Троицк өйәҙе

Троицк өйәҙе, 1784 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙ 1923 йылда бөтөрөлә, территорияһы Урал өлкәһе составына инә.

Троицк өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб уездного центра
Герб губернии
Герб губернии
ГубернаЫрымбур губернаһы
Үҙәге Троицк
Барлыҡҡа килгән1784
Бөтөрөлгән1923
Майҙаны23388,4 км²
Халҡы201 231[1] кеш. (1897)

Административ уҙәге — Троицк ҡалаһы.

Тарих

Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1796 йылда алып Ырымбур губернаһы составында. Административ уҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Төньяҡ-көнсығыш Верхнеурал өйәҙҙың, көнсығыш Өфө өйәҙҙың һәм көнбайыш Силәбе өйәҙҙың Троицк өйәҙе составына күсә. Троицк өйәҙе бер өлөшө 1865 йылда Златоуст өйәҙе составына инә. 1919 йылда сентябрендә — Силәбе губернаһы составында. 1919 йылда 1 улус — Арғаяш кантоны, 5 улус Тамьян-Ҡатай кантоны составына инә. 1923 йылда өйәҙ Троицк округы итеп үҙгәртелеп, Урал өлкәһе составына күсә.

География

Троицк өйәҙе картаһы

XVIII быуат аҙағында өйәҙе төньяҡта һәм төньяҡ‑көнсығышта — Пермь наместниклығынан, көнсығышта — Силәбе өйәҙенә, көньяҡта — Урта жузда, көньяҡ‑көнбайышта Верхнеурал өйәҙенә, төньяҡ‑көнбайышта Өфө өйәҙенә менән сиктәш була. Административ уҙәге — Троицк ҡалаһы. Майҙаны — 23 388,4 км² (1897).

Халҡы

XVIII быуат аҙағында 52 661 кеше (шул иҫәптән башҡорттар 12 151), 1897 йылда — 201 231 (башҡорттар — 14 796, ҡаҙаҡтар — 1 042, татарҙар — 14 840, урыҫтар — 165 417 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 75993 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 33114, дворяндар — 1636 һәм башҡа; мосолмандар — 30944, православие динендәгеләр — 169576 (шул иҫәптән 8918 старообрядсы) һәм башҡа. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙ территорияһында 3‑сө башҡорт кантоны ойошторола, 1‑се мишәр кантоныныңбер өлөшө урынлаша.

МилләтХалыҡ, кеш. %
Башҡорттар14 7967,35
Урыҫтар165 41782,20
Татарҙар14 8407,37
Ҡаҙаҡтар1 0420,52
Бөтәһе201 231100,00

Иҡтисад

1866 йылда Троицк өйәҙе территорияһында 178 торама пункт иҫәпләнә, өйәҙ 4 станға бүленә. 1890 йылда 9 улус (Вознесенск, Егорьевск, Екатерининск, Константиновск, Мейәс, Сызгинск, Һарыстан, Тунготар, Түрғәяҡ) һәм 9 станица (Ключевская, Коельская, Кособродская, Кундравинская, Михайловская, Үрге Увел, Степная, Травниковская, Уй), 1917 йылда 13 улус теркәлгән. Халыҡтың төп өлөшө игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. XX быуатта башында Кочкар алтын приискылары, Мейәс алтын приискылары, кирбес һуғыу, 21 туң май, 5 тире иләү заводы һәм башҡа предприятиелар эшләй. Өйәҙҙә 9 ҙур йәрминкәләр үткәрелгән. 1892 йылда өйәҙ аша Көнбайыш-Себер тимер юлы, 1911-24 йылдарҙа Троицк тимер юлы үтә. 25 мәсет, 26 сиркәү һәм 33 часовня (1866) иҫәпләнгән.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.