Туғыҙлы ауыл Советы (Ҡыйғы районы)
Туғыҙлы ауыл Советы — Ҡыйғы районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452511. ОКАТО коды — 80236850000. Арыҫлан ауыл Советы менән берләштерелә.
Туғыҙлы ауыл Советы | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәк | Туғыҙлы |
Административ-территориаль берәмек | Ҡыйғы районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Тарихы
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы (ст.1, п. 29) «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[3]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Ҡыйғы районы буйынса:Иҫәп мәғлүмәттәренән Туғыҙлы ауыл Советын алып ташларға
Арыҫлан ауылында администартив үҙәге менән, «Арыҫлан» атамаһын һаҡлап, Арыҫлан һәм Туғыҙлы ауыл Советтарын берләштерергә. Туғыҙлы ауыл Советының Туғыҙлы, Иҙрис ауылдарын Арыҫлан ауылы Советына индерергә.
Арыҫлан ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Географик урыны
2008 йылда Силәбе өлкәһе, Йыланлы ауыл Советы, Үрге Ҡыйғы ауыл Советы, Ләүйылға ауыл Советы, Арыҫлан ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш[4](«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[5].
Иҫкәрмәләр
- Страница 404
- (ред. от 29.12.2006) "О ВНЕСЕНИИ ИЗМЕНЕНИЙ В АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОЕ УСТРОЙСТВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН В СВЯЗИ С ОБРАЗОВАНИЕМ, ОБЪЕДИНЕНИЕМ, УПРАЗДНЕНИЕМ И ИЗМЕНЕНИЕМ …
- Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН
- Страница 404