Тәбәристан

Тәбәристан (рус. Табаристан) — урта быуаттарҙа (IX—XII быуат) Көнбайышта Гилән менән көнсығышта Хөрәсән араһында Каспий диңгеҙенең көньяҡ ярында (Ирандың хәҙерге территорияһы) урынлашҡан провинцияның урта быуаттағы атамаһы.

Тәбәристан
Рәсем
Дәүләт  Иран
Тәртип буйынса иртәрәк килеүсе Гиркания[d]
Тәбәристандың алтын ялатылған көмөш һауыты , VII—VIII бб. Британия музейы.

Тарихы

XIII быуаттан Мәзендеран исеме менән билдәле.

Ибраһим Исхаҡ уны шулай тасуирлай:

Тәбәристан — тигеҙ талыш ере, унда игенселек менән шөғөлләнәләр һәм йөк ташыу өсөн мал аҫрайҙар. Уларҙың теле ғәрәп теле лә, фарсы теле лә түгел… һәм Амоль, Натил, Чалус, Калар, Руйан, Мила, Бурджи, Чашма-йи Алхам, Сари, Михраван и Таммиших Тәбәристанда урынлашҡан[1].

Тәбәристан тарихын Сәйет Заһиретдин Мәрәши һүрәтләгән һәм академик Б. А. Дорн нәшер иткән[2]. Оксфордта Мөхәммәт әл-Хәсән улы ҡулъяҙмаһы, «Тарихи-тәбәристан», йәғни «Тәбәристан тарихы» бар.

Сасаниҙәр ҡарамағында Мәзендеран хакимдарының бойондороҡһоҙ биләмәһе булған. Ғәрәп хәлифәлеге составында, Сәмәниҙәр, Сәлжүкиҙәр һәм монголдар ҡарамағында бында урындағы Мәзендеран династиялары идара итә. XVI быуат аҙағында шаһ Ғәббәс I хакимлығы осоронда урындағы династия бөтөрөлә, ә провинция Сәфәүиҙәр дәүләтенә индерелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Риза Ша'бани. Краткая история Ирана. СПб.: Петербургское востоковедение, 2002. — С. 157—158. — ISBN 978-5-85803-380-6.
  2. Geschichte von Tabaristan. Pers. Text. — СПб., 1850.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.