Туҡай (Ауырғазы районы)

Туҡай (рус. Тукаево) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 547 кеше[2]. Почта индексы — 453489, ОКАТО коды — 80205852001.

Ауыл
Туҡай
рус. Тукаево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Туҡай

Координаталар

54°12′52″ с. ш. 55°49′18″ в. д.

Халҡы

547[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453489

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 852 001

ОКТМО коды

80 605 452 101

ГКГН номеры

0518875

Туҡай (Рәсәй)
Туҡай
Туҡай
Туҡай (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Туҡай

Тарихы

Туҡай ауылы сығанаҡтар буйынса XVIII быуаттың 20-се йылдарынан билдәле. Башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр бергә йәшәгән. Типтәрҙәр 1783 йылда — 72 кеше, 12 йылдан һуң 58 кеше булған. Мишәрҙәр 54 йортта 340 кеше иҫәпләнгән (1795 йылда). 39 йылдан һуң мишәрҙәр 694 кеше теркәлгән. Уларҙың күбеһе Өршәк-Мең улусының аҫаба башҡорттарынан һатып алынған ерҙә йәшәгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡаҙна ерҙәрен эшкәрткән[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь54726528248,451,6
Милли составы

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда йәшәүселәрҙең 76 процентын татарҙар тәшкил итә[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 26 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 50 км

Урамдары

  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Я.Чанышев урамы (рус. улица Я. Чанышева)[5]

Билдәле шәхестәре

  • Чанышев Яҡуп Йыһангир улы (27.02.1892—06.11.1987), хәрби хеҙмәткәр. Генерал-лейтенант (1944). 4-се дәрәжә Георгий тәреһе, ике Ленин (1945, 1945), дүрт Ҡыҙыл Байраҡ (1920, 1944, 1945, 1947), 2-се дәрәжә Суворов (1944), 1-се дәрәжә Кутузов (1944), Үзбәк ССР-ының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1923), һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1967, 1968) ордендары кавалеры.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар


This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.