Ун ике имам
Ун ике имам (ғәр. الأئمة الاثنا عشر) - шиғыйлыҡта Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең дини һәм сәйәси вариҫтары тип һанала.
Тарихы
Шиғый-ун икеселәр теологияһына ярашлы, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вариҫы - тәҡүәлек менән идара итеүҙән тыш, Аллаһ ҡанундарын (шәриғәтте) һәм уның эзотерик мәғәнәһен һаҡлау һәм аңлатыу вәкәләтенә эйә булған гонаһһыҙ кеше.
Пәйғәмбәрҙең һәм имамдарҙың һүҙҙәре һәм ғәмәлдәре хаҡ, берләшмәлә уларға оҡшау өсөн өлгө булып тора; һөҙөмтәлә, улар хаталарҙан һәм гонаһтарҙан азат булырға, илаһи указ йәки Пәйғәмбәр бойороғо менән һайланырға тейеш[1][2].
Шиғыйҙар теологияһына ярашлы, ерҙә ислам берләшмәһендә власть хоҡуғына эйә булған имам һәр саҡ бар. Алла Илсеһе Ғәдир хәҙисендә әйткән хәҙрәте Али ибн Әбү Талип Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең законлы вариҫы һәм беренсе имам була. Хөсәйен ибн Алиҙан башҡа, һәр имам элекке имамдың улы булған, Хөсәйен ибн Али (Ғәли) - Хәсән ибн Алиҙың ҡустыһы[3].
Иҫкәрмәләр
- Nasr (1979), p. 10
- Momen (1985), p. 174
- «Shi’ite». Encyclopedia Britannica Online 2007 йыл 1 ноябрь архивланған. 2007. Retrieved 2007-11-06.