Франческо Петрарка

Франческо Петрарка (итал. Francesco Petrarca; 20 июль 1304 йыл — 19 июль 1374 йыл) — итальян шағиры, гуманистарҙың өлкән быуыны башлығы, итальян Проторенессансының бөйөк эшмәкәрҙәренең береһе, Варлаам Калабрийскийҙың уҡыусыһы.

Франческо Петрарка
итал. Francesco Petrarca
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Исем Pétrarque[4]
Тыуған көнө 20 июль 1304[5][6]
Тыуған урыны Ареццо[d], Флоренция республикаһы[d][6][2][7]
Вафат булған көнө 19 июль 1374[6] (69 йәш)
Вафат булған урыны Аркуа-Петрарка[d], Венеция республикаһы[d][6][7]
Ерләнгән урыны Аркуа-Петрарка[d][8]
Q55086272?[8]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Petracco[d]
Әсәһе Eietta Canigiani[d][9]
Әһәмиәтле кеше Джованни Боккаччо
Яҙма әҫәрҙәр теле Итальян һәм Латин теле
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, шағир, тәржемәсе, поэт-песенник, яҙыусы, альпинист, автобиограф, филолог, гуманист, католический клерик
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә
Уҡыу йорто Университет Монпелье[d]
Болонский университет[d]
Уҡыусылар Мальпагини, Джованни[d]
Кемдә уҡыған Pietro Cerniti[d][10], Jacobus de Belviso[d], Варлаам Калабрийский[d] һәм Giovanni d'Andrea[d]
Гаплогруппа МДНК Гаплогруппа J[d][11]
Спорт төрө альпинизм[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Петраркизм[d]
Жанр шиғриәт һәм проза
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Телгә алынған хеҙмәттәр Canzoniere[d]
Подтверждено в Mare Magnum. Etruria (vol. 95)[d][12] һәм Mare Magnum volume 82[d][12]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Гетти музейы һәм Милли сәнғәт галереяһы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Francesco Petrarca
 Франческо Петрарка Викимилектә

Биографияһы

Петрарка 1304 йылдың 20 июлендә Ареццола тыуа. Атаһы, Флоренция юрисы Пьетро ди сер Паренцо (ҡушаматы — Петракко) Данте менән бер үк ваҡытта Флоренциянан «аҡ» гвельфтар партияһында торған өсөн ҡыуыла һәм ошонда үҙенә һыйыныу таба. Тоскананың ҙур булмаған ҡалалары буйлап бәргеләнеп йөрөгәндән һуң туғыҙ йәшлек Франческоның ата-әсәһе Авиньонға, ә һуңынан әсәһе күрше Карпантраға күсеп килә.

Бында, хәҙерге Францияның көньяғында, Петрарка мәктәкә бара, латин телен өйрәнә, Рим әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына. Уҡыуын тамамлағас (1319), Петрарка атаһының теләге буйынса, тәүҙә Монпельела, һуңынан Болон университетына, хоҡуҡ өйрәнә башлай. Атаһы 1326 йылда вафат булғанға тиклем шунда ҡала. Тик Петрарканы юриспруденция бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, ул классик яҙыусылар менән күберәк мауыға башлай.

Университетты тамамлағас, юрист булып китмәй, ә йәшәү сараһы табыр өсөн руханилыҡ ҡабул итә, сөнки атаһынан мираҫ булып Вергилий әҫәрҙәренең ҡулъяҙмаһы ғына ҡала. Авиньонда папа һарайына урынлашҡандан һуң, Петрарка рухи дәрәжәгә эйә була һәм ҡеүәтле Колонна ғаиләһе менән яҡынлаша. Уның ағзаларының береһе Джакомо университет дуҫы була, ә киләһе йылда (1327) беренсе тапҡыр Лаура де Новты күрә. Яуапһыҙ мөхәббәте уның шиғриәтенең төп темаһына әүерелә һәм Авиньондан Воклюзға ките сәбәбенең береһе булып тора.

Петрарка шулай уҡ 1336 йылдың 26 апрелендә Ванту тауы түбәһенә күтәрелеүе (ағаһы менән) рәсми теркәлеүе менән дә билдәле[13]. Уға тиклем тау түбәһенә Жан Буридан һәм ошо урында йәшәгән халыҡ менгән булһа ла, уларҙың тауҙы буйһондороуы рәсми теркәлмәй.

Дж. Колоннаның ҡурсалауы һәм әҙәби билдәлелеге уға бер нисә сиркәү синекуры килтерә; ул Сорг йылғаһы үҙәнендә йорт һатып ала, унда тәнәфестәр менән 16 йыл йәшәй (1337—1353). Шул уҡ ваҡытта Петрарканың хаттары һәм әҙәби әҫәрҙәре уға дан килтерә, һәм ул бер үк ваҡытта тиерлек Париждан, Неаполдән һәм Римдан лавр тажы менән бүләкләүгә саҡырыу ала. Петрарка Римды һайлай һәм «Африка» поэмаһы өсөн тантаналы рәүештә Капитолияла Санта-Мария-ин-Арачели сиркәүенлә 1341 йылдың Пасхаһында лавр тажы менән бүләкләнә. Был көндө ҡайһы бер тикшеренеүселәр Яңырыу дәүере башы тип һанай[14].

Парма тираны Аццо ди Корреджо һарайында бер йыл самаһы йәшәгәндән һуң, ул ҡабаттан Воклюзға ҡайта. Боронғо Римдың бөйөклөгөн тергеҙеү тураһында хыялланып, ул Рим республикаһын тергеҙеү буйынса вәғәз тарата башлай, Кола ди Риенци (1347) «трибунаһы» авантюраһын хуплай, был уның Колонна менән мөнәсәбәттәрен боҙа һәм Италияла төпләнеүенә сәбәп була. Италия буйлап күп һанлы дуҫлыҡ бәйләнештәре булдырған (шул иҫәптән Бокаччо менән) ике оҙайлы сәйәхәттән һуң (1344—1345,1347-1351), Петрарка 1353 йылда, папа тәхетенә Петрарканы мәғжизәсе тип һанаған Иннокентий IV ултырғас, мәңгелеккә Воклюзды ҡалдыра.

Флоренцияла тәҡдим ителгән кафедраны кире ҡағып, Петрарка Миланда Висконти һарайы ҡарамағында йәшәй; төрлө дипломатик миссиялар үтәй, Прагала император Карл IV янында була. 1361 йылда Петрарка Миланды ҡалдыра һәм Авиньонға ҡайтырға һәм Прагаға күсенергә уңышһыҙ маташыуҙарҙан һуң Венецияға күсә (1362—1367), унда никахһыҙ тыуған ҡыҙы ире менән йәшәгән була.

Бынан ул йыл һайын тиерлек Италия буйлап оҙайлы сәйәхәттәргә сыға. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Петрарка Франческо I да Каррар һарайында, өлөшләтә Падуяла, өлөшләләтә ҡала ситендәге Аркуа ауылында үткәрә, шунда 1374 йылдың 19 июленә ҡарай төндә, 70 йәше тулыуға бер көн ҡалғас вафат була. Уны иртән өҫтәл артында ҡулына ҡәләм тотоп, Цезарҙың тормошон һүрәтләгәндә үлгән килеш табалар. Урындағы зыяратта кейәүе Броссано уға ҡыҙыл мәрмәрҙән һәйкәл ҡуя, бюсы 1667 йылда ултыртыла[15].

Ижады

Петрарка әҫәрҙәре ике тигеҙ булмаған өлөшкә бүленә: итальян шиғриәте һәм латин телендә яҙылған төрлө әҫәрҙәр.

Итальян телле ижады

Альтикьеро да Дзевио, Петрарка портреты

Әгәр Петрарканың латин әҫәрҙәре күберәк тарихи әһәмиәткә эйә булһа, шағир булараҡ уның донъяла танылыуы итальян шиғырҙарына нигеҙләнгән. Петрарка үҙе уларға иғтибарһыҙ ҡарай, сөнки уларҙы тамашасылар өсөн түгел, ә үҙе өсөн, «дан өсөн түгел, ҡайғылы йөрәген еңеләйтергә тырышып» яҙғанмын тип һанай. Петрарканың итальян шиғырҙарының самимилығы, тәрән ихласлығы замандаштарына һәм аҙаҡҡы быуындарға ҙур йоғонто яһай.

Үҙенең һөйгәнен ул Лаура тип атай һәм уның хаҡында, беренсе тапҡыр 1327 йылдың 6 апрелендә Санта-Кьяра сиркәүендә күреүе һәм 21 йылдан һуң вафат булыуы тураһында ғына хәбәр итә, шунан һуң ул уны тағы 10 йыл данлай. Уға бағышланған, традицион рәүештә Il Canzoniere (ит. Йыр китабы), йәки Rime Sparse[16], йәки (латынь буйынса) Rerum vulgarium fragmenta[17] тип аталған ике өлөшлө сонеттар һәм канцон йыйынтығы — Петрарканың итальян телендәге әҫәренең әһәмиәте буйынса үҙәк урында торған әҫәре. Лаураға һөйөүҙе һүрәтләүҙән тыш, "Канцоньере"ла төрлө йөкмәткеле, башлыса сәйәси һәм дини шиғырҙар бар. Ул XVII быуат башына тиклем 200 самаһы тапҡыр нәшер ителә һәм XIV быуатта Л. Марсильиҙан алып XIX быуатта Леопардиға тиклем бик күп ғалимдарҙың һәм шағирҙарҙың фекерҙәрен йыйып, Петрарканың итальян һәм дөйөм әҙәбиәт тарихында әһәмиәтен билдәләй.

Итальян телендәге икенсе әҫәрендә, «Триумфы» поэмаһында, шағир аллегорик рәүештә мөхәббәттең — кешене, сафлыҡтың — мөхәббәте, үлемдең — сафлыҡты, дандың — үлемде, ваҡыттың — данды һәм мәңгелектең ваҡытты еңеүен һүрәтләй.

Петрарка итальян лирикаһы өсөн ысын художестволы форма булдыра: уның ижадында шиғриәт беренсе тапҡыр шәхси хистәрҙең эске тарихы булып тора. Кешенең эске тормошона ҡыҙыҡһыныу Петрарканың латин әҫәрҙәре аша үтә, улар уның гуманист булараҡ әһәмиәтен билдәләй.

Латин ижады

Петрарканың Андреа дель Кастаньо эшләгән портреты, Кардуччо виллаһы фрескалары

Быға, беренсе сиратта, уның ике автобиографияһы инә: береһе, тамамланмаған, вариҫтарына хат формаһында («Эpistola ad posteros») авторҙың тышҡы тарихын һүрәтләй, икенсеһе, Петрарка менән Августин диалогы рәүешендә («О презрении к миру», 1343), уның әхлаҡи көрәшен һәм, ғөмүмән, эске тормошон һүрәтләй. был көрәш сығанағы булып Петрарканың шәхси ынтылыштары һәм традицион-аскетик рухиәте ҡаршылығы тора; бынан Петрарканың этник мәсьәләләргә айырым иғтибары тыуа, уларға ул 4 трактат бағышлаған («De remediis utriusque fortunae» («О средствах против превратностей судьбы»), «De vita solitaria» («Об уединённой жизни»), «De otio religioso» («О монашеском досуге») һәм «De vera sapientia» («Об истинной мудрости»). Дини-аскетик ҡарашлы Августин менән алышта Петрарканың донъяға гуманистик ҡарашы еңә.

Ҡәтғи диндар католик булып ҡалып, Петрарка был трактаттарҙа, шулай уҡ хатлашыуҙарҙа һәм башҡа әҫәрҙәрҙә үҙенеңклассик әҙәбиәткә һөйөүен (латин әҙәбиәтенә, сөнки грек телен уҡымай) сиркәү доктринаһы менән яраштырырға тырыша, өҫтәүенә, шул уҡ ваҡытта схоластарға һәм уға замандаш руханиҙарға ҡәтғи һөжүм итә.

Айырыуса папа баш ҡалаһының — «яңы Вавилондың» аҙғынлығына ҡаршы киҫкен сатирик тәнҡит менән тулы «Адресһыҙ хаттар»ҙа («Epistolae sine titulo»).

Был хаттар дүрт китаптан тора, уларҙың барыһы ла аныҡ йә уйҙырма шәхестәргә адреслана. Цицерон һәм Сенеканың хаттары менән бәйле был үҙенсәлекле әҙәби жанр ҙур уңыш менән файҙаланыла һәм латин һүҙенең оҫталыҡ кимәле лә, йөкмәтке йәһәтеннә көнүҙәк тә булып тора.

Петрарканың гуманизм тарихында әһәмиәте шунда: ул кешенең эске тормошоноң бөтә яҡтарына тәрән ҡыҙыҡһыныуы, хәҙерге заманға һәм үткәндәргә ҡарата тәнҡитле мөнәсәбәте, боронғо әҙәбиәттә яңы донъяға ҡараш булдырыу һәм яңы ихтыяждарҙы аҡлау өсөн нигеҙ һәм таяныс табырға тырышыуы менән иртә гуманистик әҙәбиәттең бөтә йүнәлештәренә нигеҙ һала.

Музыкаға йоғонтоһо

Музыка тарихы өсөн Петрарканың төрлө итальян шиғырҙары — мадригалдар, секстиндар, канцондар, сонеттар — ҙур әһәмиәткә эйә була. Тәүге тапҡыр уларҙы үҙҙәренең донъяуи әҫәрҙәренең (башлыса мадригалдарҙы) нигеҙенә XIV быуат композиторҙары (Ars nova) һала. XVII быуат башындағы мадригалистар — Адриан Вилларт, Киприан де Роре, Лука Маренцио, Клаудио Монтеверди -Петрарканың шиғырҙарын айырыуса интенсив тауышландыра. Яңырыу дәүере тамамланыу менән музыканттарҙың Петрарка менән ҡыҙыҡһыныуы кәмей, әммә XIX быуат романтиктарында яңы көс менән тоҡана (Ф. Шуберт йырҙары, Ф. Листың фортепиана өсөн «Петрарка сонеттары»). Һирәкләп уларға XX быуатта ла композиторҙар мөрәжәғәт итә (А. Шёнберг. Серенаданың 4-се өлөшө, Петрарка сонеты тексына 24 op). Петрарканың ике сонеты Е. М. Солонович тәржемәһендә (IX, XVII) Хелавистың 2009 йылда сыҡҡан «Леопард в городе» соло альбомына ингән ала.

Әҫәрҙәре исемлеге

Молдованың почта маркаһы, 2007 йыл
  • «Canzoniere» («Книга песен»), Лаураға 366 сонет
  • «Trionfi» («Триумфы»)
  • Диалог «De contemptu mundi» («De secreto conflictu curarum suarum» «О презрении к миру», «Моя тайна, или Книга бесед о презрении к миру»), 1343
  • трактаттар:
    • «De remediis utriusque fortunae», 1360—1366
    • «De vita solitaria», ок. 1346—1356
    • «De otio religioso», 1346—1356
    • «De vera sapientia»
  • инвективтар:
    • «Contra medicum quendam invectivarum», 1355
    • «Contra cujusdam Galli anonymi calumnias apologia»
    • «Contra quendam Gallum innominatum, sed in dignitate positum» («Contra eum qui maledixit Italiam»)
    • «De sui ipsius et multorum ignorantia», 1368
  • «De rebus memorandis» (Rerum memorandarum libri), 1350
  • «De Viris Illustribus» (Книга о знаменитых мужах), 1337
  • «Itinerarium ad sepulcrum Domini»
  • Хаттар (Мөрәжәғәтнамәләр):
    • «Epistolae de rebus familiaribus et variae» (Familiares, Familiarium rerum libri), 350 хат ингән 24 китап, 1325—1361.
    • «Epistolae seniles», 125 хат, 1361—1374
      • «Epistola ad posteros» («Письмо к потомкам»)
    • «Sine nomine» («Epistolae sine titulo», «Письма без адреса»), 19 хат, 1342—1358
    • «Variae» (Extravagantes), 65 хат
    • «Epistole metricae», 1333—1361, 66 хат
  • «Itinerarium Syriacum»
  • Эклоги «Bucolicum carmen» (Буколические песни), 1346—1357, 12 шиғыр
  • «Африка» эпик поэмаһы, 1339—1342
  • De gestis Cesaris
  • Contra quendam magni status hominem
  • Collatio laureationis
  • «Psalmi penitentiales» (Покаянные псалмы)
  • Collatio coram Johanne rege
  • Collatio inter Scipionem, Alexandrum, Hannibalem
  • Arringhe
  • Orationes
  • Testamentum
  • Franchecko

Хәтер

  • Петрарка хөрмәтенә Меркурийҙағы кратер аталған.
  • 1901 йылда асылған астероид (467) Петрарканың һөйгәне Лаура хөрмәтенә аталған.

Иҫкәрмәләр

  1. Record #39382430, Record #4668156811376945390003 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118593234 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. BeWeB
  4. Vasari G. Les Vies des meilleurs peintres, sculpteurs et architectes (фр.) / A. ChastelArles: Actes Sud, 2005. — Vol. 1. — P. 117.
  5. Istituto dell'Enciclopedia Italiana Petrarca, Francesco // Enciclopedia on line (итал.)
  6. Елина Н. Г., Елина Н. Г. Петрарка // Краткая литературная энциклопедия (урыҫ)М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 5.
  7. Archivio Storico Ricordi — 1808.
  8. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  9. Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  10. Rico F., Marcozzi L. PETRARCA, Francesco // Dizionario Biografico degli Italiani (итал.) — 2015. — Vol. 82.
  11. https://www.eupedia.com/genetics/famous_mtdna_by_haplogroup.shtml#J
  12. http://www.maru.firenze.sbn.it/MareMagnum/mare_magnum.htm
  13. Medieval Sourcebook: Petrarch: The Ascent of Mount Ventoux. Дата обращения: 4 сентябрь 2009. Архивировано 12 май 2011 года.
  14. Шайтанов И. О. История зарубежной литературы. Эпоха Возрождения. — М.: Дрофа, 2009. — Том 1. — С. 15
  15. Арква // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  16. букв. «Фрагменты [стихов] на итальянские темы».
  17. букв. «Всякие разбросанные стихи».

Әҙәбиәт

  • Петрарка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Петрарка // Литературная энциклопедия: В 11 т. М., 1929—1939.
  • Фойгт Г. Франческо Петрарка. Гениальность и её воспламеняющая сила // Возрождение классической древности, или Первый век гуманизма. М.: тип. М. П. Щепкина, 1884. — Т. 1.
  • Романчук А. Роль Франческо Петрарки в формировании образа сомневающегося интеллигента // Франческо Петрарка и европейская культура. М.: Наука, 2007. — С. 92—96.
  • Лаппо-Данилевский К. Ю.  Из истории знакомства с Петраркой в России // Русская литература. — 1991. — №  3. — С. 68—75.
  • Девятайкина Н. И. Мировоззрение Петрарки: этические взгляды. Саратов, 1988.- 208 с. ISBN 5-292-00025-6
  • Франческо Петрарка : Библиографический указатель русских переводов и критической литературы на русском языке / Сост. В. Т. Данченко. М., 1986.
  • Петрарка в русской литературе / Сост.: В. Т. Данченко; Автор вступ. статьи И. А. Пильщиков; Отв. ред. Ю. Г. Фридштейн. М.: Рудомино, 2006. — Т. 1. — 246 с.
  • Петрарка в русской литературе / Сост.: В. Т. Данченко; Отв. ред. Ю. Г. Фридштейн. М.: Рудомино, 2006. — Т. 2. — 447 с.
  • Абрамсон М. Л. От Данте к Альберти / Отв. ред. член-корр. АН СССР З. В. Удальцова. Академия наук СССР. М.: Наука, 1979. — С. 88—110. — 184 с. — (Из истории мировой культуры). 75 000 экз.
  • Хлодовский Р. И. Франческо Петрарка. М.: Наука, 1974.
  • Almo Paita, Petrarca e Laura, Milano, 2004, ISBN 88-17-00426-X
  • Enrico Fenzi, Petrarca, Bologna, Il mulino, 2008.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.