Халыҡ-ара берәмектәр системаһы
Халыҡ-ара берәмектәр системаһы, СИ (франц. Le Système International d’Unités, SI) — физик дәүмәлдәрҙең системаһы, метрик системаһының хәҙерге варианты. СИ донъялағы иң киң файҙаланылған берәмектәр системаһы булып тора, ул көндәлек тормоштала, фәндәлә һәм техникала ҡулланыла. Хәҙерге заманда СИ донъяның күпселек илдәрендә төп берәмектәр системаһы тип ҡабул ителгән, хатта көндәлек тормошта традицон берәмек булған илдәрҙә лә техникала ҡулланыла. Бик аҙ булған бындай дәүләттәрҙә (мәҫәлән, АҠШта) традицион берәмектәр шундай уҡ ҮС берәмектәре менән билдәле коэффициентҡа бәйләп үҙгәртелә.
Халыҡ-ара берәмектәр системаһының тулы рәсми тасуирламаһы аңлатмалары менән бергә СИ Брошюраһының (франц. Brochure SI, ингл. The SI Brochure) ғәмәлдәге редакцияһында һәм уның Өҫтәмәләрендә була. Уны Халыҡ-ара үлсәм һәм үлсәү бюроһы баҫтыра һәм үҙенең рәсми сайтында урынлаштыра[1][2]. СИ Брошюраһы 1970 йылдан алып баҫыла, 1985 йылдан алып француз һәм инглиз телдәрендә сыға, бер нисә икенсе телдәргә тәржемә ителгән, әммә рәсми тип француз телендәге текст һанала.
Дөйөм мәғлүмәттәр
Халыҡ-ара берәмектәр системаһы (СИ) — Халыҡ-ара үлсәмдәр системаһында нигеҙләнгән, атамалары һәм билдәләре менән бергә, тағы ла приставкалар йыйылмаһы һәм уларҙың атамалары һәм билдәләре уларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләре менән бергә Үлсәм һәм үлсәү буйынса генераль конференцияһында (CGPM) ҡабул ителгән берәмектәр системаһы.
— Халыҡ-ара метрология буйынса һүҙлек[3]
1960 йылда XI Үлсәм һәм үлсәү буйынса генераль конференцияһында СИ ҡабул ителгән, ҡайһы бер артабанғы конференциялар Халыҡ-ара берәмектәр системаһына үҙгәртеүҙәр индерәләр.
СИ ете төп һәм уларҙан барлыҡҡа килгән физик үлсәмдәрҙән (артабан — берәмектәр), тағы ла приставкалар йыйылмаһы тора. Берәмектәргә стандарт ҡыҫҡартыу билдәләре һәм физик үлсәмдәрҙән барлыҡҡа килгәндәргә яҙыу ҡағиҙәләре ҡабул ителгән.
Төп берәмектәр: килограмм, метр, секунд, ампер, кельвин, моль һәм кандела. СИ сиктәрендә был берәмектәрҙең бойондороҡһоҙ үлсәмлеге бар тип һанала, йәки төп берәмектәр башҡаларҙан килеп сыға алмаҫҡа тейеш була.
Уларҙан барлыҡҡа килгән берәмектәр төп алгебраик эштәр — ҡабатлау һәм бүлеү ярҙамында барлыҡҡа киләләр. Быларҙың ҡайһылары өсөн СИ айырым исем бирә (мәҫәлән, радиан).
Приставкаларҙы берәмектәр алдында ҡулланырға мөмкин, улар берәмекте билдәле бөтөн һанға ҡабатлау йәки бүлеү кәрәклеген (10 һанын дәрәжәгә күтәреүҙе) аңлата. Мәҫәлән, «кило» приставкаһы 1000-гә ҡабатлауҙы аңлата (километр = 1000 метр). СИ приставкаларын унарлы приставкалар тип атайҙар.
Берәмектәрҙең атамалары һәм билдәләре
Халыҡ-ара документтарға ярашлы (СИ Брошюраһы, ISO 80000, Халыҡ-ара метрологик һүҙлек[3]), СИ берәмектәренең атамалары һәм билдәләре була. Берәмектәрҙең атамалары төрлө телдәрҙә төрлөсә яҙылыуы һәм уҡылыуы мөмкин, мәҫәлән: франц. kilogramme, ингл. kilogram, порт. quilograma, болг. килограм, грек. χιλιόγραμμο, ҡыт. 千克, япон. キログラム. Таблицала халыҡ-ара документтарҙа күрһәтелгән француз һәм инглиз атамалары бирелгән. ҮС Брошюраһына ярашлы берәмек билдәләре ҡыҫҡартыуҙар түгел, ә математик объекттары (франц. entités mathématiques, ингл. mathematical entities) булып торалар. Улар ISO 80000 халыҡ-ара фәнни символикаға инәләр һәм телгә буйһонмайҙар, мәҫәлән: kg. Халыҡ-ара берәмектәр менән файҙаланғанда латин алфавиты, айырым осраҡтарҙа грек хәрефтәре йәки махсус символдар ҡулланыла.
Әммә постсовет аралығында (БДБ, БДБ-2, Грузия) һәм кириллица нигеҙендә алфавиты булған Монголияла, халыҡ-ара билдәләр менән берлектә (ысынында — улар урынына) милли атамаларҙа нигеҙләнгән билдәләр ҡулланыла: «килограмм» — кг, груз. კილოგრამი — კგ әзерб. kiloqram — kq.
Рәсәйҙә ГОСТ 8.417—2002 эшләй, уға ярашлы СИ берәмектәрен мотлаҡ рәүештә файҙаланыу ҡаралған[4].
Тарих
Бөйөк француз инҡилабынан һуң француз ғалимдары менән төҙөлгән Үлсәмдәрҙең метрик системаһының үҫеше булып СИ тора. Метрик системаһы индереүгә тиклем берәмектр бер-береһенә буйһонмайынса һайланғандар, шунлыҡтан бер берәмектән икенсе берәмеккә күсеүҙе иҫәәпләү ауырға төшкән. Тағы ла төрлө урындарҙа төрлө берәмекте ҡулланғандар, ҡайһы берҙә бер үк атама менән. Метрик система уңайлы һәм берҙәм үлсәм һәм үлсәү системаһы булып торорға тейеш булған.
1799 йылда Францияла оҙонлоҡто (метр) һәм масса (килограмм) берәмектәрен үлсәр өсөн ике эталон етештерелгән[5].
СИ берәмектәре
СИ берәмектәренең атамалары бәләкәй хәреф менән яҙыла, башҡа ҡыҫҡартыуҙарҙан айырмалы рәүештә, уларҙан һуң нөктә ҡуйылмай.
Төп берәмектәр
Дәүмәл | Берәмек | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Атама | Үлсәмдең символы | Атама | Билдәләү | |||
башҡортса | французса/инглизсә | башҡортса | халыҡ-ара | |||
Оҙонлоҡ | L | метр | mètre/metre | м | m | |
Масса | M | килограмм[К 1] | kilogramme/kilogram | кг | kg | |
Ваҡыт | T | секунд | seconde/second | с | s | |
Ток көсө | I | ампер | ampère/ampere | А | A | |
Термодинамик температура | Θ | кельвин | kelvin | К | K | |
Матдәнең һаны | N | моль | mole | моль | mol | |
Яҡтылыҡ көсө | J | кандела | candela | кд | cd |
Яһалма берәмектәр
Дәүмәл | Берәмек | Билдәләү | Төп берәмектәр аша сығарылышы | ||
---|---|---|---|---|---|
башҡортса | француз/инглиз атамаһы | башҡортса | халыҡ-ара | ||
Яҫы мөйөш | радиан[6] | radian | рад | rad | м·м−1 = 1 |
Есемле мөйөш | стерадиан | steradian | ср | sr | м2·м−2 = 1 |
Цельсий температураһы[К 2] | Цельсий градусы | degré Celsius/degree Celsius | °C | °C | K |
Йышлыҡ | герц | hertz | Гц | Hz | с−1 |
Көс | ньютон | newton | Н | N | кг·м·c−2 |
Энергия | джоуль | joule | Дж | J | Н·м = кг·м2·c−2 |
Ҡеүәтлелек | ватт | watt | Вт | W | Дж/с = кг·м2·c−3 |
Баҫым | паскаль | pascal | Па | Pa | Н/м2 = кг·м−1·с−2 |
Яҡтылыҡ ағымы | люмен | lumen | лм | lm | кд·ср |
Яҡтыртыулыҡ | люкс | lux | лк | lx | лм/м² = кд·ср/м² |
Электрик заряд | кулон | coulomb | Кл | C | А·с |
Потенциалдар айырмаһы | вольт | volt | В | V | Дж/Кл = кг·м2·с−3·А−1 |
Ҡаршылыҡ | ом | ohm | Ом | Ω | В/А = кг·м2·с−3·А−2 |
Электрһыйымлыҡ | фарад | farad | Ф | F | Кл/В = с4·А2·кг−1·м−2 |
Магнит ағымы | вебер | weber | Вб | Wb | кг·м2·с−2·А−1 |
Магнит индукцияһы | тесла | tesla | Тл | T | Вб/м2 = кг·с−2·А−1 |
Индуктивлыҡ | генри | henry | Гн | H | кг·м2·с−2·А−2 |
Электр үткәреүсәнлек | сименс | siemens | См | S | Ом−1 = с3·А2·кг−1·м−2 |
Радиоактив сығанаҡтың әүҙемлеге | беккерель | becquerel | Бк | Bq | с−1 |
Ион нурланышының һеңгән дозаһы | грей | gray | Гр | Gy | Дж/кг = м²/c² |
Ион нурланышының эффектив дозаһы | зиверт | sievert | Зв | Sv | Дж/кг = м²/c² |
Катализатор әүҙемлеге | катал | katal | кат | kat | моль/с |
СИ-ға инмәгән берәмектәр
Ҡайһы бер СИ-ға инмәгән берәмектәрҙе, Үлсәм һәм үлсәү буйынса генераль конференцияһы ҡарарына ярашлы, СИ менән берлектә рөхсәт ителә.
Берәмек | Француз/инглиз атамаһы | Билдә | СИ берәмегендә дәүмәл | |
---|---|---|---|---|
русса/башҡортса | халыҡ-ара | |||
минут | minute | мин | min | 60 с |
сәғәт | heure/hour | ч/сәғ | h | 60 мин = 3600 с |
тәүлек | jour/day | сут/тәү | d | 24 ч = 86 400 с |
мөйөш градусы | degré/degree | ° | ° | (π/180) рад |
мөйөш минутаһы | minute | ′ | ′ | (1/60)° = (π/10 800) |
мөйөш секундаһы | seconde/second | ″ | ″ | (1/60)′ = (π/648 000) |
литр | litre | л | l, L | 1/1000 м³ |
тонна | tonne | т | t | 1000 кг |
непер | neper | Нп | Np | үлсәмһеҙ |
бел | bel | Б | B | үлсәмһеҙ |
электронвольт | electronvolt | эВ | eV | ≈1,602 177 33·10−19 Дж |
массаның атом берәмеге, дальтон | unité de masse atomique unifiée, dalton/unified atomic mass unit, dalton | а. е. м./ м. а. б. | u, Da | ≈1,660 540 2·10−27 кг |
астрономик берәмек | unité astronomique/astronomical unit | а. е./ а. б. | au | 149 597 870 700 м (точно)[7][2] |
диңгеҙ миле | mille marin/nautical mile | миля | M[К 3] | 1852 м (точно) |
узел | nœud/knot | уз | kn[К 3] | 1 морская миля в час = (1852/3600) м/с |
ар | are | а | a | 10² м² |
гектар | hectare | га | ha | 104 м² |
бар | bar | бар | bar | 105 Па |
ангстрем | ångström | Å | Å | 10−10 м |
барн | barn | б | b | 10−28 м² |
Быларҙан башҡа, ГОСТ 8.417-2002 артабанғы берәмектәрҙе ҡулланырға рөхсәт итә: град, яҡтылыҡ йылы, парсек, диоптрия, киловатт-сәғ, вольт-ампер, вар, ампер-сәғ, карат, текс, гал, секундҡа әйләнеш, минутҡа әйләнеш. Тағы ла сағыштырмаса һәм логарифмлы дәүмәлдәренең берәмектәрен ҡулланырға рөхсәт ителә: процент, промилле, миллион өлөшө, фон, октава, декада. Киң таралыу алған ваҡыт берәмектәрендә файҙаланыу мөмкин: мәҫәлән, аҙна, ай, йыл, быуат, мең йыллыҡ.
Сығанаҡтар
Комментарийҙар
- По историческим причинам, название «килограмм» уже содержит десятичную приставку «кило», поэтому кратные и дольные единицы образуют, присоединяя стандартные приставки СИ к названию или обозначению единицы измерения «грамм» (которая в системе СИ сама является дольной: 1 г = 10−3 кг).
- Цельсий температураһы (билдәһе t) t = T — T0 сығарылышы менән табыла, бында T — термодинамик температура (кельвин), ә T0 = 273,15 К.
- Обозначение дано в Брошюре СИ, но более официальными источниками не принято.
Иҫкәрмәләр
- The SI brochure (инг.) Брошюра СИ на сайте Международного бюро мер и весов
- Supplement 2014: Updates to the 8th edition (2006) of the SI Brochure (фр.) (инг.)
- Международный словарь по метрологии: основные и общие понятия и соответствующие термины = International vocabulary of metrology — Basic and general concepts and associated terms (VIM) / Пер. с англ. и фр.. — 2-е изд., испр. — СПб.: НПО «Профессионал», 2010. — 82 с. — ISBN 978-5-91259-057-3.
- ГРАМОТА.РУ — справочно-информационный интернет-портал «Русский язык»
- Brief history of the SI
- Резолюция 8 XX Генеральной конференции по мерам и весам (1995) (ингл.). Международное бюро мер и весов. Дата обращения: 28 ноябрь 2014.
- Резолюция 28-й Генеральной ассамблеи о переопределении астрономической единицы (2012) (ингл.). Международный астрономический союз. Дата обращения: 29 ғинуар 2014.
Әҙәбиәт
- ГОСТ 8.417-2002. Единицы величин.
- Деньгуб В. М., Смирнов В. Г. Единицы величин. Словарь-справочник. — М.: Издательство стандартов, 1990. — С. 100. — 240 с. — ISBN 5-7050-0118-5.
- Newell D. B. A more fundamental International System of Units // Physics Today. — 2014. — Vol. 67. — № 7. — P. 35—41.
Һылтанмалар
- Постановление Правительства РФ от 31 октября 2009 г. N 879 Об утверждении положения о единицах величин, допускаемых к применению в Российской Федерации 2016 йыл 5 март архивланған.
- The SI brochure Описание СИ на сайте Международное бюро мер и весов|Международного бюро мер и весов.
- ГОСТ 8.417-2002. ЕДИНИЦЫ ВЕЛИЧИН. Введён в действие с 1 сентября 2003 г. 2013 йыл 5 август архивланған.
- Единицы измерения, принятые в различных странах 2014 йыл 1 сентябрь архивланған.
- Имперское и метрическое преобразование
- Единицы измерения