Хань (халыҡ)
Хань (ҡытайса: 漢族, ябай: 汉族, пиньин телендә: hànzú, палл.: ханьцзу, шулай уҡ ғәҙәти (ҡытайса: 漢人, ябай: 汉人, пиньин телендә: hànrén, палл.: ханьжэнь или ха́ньцы; шулай уҡ дөйөм ҡытайҙар) — син-тибет тел ғаиләһенә ҡараған этник төркөм. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар араһында һан яғынан беренсе урында тора (дөйөм халыҡтың 19 процентын тәшкил итә). Ҡытайҙың (92 %) һәм ҠХР-ҙың махсус административ райондары булған Гонконгтың (95 %) менән Макаоның (96 %), шулай уҡ Ҡытай Республикаһы (98 %) менән Сингапурҙың (76,8 %) иң күп халҡы булып иҫәпләнә. Тарихи күҙлектән ҡарағанда, урыҫ телендә һәм уның һүҙҙәрен үҙләштергән башҡа телдәрҙә «хань» атамаһы ҡытайҙарға ҡарата ҡулланыла, шул уҡ ваҡытта «ҡытайҙар» тип Ҡытайҙың барлыҡ халҡы ла аталып йөрөтөлә.
Сунь Ятсен • Цинь Шихуанди • Яо Мин Мао Цзэдун • Конфуций • Лао-цзы Брюс Ли • Цао Сюэцинь • Лю Бан Джеки Чан • Си Цзиньпин | |
Үҙ атамаһы |
Хань |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: | |
Тел | |
Дин |
иң таралған диндәр — буддизм (махаяна), конфуцианлыҡ һәм даосизм. Шулай уҡ бик аҙ нисбәттә христиандар һәм мосолмандар бар. |
Раса тибы |
монголоид |
Этимология
«Хань» һүҙенең башы Цин династияһына алмашҡа килгән һәм бөтөн Ҡытайҙы берләштергән Хань династияһынан килә. Үҙ сиратында был династия атамаһы Ҡытайҙың үҙәк өлөшөндәге Ханьшуй йылғаһының исеменән алынған: Хань династияһына нигеҙ һалыусылар нәҡ шунда йәшәгән.
Цин һәм Хань династиялары хакимлек иткән осорҙа Ҡытай биләмәләрендә көн күргән ҡәбиләләр үҙҙәрен берҙәм халыҡ итеп тоя башлай. Бынан тыш, Хань империяһы дәүере Боронғо Ҡытай мәҙәниәте (цивилизацияһы) үҫешенең иң юғары нөктәһе булып иҫәпләнә. Нәҡ ошо ваҡытта Ҡытайҙың йоғонтоһо (абруйы) Үҙәк һәм Төньяҡ Көнсығыш Азияға тарала, ә майҙан ҙурлығы һәм халыҡ һаны буйынса ул Рим империяһына тиңләшә.
«Ҡытай» һүҙенең килеп сығышы
«Ҡытай» һүҙе менән тәү башта бөгөнгө ҠХР-ҙың төньяҡ сиктәрендә йәшәгән күсмә монгол ҡәбиләләре вәкилдәрен — кидандарҙы — атап йөрөткәндәр. Нәҡ ошо атаманан урыҫсаға хәҙерге «ҡытай» һүҙе килеп ингән. Урыҫ һәм унан үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе ҡулланыусы башҡа телдәрҙә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә «ҡытай» һәм уның нигеҙендә барлыҡҡа килгән башҡа шул уҡ мәғәнәләге һүҙҙәр, мәҫәлән «нимес» һәм «немец» кеүек экзоэтноним — был исем менән аталған халыҡ үҙҙәренә ҡарата был һүҙҙе ҡулланмаһа ла, башҡалар уларҙы шул атама менән йөрөтә. Был ҡытайҙарҙың үҙ-үҙенә биргән «хань» исеме (эндоэтноним) менән тап килмәй. Шул уҡ ваҡытта махсус әҙәбиәттә мәғлүмәтте аныҡлау маҡсатында был дәүләт халҡына ҡарата нәҡ хань атамаһы ҡулланыла.
Халыҡтың тарихы
Сығышы
Хань халҡы тарихы дөйөм Ҡытай тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Уларҙың ата-бабаларыилдең төньяҡ өлөшөндәге Хуанхэ йылғаһы буйҙарында йәшәгән. Ҡытай тарихнамәсеһе Сыма Цянь яҙмаларында («Ши-цзи») хань ырыуының легендар башлығы Һары императорҙың хакимлек итеү осорон б.э.т. 2698 — 2599 йылдар тип билдәләй. Был дәүерҙе тикшереү яҙма тарихи сығанаҡтар юҡлыҡтан бигүк еңел булмаһа ла, архелологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә Хуанхэнең урта ағымында таш быуаттаң һүңғы осоро неолитҡа ҡараған Луншань, Цюйцзялин, Яншао һәм ҡайһы бер башҡа мәҙәниәттәр табылды.
Сит илдәрҙә йәшәүселәр
Сит илдәрҙә яҡыса 35 миллион хань халҡы, шуларҙың 30 миллионы тиерлек — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла йәшәй. Тайвань илен иҫәпләмәйенсә, Сингапурҙа ханьдәрҙең иң ҙур общинаһы тупланған — 3,4 млн кеше, был ил халҡының 77 % тәшкил итә. Ханьдәрҙең оббщиналары шулай уҡ Таиландта, Индонезияла, Малайзияла, Вьетнамда һәм Филиппинда бар.
Ҡитға/Дәүләт | Иҫәбе | Илдәге өлөшө | Хуацяоның дөйөм иҫәбенән өлөшө |
---|---|---|---|
Азия | 28 800 000 (1998) | 81 % | |
Камбоджа | 150 000 (2003) | 1.2 % | |
Индонезия | 7 300 000 (2003) | 3.1 % | |
Япония | 175 000 (2003) | 0.1 % | |
Төньяҡ Корея | 50 000 (2003) | 0.2 % | |
Көньяҡ Корея | 100 000 (2003) | 0.2 % | |
Лаос | 50 000 (2003) | 1 % | |
Малайзия | 7 000 000 (2004) | 30 % | |
Мьянма | 1 300 000 (2003) | 3 % | |
Филиппин | 1 500 000 | 2 % | |
Сингапур | 3 400 000 (2004) | 76.8 % | |
Таиланд | 7 300 000 (2003) | 12 % | |
Вьетнам | 2 300 000 (2003) | 3 % | |
Төньяҡ Америка | 5 100 000 (2009) | 14,51 % | |
Канада | 1 200 000 (2009) | 3.68 % | |
АҠШ | 3 900 000 (2009) | 0.617 % | |
Европа | 945 000 (1998) | 2.6 % | |
Рәсәй Федерацияһы | 109 000 | ||
Франция | 176 000 | ||
Бөйөк Британия | 247 403 (2001) | 0.4 % | |
Океания | 564 000 (1998) | 1.5 % | |
Австралия | 454 000 (2003) | 2.5 % | |
Яңы Зеландия | 147 000 (2006) | 3.5 % | |
Африка | 126 000 (1998) | 0.3 % | |
КАР | 100 000 (2003) | 0.2 % | |
Бөтәһе | 35 175 000 | 100 % |
Иҫкәрмәләр
- CIA — The World Factbook
- CIA — The World Factbook
- CIA — The World Factbook
- CIA — The World Factbook
- :: OVERSEAS COMPATRIOT AFFAIRS COMMISSION, R.O.C. ::
- Malaysia
- http://www.singstat.gov.sg/keystats/annual/ghs/r1/t1.pdf
- Исследование РБК: как из России уезжают иностранцы :: Общество :: РБК
- Statistiche demografiche ISTAT
- http://www.stats.govt.nz/census/2006-census-data/quickstats-about-culture-identity/quickstats-about-culture-and-identity.htm?page=para015Master
- http://english.yonhapnews.co.kr/Engnews/20060829/480100000020060829091233E3.html