Түбәнге Ҡыйғы

Түбәнге Ҡыйғы (рус. Нижние Киги) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1380 кеше[2]. Почта индексы — 452510, ОКАТО коды — 80236845001.

Село
Нижние Киги
Түбәнге Ҡыйғы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы

Координаталар

55°32′29″ с. ш. 58°30′17″ в. д.

Нигеҙләнгән

1783

Халҡы

1380[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452510

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 845 001

ОКТМО коды

80 636 445 101

ГКГН номеры

0520763

Нижние Киги (Рәсәй)
Нижние Киги
Нижние Киги
Түбәнге Ҡыйғы (Башҡортостан Республикаһы)
Нижние Киги

Географик урыны

Түбәнге Ҡыйғы ауылы Ҡыйғы йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 17 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 60 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Түбәнге Ҡыйғы ауылына 1703 йылда Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1710 йылда ике яҡ араһында төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса һуңғараҡ типтәрҙәр ҡатламына ингән яһаҡлы татарҙар һәм мишәрҙәр нигеҙ һалған.

1783 йылда бында Пермь наместниклығынан күсерелгән 88 ир-ат һәм 99 ҡатын-ҡыҙ типтәрҙәр йәшәргә килгән.

1795 йылда Түбәнге Ҡыйғы ауылындағы 34 йортта 281 кеше йәшәгән[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Дыуан улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
18167-се йорт4-се Загорный Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-се йорт-се Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-се йорт-се Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-се йорт-се Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Үрге Ҡыйғы улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Үрге Ҡыйғы биләмәһеДыуан-Ҡошсо кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926Үрге Ҡыйғы улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ыСССР СССР
1935Түбәнге Ҡыйғы ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1941Түбәнге Ҡыйғы ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1990Түбәнге Ҡыйғы ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008Түбәнге Ҡыйғы ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1816 йылда Түбәнге Ҡыйғы ауылында 105 ир-ат һәм 117 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Мишәрҙәр буйынса статистик мәғлүмәт юҡ. 1834 йылғы VIII ревизия мәғлүмәте буйынса Түбәнге Ҡыйғыла 540 мишәр, һәм шул сама типтәр теркәлгән.

1859 йылда 180 йортта 560 ир-ат һәм 570 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1864 йылдан башлап Түбәнге Ҡыйғы урыҫ ауыл мәктәбе эшләгән, һәм Кон­стантин Павлович Огарков исемле уҡытыусы 14 малайҙы грамотаға өйрәткән.

1865 йылда 170 йортта 1533 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, һыу тирмәне, 6 сауҙа кибете булған. Йәрминкәләр уҙғарылған.

Түбәнге Ҡыйғыла тимерлек, 2 тирмән, ХIХ быуат аҙағында — 5-әр һуҡҡыс һәм елгәргес, 4 бакалея кибете булған[5][6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

1906 йылда Түбәнге Ҡыйғы ауылында улус идаралығы урынлашҡан. Шулай уҡ 2 мәсет, министрлыҡ мәктәбе, 4 тимерлек, һыу тирмәне, 4 бакалея кибете булған.

1920 йылда 549 типтәр хужалығында 1388 ир-ат һәм 1590 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған. 110 типтәр ихатаһында 571 ат, 95 һыйыр, 95 һарыҡ, 73 кәзә аҫыралған.

89 мишәр ихатаһында 750 ат, 457 һыйыр, 400 һарыҡ, 130 кәзә тотолған.

Әлеге ваҡытта Түбәнге Ҡыйғы ауылында урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7].

Халыҡ һаны

Түбәнге Ҡыйғы ауылында татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август2978
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1810
1959 йыл 15 ғинуар1596
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар1427
2002 йыл 9 октябрь1393
2010 йыл 14 октябрь138065872247,752,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Тәхәүи урамы (рус.  Тахавия (улица)
  • Ҡарамалы урамы (рус.  Карамалы (улица)
  • 8 Март урамы (рус.  8 Марта (улица)
  • СССР-ҙың 60 йыллығы урамы (рус.  60 лет СССР (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (рус.  40 лет Победы (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Беренсе Май урамы (рус.  Первомайская (улица)
  • Октябрь урамы (рус.  Октябрьская (улица)
  • Комсомол урамы (рус.  Комсомольская (улица)
  • Салауат урамы (рус.  Салавата (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Ибраһим урамы (рус.  Ибрагима (улица)
  • Төньяҡ урамы (рус.  Северная (улица)[8]

. Һәм тағы ла 6 урам.

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар: Ҡыйғы

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Түбәнге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 57. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 61-62. РГАДА. Ф. 1355. Оп. 1. Д. 940. Л. 154. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 485. РГВИА. Ф. 414. Д. 338. Л. 7. Вестник Уфимского земства. С. 138.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. [https://mapdata.ru/bashkortostan/kiginskiy-rayon/selo-nizhnie-kigi/ Карта с. Нижние Киги. Улицы
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.