Уҫы (Өфө йылғаһы ҡушылдығы)

УҫыРәсәй йылғаһы. Башҡортостан буйлап аға. Өфөһының уң ҡушылдығы, йылға тамағынан 74 км өҫтәрәк урынлашҡан. Йылға оҙонлоғо 126 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 964 км²[1].

Уҫы
Ҡайҙа ҡоя Ҡариҙел
Ҡушылдыҡ Чернояс, Куянсак һәм Багышлы[d]
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 964 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 126 km

Географияһы

Ҡариҙел районы Нәғретдин һәм Верхнеусинский ауылдарынан 5 километрға көньяҡтараҡ баш ала. Төньяҡтан көньяҡҡа табан Ҡариҙел һәм Мишкә райондары сигенән, Благовещен районының Уҫы-Степановка, Ежовка, Бедеева Поляна, Быково, Арҡауыл һ. б. ауылдары аша аға һәм Түбәнге Иҙәк ауылы янында Ҡар иҙелгә ҡоя. Йылғаның дөйөм ағып төшөүе — 109,7 м. Туҡланыуы — ҡатнаш, ҡарҙар ирегәндә йылға таша. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу тотоноуы — 80 м³/с. Йылғаның максималь тәрәнлеге — 1,5 м, уртаса тәрәнлеге — 0,7 м, уртаса киңлеге — 12 м. Ағым тиҙлеге — 0,2 м/с.

Йылға бассейны, аргиллит, ангидрит, гипс, доломит, эзбизташ, өфө ярусы таш тоҙо һәм юғары пермдең көнгөр ярусынан торған Өфө яйлаһының көньяҡ-көнбайышында һәм Ағиҙел буйы тигеҙһеҙ-тулҡынлы тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Асыҡ карбонат (юғарғы өлөшөндә) һәм сульфат ябыҡ карсты (һыуға иреүсән тау тоҡомдары) үҫешкән. Ландшафтында ҡара-һоро, һоро урман тупрағы, киң япраҡлы урмандар үҫә. Ҡушылдыҡтары: уңы — Бағышла, һулы — Седяшка.

Себерҙә лә Уса исемле ҙур йылға бар. Шор телендә Уса (У-Суғ) Күк йылғаһы йәки күк белемен буйһондороусы йылға тигәнде аңлата. Тағы бер тәржемә бар: У — көслө, Суғ — йылға. Бәлки, Урал буйҙарына күсеп килгән ҡәбиләләр Усы исемен бында ла ҡушҡандыр тип фаразларға ла була.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Кама һыу бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһыӨфө йылғаһы, Павловка һыуһаҡлағысынан Шакша ҡала тибындағы ҡасабаның һыу үлсәү посына тиклем урынлашҡан, йылғаның бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел. Йылға бассейны — Кама[1].

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. «Река Уса» — информация об объекте в Государственном водном реестре
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.