Тыпый


Тыпый (рус. Тупеево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 415 кеше[1]. Почта индексы — 452265, ОКАТО коды — 80230872002.

Ауыл
Тыпый
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Илеш районы

Координаталар

55°16′11″ с. ш. 54°10′41″ в. д.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 230 872 002

ОКТМО коды

80 630 472 106

ГКГН номеры

0520879

Тыпый (Рәсәй)
Тыпый
Тыпый
Тыпый (Башҡортостан Республикаһы)
Тыпый

Тарихы

Кантондар идаралығы дәүерендә (1798 — 1865 йй.) Маты һәм Түрбә йылғалары үҙәндәрен биләгән Тыпый ауылы 10-сы йорт составына инә. Ауылға нигеҙҙе Тыпый Бәҙергәнов (ЦГАДА. Ф. 1173. Оп. 1. Д. 1240. Л. 10) һала. Ошо ауылда йәшәгән Күҙәй Юзеев Ҡырғыҙ улусының башҡа аҫабалары менән бергә 1749 йылда үҙҙәренең еренә яһаҡ татары Үсәй Асиевты (иптәштәре менән бергә) Бай һәм Ютаҙы йылғалары үҙәндәрендә ике утар булдырыу өсөн 10 йылға индерә. Тыпый ауылы башҡорттары Иман һәм Сура Юлмәтовтар, Дауыт Московов батша крәҫтиәндәренә 15 йылға Татыш, Тимәле һәм башҡа күлдәрҙәге балыҡ тотоу урындарын 65 һумға ҡуртымға бирә[2].

III (1762 й.) һәм IV (1783 й.) рәүиздәре араһында ауылға типтәрҙәр индерелә, ә мишәрҙәр XIX быуат башында ғына был ауылға индерелә. Ауылда 1762 йылда 60 кеше, 1783 йылда - 91, 1795 йылда 22 ихатала - 232, 1816 й. - 426, 1834 й. - 456, 1858 йылда 166 ихатала - 1084, 1870 йылда 225 ихатала - 1124, 1917 йылда 399 ихатала 2010 кешенең йәшәүе теркәлә[2].

1870 йылда ауыл халҡы башҡорт тип теркәлә, 1917 йылғы рәүиздә ауылда йәшәүселәрҙең милләте дөрөҫ күрһәтелә[2].

Аҫаба башҡорт үрәтник Ҡотлобулат Юлдашев (1802 й. т.) 1828-1829 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышындағы батырлығы өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә[2].

1843 йылда 456 башҡортҡа 1600 бот ужым һәм 1592 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда картуф ултыртыла башлай. Бер кешенең 4 бот катуф ултыртыуы ла теркәлә. 1816 йылдан ауылда мәсет эшләй, ауылда 3 тирмән була[2].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар151476275250,349,7
1959 йыл 15 ғинуар87736950842,157,9
1970 йыл 15 ғинуар94343151245,754,3
1979 йыл 17 ғинуар73532740844,555,5
1989 йыл 12 ғинуар55527028548,651,4
2002 йыл 9 октябрь50624725948,851,2
2010 йыл 14 октябрь41519322246,553,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

Күренекле ауылдаштар

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.