Халыҡ-ара музейҙар көнө
Халыҡ-ара музейҙар көнө — йыл һайын 18 майҙа үткәрелә торған байрам.
Халыҡ-ара музейҙар көнө | |
Нигеҙләү датаһы | 18 май 1977[1] |
---|---|
Хөрмәтенә аталған | Музей |
Төп тема | Музей |
Булдырыусы | Международный совет музеев[d] |
Йылдың көнө | 18 май |
Рәсми сайт | imd.icom.museum |
![]() |
![](../I/Daumier_galerie_tableaux.jpg.webp)
Халыҡ-ара музейҙар көнө бөтә донъяла 1977 йылдан билдәләнә[2].
1977 йылда музейҙар берләшмәһенең иҫтәлекле ваҡиға - Халыҡ-ара музейҙар көнө үткәреү теләге тыуа. Резолюция шул уҡ 1977 йылда Халыҡ-ара музейҙар советының Дөйөм Ассамблеяһы (ICOM) тарафынан Мәскәүҙә ҡабул ителә.
1992 ICOM советы был көндө билдәле бер темаға үткәрергә тәҡдим итә. Шунан бирле Халыҡ-ара музейҙар көнө берәй темаға арнала[3], быны бар теләүселәр ҙә ҡарап бара ала.
Халыҡ-ара музейҙар көнө йылдың-йылы популяр була бара.
2015 йылда сарала 145 илдән 35 меңдән ашыу музей ҡатнаша[4]!
Башҡортостан музейҙары
Башҡортостан Республикаһының музейҙары күп, улар Өфөлә генә түгел, республиканың ҡала һәм райондарында урынлашҡан, байтаҡ ауылдарҙа һәм мәктәптәрҙә лә ойошторолған.
Иң ҙурҙарынан:
- Башҡортостан Республикаһының Милли музейы — Башҡортостан Республикаһының 50-нән артыҡ крайҙы өйрәнеү музейҙарын берләштергән фәнни-тикшеренеү музейы. 1864 йылда губерна статистика комитеты ҡарары менән Өфө губернаһы музейы буларак ойошторолған.
![](../I/MuzeiBashk.jpg.webp)
- М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы - Башҡортостан Республикаһының мөһим мәҙәни үҙәктәренең береһе.
Иҫкәрмәләр
- http://icom.museum/events/international-museum-day/
- Международный день музеев — — Новости и афиша музеев России — — www.Museum.ru
- The theme 2017 йыл 22 февраль архивланған.
- IMD in short 2018 йыл 24 март архивланған.
Шулай уҡ ҡара
- Международный день памятников и исторических мест
- Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө
- Ночь музеев
- Международный Комитет Музеев