Тирмәнйылға

Тирмәнйылға (рус. Терменьелга)) — Ишембай ҡалаһы биләмәләре аша аҡҡан йылға. Йылға Ағиҙелдең иҫке улағы ҡушылдыҡтарының береһе, һыубаҫар туғайҙарҙың береһендә йылға һыу аҫтына инеп юғала.

Тирмәнйылға
Ҡайҙа ҡоя Ағиҙел
Ҡушылдыҡ Сараж[d]
Водоём на реке Тирмән-Йылға быуаһы
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
 Тирмәнйылға Викимилектә

Тарихы

1939—1950 йылдарҙа Тирмән-Йылғаһы үҙәнендә Тирмән-йылға нефть ятҡылығы асыла.

1960-1970-се йылдарҙа Ишембай ҡалаһының сәнәғәт предприятиеларының эшен тәьмин итеү өсөн йылға улағында быуалар барлыҡҡа килә. «Ишембайнефть» НГДУ-һының ярҙамсы хужалығы өсөн Тирмән-Йылға быуаһы булдырыла[1]. Уның күләме — 520 мең кубометр, көҙгөһөнөң майҙаны — 0,17 мең кубометр.

Заманында Ишембай нефть эшкәртеү заводы[1] Тирмән-Йылға ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан «Аҡсарлаҡ» шифахана-профилакторийы (хәҙерге ваҡытта ул юҡҡа сығарылған) янында Дирән быуа (русса: Тюринский пруд) булдыра.

Иҫкәрмәләр

  1. Никулочкин Д. В. Санаторий «Чайка»: забвение или возрождение? // Подметки+ : газ.. Ишимбай: РИК «Аспект», 2015. — № 21. — С. 2. ISSN 2220-8348.

Шулай уҡ ҡара

  • Ишембай һыу объекттары

Һылтанмалар

  • Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.