Урғалы

Урғалы (рус. Ургала) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Урғалы ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1672 кеше[2]. Почта индексы — 452570, ОКАТО коды — 80210834001.

Ауыл
Урғалы
рус. Ургалы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай районы

Ауыл биләмәһе

Урғалы ауыл Советы (Балаҡатай районы)

Координаталар

55°32′48″ с. ш. 59°30′05″ в. д.

Элекке исеме

Урғалы станцияһы ауылы

Халҡы

1672[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 834 001

ОКТМО коды

80 610 434 101

ГКГН номеры

0221227

Урғалы (Рәсәй)
Урғалы
Урғалы
Урғалы (Башҡортостан Республикаһы)
Урғалы

Географик урыны

Тимер юл станцияһы ауылы Урғалы Әй бассейнына ҡараған Оло Урғыла йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 52 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Урғалы ауылы 1911 йылда Златоуст өйәҙе территорияһында Көнбайыш Урал (хәҙер — Көньяҡ Урал) тимер юлының Бирҙәүеш-Дружинин участкаһын төҙөгәндә Урғалы станцияһы ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Сәнәғәт үҙәге Уралды ТрансСебер тимер юл магистрале менән тоташтырыу маҡсатында, Бирҙәүештән Наҙы-Петровск йүнәлешендә 19101919 йылдарҙа төҙөлә[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
19201-се Әйле улус Советы (1918 й.), Яҫауыл (Есаулово) ауыл СоветыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Яҫауыл ауыл Советы (1923 йылдан)Мәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ыСССР СССР
1935Яҫауыл ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1941Яҫауыл ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1990Урғалы ауыл советыБалаҡатай районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1920 йылда Урғалы ҡасабаһындғы 35 йортта 154 кеше, ә Яҫауыл ауылындағы 109 йортта 566 кеше йәшәгән.

XX быуаттың 70-се йылдары башында 1837 йылда 6-сы Башҡорт кантоны башҡорттары нигеҙ һалған Яҫауыл ауылы Урғалыға ҡушыла. 2005 йылдан башлап хәҙерге статусына, ә 2007 йылдан — хәҙерге Урғалы атамаһына эйә.

Ауыл халҡы Урғалы магистраль газ торбаларының линия-етештереү идаралығында эшләй[5].

Әлеге ваҡытта Урғалы ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[6].

Халыҡ һаны

Урғалы ауылында башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август154+566
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар321
1959 йыл 15 ғинуар1024
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар151271879447,5 %52,5 %
2002 йыл 9 октябрь173684389348,6 %51,4 %
2010 йыл 14 октябрь167280786548,3 %51,7 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Иҡтисады

Урғалы ауылында 19801990 йылдарҙа төҙөлгән «Газпром трансгаз Өфө» яуаплығы сикләнғән йәмғиәткә ҡараған юл етештереү идаралығы (ЛПУ (рус.)) урынлашҡан. Идаралыҡ Төмән өлкәһенә барған нефть һәм газ үткәргес торбаларҙы хеҙмәтләндерә[7].

Хәтер

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Яҫауылдан, Урғалынан һәм башҡа тирә-яҡтағы ауылдарҙан 418 кеше фронтҡа китә, 271 кеше һәләк була. Яҡташ яугирҙарға һәйкәл 1991 йылда ҡуйылған[8].

Урамдары

  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Газсылар урамы (рус.  Газовиков (улица)
  • Киров урамы (рус.  Кирова (улица)
  • Х. Ғайсин урамы (рус.  Х. Гайсина (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Рәсәй урамы (рус.  Российская (улица)
  • Уҡытыусылар урамы (рус.  Учителей (улица)
  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Виктор Тиунов урамы (рус.  Виктора Тиунова (улица)
  • Мәжит Ғафури урамы (рус.  Мажита Гафури (улица)
  • Ишморатов исемендәге урамы (рус.  имени Ишмуратова (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • С. Юлаев урамы (рус.  С. Юлаева (улица)
  • Ҡояшлы урамы (рус.  Солнечная (улица)
  • Еңеү урамы (рус.  (улица)
  • Гагарин урамы (рус.  Гагарина (улица)[9]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Урғалы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 568. — ISBN 978-5-295-04683-4. 568 б.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 568. — ISBN 978-5-295-04683-4. 568 б.
  6. Урғалы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Село Ургала 2021 йыл 6 март архивланған.
  8. Село Ургала 2021 йыл 6 март архивланған.
  9. Карта д. Ургалы. Улица
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.