Тәүбә
Тәүбә (ғәр. توبة;рус. Та́уба или тавба) — исламда — тәүбә итеү, Аллаһтан гонаһтар өсөн ғәфү үтенеп доға ҡылыу.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Тәүбә төрҙәре
Гонаһ ҡылған һайын тәүбә итеү йыш ҡына «тәүбә әл-истиғфар» тип йөрөтөлә. Башҡа ҡабатламаҫ ниәт менән гонаһ ҡылыу менән бер ваҡытта тәүбә итеү йыш ҡына «тәүбә ән-нәсух» тип атала. Бындай тәүбәгә килергә ашыҡмаҫҡа кәрәк[1].
Тәүбә итеү кәрәклеге тураһында күп кенә Ҡөрьән аяттарында һәм хәҙистәрҙә әйтелә. Һәр гонаһтан һуң тәүбә итеү мотлаҡ (фарыз) гонаһ ҡылғандан һуң тәүбә итергә һуңларға ярамай. Тәүбә итеү йөрәгең менән һәм телдә нығытыу юлы менән башҡарыла. Бөтә шарттар үтәлһә, мосолман Аллаһ уны ғәфү итер тип өмөтләнергә тейеш[1].
Ҡөрьән сүрәһе
Ҡөрьәндең туғыҙынсы сүрәһе лә "Тәүбә " тип атала. Ул 129 аяттан тора. Һуңғы ике аятынан башҡалары Мәҙинәлә иңгән[1].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Али-заде, А. А. [764 Тауба] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Tawba / Denny, F. M. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)