Фатализм

Фатализм йәки фаталлек (лат. fatalis — яҙмыш тарафынан билдәләнгән) — яҙмыштың алдан билдәләнгәнлегенә ышаныу; нигеҙендә ваҡиғаларҙың ҡотолғоһоҙ булыуына ышаныу ятҡан ҡараш, алдан яҙылғанлыҡ һәм тик ошо арауыҡтың баштан һалынған үҙенсәлектәре «ғәмәлгә инеү».

Грек яҙмыш алиһәһе

Фатализм уның бөтә сағылышында ла кешенең йәшәү мәғәнәһенә һәм маҡсатҡа ярашлылығына ҡарата үҙбилдәләнеш системаларының береһе булып тора.

Фатум һәм ихтыяр азатлығы

Фатализмды хәҙерге йәмғиәт танымауҙың төп сәбәбе — уны етди ҡабул итмәү, ижади процесс үҙлегенән килеп сығыуына, фәнни эҙләнеүҙәрҙең сикһеҙ мөмкинлектәре барлығына ышаныу.

«Фатализм» һүҙе йыш ҡына «көнкүреш пессимизмы» һүҙенә синоним булараҡ ҡулланыла.

Әгәр «көнсығыш доктриналары» менән шартлы параллель үткәрһәк, Индуизмда фатумды яҙмыш, донъяның цикллы ҡабатланған булмышында, уның тәүге яралтылғанлығында универсаль булмыш законы (Дһарма санскр. धर्म, dharma) бар тип аңлау. Киң мәғәнәлә бындай инаныс индуизмға, шулай уҡ буддизмға хас.

Ҡытай фәлсәфәһе, "көнбайыш"тан айырмалы, фатум төшөнсәһен ҡарамай, ә йәрәбәгә идара итеү ысулдары (йәки, күберәк, уның менән үҙ-ара эш итеү) тураһында күберәк ҡайғырта.

Йәһүдилектә шулай уҡ фатум һәм йәрәбә төшөнсәләренә тап килә, әммә шартлы һәм үҙенсәлекле. Мишна китабында «Аколь цафуй, веарешут нетуна, убетов аолам нидон» — «Бөтәһе лә алдан билдәләнгән, әммә азатлыҡ бирелгән; ә донъя зарурлыҡ буйынса хөкөм ителә». Бындай параллелдең шартлылығы — ихтыяр иркенә баҫым яһау, ул йәһүд тормош нормаһына индерелгән.

Ислам термины «ҡадәр һәм ҡаза» Аллаһ яҙған тәҡдирҙе, Уның ихтыярын тормошҡа ашырыуҙы аңлата. Был ябай ҡарар ғына түгел, ә ғәҙел ҡарар, ғәҙел бүлеү. Был — Аллаһтың ихтыяры һәм ҡөҙрәте, ул тигеҙ, дөрөҫ итеп тормошҡа аша.

Ҡөрьәндә кешеләрҙең үлгәндән һуң Ожмахҡа йәки Тамуҡҡа эләгеүе тураһында туранан-тура күрһәтмә юҡ, әммә бындай күрһәтмәләр ҡайһы бер хәҙистәрҙә осрай.

Форс һәм фатум (осраҡлылыҡ һәм тәҡдир тураһында)

Һөйәк

Боронғо заманда күрәҙәселәр Юғарынан билдәләнгән тәҡдирҙе асыҡлау өсөн төрлө әйберҙәр ҡулланған. Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткәндәрҙән шундайҙарға түбәндәгеләр ҡарай: уйын карталары һәм ноҡот һалыу.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

    Әҙәбиәт

    Һылтанмалар


    Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.