Терәүестан
Географияһы
Ҡыҙыл армиярайонының көньяҡ өлөшөндә, Ҡурған өлкәһе менән сигендә урынлашҡан. Күрше ауылдар: Ханжино һәм Пашнино[2].
Тасуирламаһы
Күл төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа таба һуҙылған, ярҙары һөҙәк. Яр һыҙаттары ныҡ йырғыланған, ҡултыҡтарҙа ҡамыш, екән үҫә. Көнсығыш яр бик ныҡ һаҙлыҡлы. Күлдең төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ өлөштәрендә шишмәләр бар. Һыуы тоҙло.
Һыу ятҡылығы ултырма сығышлы, шуға күрә лә — миҙгелгә бәйле рәүештә — кимәлен үҙгәреүе мөмкин. Ярға яҡын һыуға батҡан төпһәләрҙе, ағас олондарын, ҡоро ағастарҙы күрергә мөмкин. Һыу үтәҙеклеге юғары түгел.
Күлдә алабуға, рипус, пелядь, табан балыҡ, карп, ҡушбаш (толстолобик), аҡ амур, һыла, шамбы, сабаҡ тереклек итә[3]
Этимологияһы
Атаманың килеп сығышы тураһында бер нисә фараз йөрөй. Треустандың Һыуы ташыусан, бер йылғаға ла ҡылымығы юҡ, ҡар, грунт һыуҙары, яуым-төшөм арҡаһында ярҙарынан ташып, Треустан күле бер нисә йыл дауамында Берстеневка ауылының ауыл хужалығы ерҙәрен һыу баҫа. 2003 йылда унда һаҡлағыс дамба төҙөйҙәр, һәм Мейәс ҡушылдығы Сүмләк йылғаһы күлгә инмәй ҡала, күл тирәһендәге ауылдар һыу баҫыуҙан ҡотола. Мәгәр күл һыуҙары аҫтында, йәнәһе, элек уның ярында урынлашҡан өс колхоз станы тороп ҡала. Береһенең ҡыйығы менән багы ғына күренеп тора, тип хәбәр ителә «Гид» тип аталған сайтта[4] Шуға тиклем күл исемһеҙ булыуы һәм ошо хәлдән һуң Треустан тип атала башлауы шик тыуҙыра
Шул уҡ ваҡытта гидронимды башҡорт телендәге «терәү» һәм «стан» тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тип аңлатыусылар ҙа бар. Улар күл ситенең һаҙмырт, батҡыл булыуы сәбәпле терәүҙәр файҙаланырға тура килә тип аңлата[5]. "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә аңлатылыуынса, терәү — аумаһын, төшмәһен өсөн таянған нәмә; таяу. Стан — терәк, таяу хеҙмәтен үтәгән ҡоролма[6]
Иҫкәрмәләр
- GEOnet Names Server — 2018.
- Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
- Озеро треустан//Реки — озера
- Озеро Треустан
- Озеро Треустан// Урочища, где сходятся дороги
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 231-се бит