимов Хәбир Латип улы |
Почта индексы | 452497 |
![]() |
Тарихы
2005 йылда йырсының тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Салауат районының Лағыр ауылында Хәбир Ғәлимов музейы булдырыу тураһындла ҡарар ҡабул итә[1]. Музей бер ни тиклем һуңыраҡ ойошторола. Экспозицияла артистың шәхси әйберҙәре, төрлө йылдарҙағы спектаклдәренең, концерттарының, гастролдәренең афишалары, йорт йыһазы урын алған. Музей Лағыр урта мәктәбе бинаһында урынлашҡан. Музей етәксеһе — Фәғилә Зиннәтуллина[2].
Галерея
Хәбир Ғәлимов музейы күренештәре.
Иҫкәрмәләр
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Проект:Башҡортостан мәҙәниәте/Музейҙар
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.