Фунафути

Фунафу́ти[1] (ингл. Funafuti) — Тымыҡ океанда Тувалу бәләкәй утрауҙағы дәүләттең атолл-баш ҡалаһы.

Фунафути
ингл. Funafuti
Характеристикалар
Утрауҙар һаны30 
Иң эре уртауФонгафале 
Майҙаны2,79 км²
Халҡы5070 чел. (2010)
Халыҡ тығыҙлығы1817,2 кеше/км²
Урынлашыуы
8°31′ ю. ш. 179°13′ в. д.
АкваторияТымыҡ океан
Ил
 Фунафути Викимилектә
Фунафути, Фонгафале утрауы күрһәтелгән

Географияһы

Майҙаны — 2,79 км²[2]. Атолл составына 30 утрау инә[3]. Иң ҙуры — Фонгафале (ингл. Fongafale), унан һуң ҙурлығы буйынса икенсе утрау — Фунафала.

  • Аматуку
  • Avalau
  • Falaoigo
  • Falefatu
  • Fatato
  • Фонгафале
  • Fuafatu
  • Fuagea
  • Fualefeke
  • Fualopa
  • Фунафала
  • Funagogo
  • Funamanu
  • Luamotu
  • Mateiko
  • Motugie
  • Motuloa
  • Mulitefala
  • Paava
  • Teafuafou
  • Teafualiku
  • Tefala
  • Tefota
  • Telele
  • Tegako
  • Tegasu
  • Tepuka
  • Tepuka Savilivili
  • Tutaga
  • Vasafua

Халҡы

Атолл халҡы — 5070 кеше (2010), был илдә иң күп халыҡ йәшәгән атолл. Был утрауҙа дүрт ҡасаба бар, уларҙың береһендә (Ваиаку) хөкүмәт урынлашҡан. Ҡайһы берҙә Тувалуның баш ҡалаһы Фонгафале йәки Ваиаку тип әйтәләр, әммә рәсми рәүештә илдең баш ҡалаһы атамаһы — Фунафути атоллы. Фонгафале, Фунафала һәм Аматуку утрауҙарында халыҡ даими йәшәй.

Фонгафале

  • Факаифу — 1007 кеше.
  • Сенала — 589 кеше.
  • Алапи — 1024 кеше.
  • Ваиаку — 516 кеше.
  • Лофеагаи — 399 кеше.
  • Теоне — 540 кеше.
  • Текаватоэтоэ — 343 кеше.

Фунафала

  • Фунафала — 21 кеше.

Аматуку

  • Аматуку — 52 кеше.

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса был 9 тораҡ пунктта 4492 кеше йәшәй.

Иҡтисады

Аэропорт, ҡунаҡхана (Vaiaku Langi Hotel), административ биналар, традицион стилдә пальма япраҡтарынан, хәҙерге заман цементтан төҙөлгән торлаҡ йорттар бар.

Фунафути атоллы майҙанының күпселек өлөшөн аэропорттың осоу-ултырыу һыҙаты биләй. Әммә самолеттар бында аҙнаһына ике тапҡыр ғына килгәнлектән, аэропорт буш булғанда, полоса регби уйыны майҙансығына әйләнә, ә аҙнаһына бер тапҡыр иртән уны баҙар сифатында ҡулланалар[4].

Иҫтәлекле урындары

Фунафути атоллында иң әһәмиәтле иҫтәлекле урын — Тувалу сиркәүе. Икенсе иҫтәлекле урын — Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Фунафутиҙа һәләкәткә осраған АҠШ самолеты ҡалдыҡтары. Был ваҡытта самолеттарҙың осоу-ултырыу һыҙаты АҠШ хәрби-һауа көстәре тарафынан Гилберт утрауҙарын (хәҙерге Кирибати) һаҡлау өсөн файҙаланыла. АҠШ 1970-се йылдар аҙағында дуҫлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғанға тиклем Фунафутиға дәғүә иткән.

Иҫкәрмәләр

  1. Словарь географических названий зарубежных стран. — 3-е изд. перераб. и доп. М.: Недра, 1986. — С. 398. — 459 с.
  2. Islands of Tuvalu. Дата обращения: 24 июль 2013. Архивировано 27 июль 2013 года.
  3. Funafuti. Дата обращения: 24 июль 2013. Архивировано 30 июль 2017 года.
  4. Океания: столицы и лица. Дата обращения: 22 июнь 2022. Архивировано 31 июль 2022 года.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.