Учалы йәмиғ мәсете

Учалы йәмиғ мәсете — Учалы ҡалаһында урынлашҡан ислам мәҙәни-белем биреү үҙәге. 1994 йылда асылған. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында була.

Мәсет
Учалы йәмиғ мәсете
ИлРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
РегионБашҡортостан Башҡортостан
ҠалаУчалы
АдресыТыныслыҡ урамы
йүнәлеш, мәктәпсөнниҙәр, хәнәфи мәҙһәб
Диниә назараты, мөхтәсибәтБашҡортостан мосолмандары Диниә назараты
ТөҙөүсеУчалы ҡалаһындағы «Төҙөүсе» тресы
Төҙөлөштө башлаусыУчалылар
Шәфҡәт итеүселәрУчалылар, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты
Төҙөлөш19931994 йылдар
Последний имамИ.А.Мәзитов
Статусислам мәҙәни-белем биреү үҙәге
Вместимость100 артыҡ кеше
Манаралар һаны1
Манара бейеклеге27
МатериалКирбес, тимербетон
Торошоғәмәлдә

1994

Мәсет 2 ҡатлы, ҡатмарлы планлы. Манараһы (көмбәҙе менән бергә бейеклеге — 27 м) бер яруслы, мәсет бинаһына терәтеп төҙөлгән, уратма балконы бар.

Мәсеттә 2 намаҙ залы; стеналары Ҡөрьән сүрәләре һәм орнаменттар менән биҙәлгән.

Учалы йәмиғ мәсете эргәһендә ғәрәп телен һәм ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса балалар һәм өлкәндәр өсөн курстар эшләй. Мәсет ҡаланың дини үҙәге булып тора, унда мөхтәсибәт ултырыштары, мосолман байрамдары үткәрелә.

Имам‑хатиптары

  1. И. И.Мөхәмәтйәнов (1994 й. алып),
  2. В. Ф. Тажетдинов (1997 й. алып),
  3. Д. Г. Әхмәҙиев (2006 й. алып),
  4. И. А. Мәзитов (2010 й. алып).

Учалыла шулай уҡ Зәйнулла Рәсүлев мәсете бар.


This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.