Тертуллиан
Квинт Септи́мий Фло́ренс Тертуллиа́н (лат. Quintus Septimius Florens Tertullianus[4]; 155/165, Карфаген (ҡала) — 220/240, шунда уҡ) — күренекле христиан яҙыусыларының, теологтарҙың һәм аполегеттарҙың береһе, 40 тракт авторы, шуларҙың 31 һаҡланып ҡалған. Тертуллиан беренселәрҙән булып дини тәғлимәттең барлыҡҡа килеү заманында Троица догмат концепцияһын сағылдыра[5]. Ул Урта быуаттың фекеренә — латин (патристика) һәм сиркәү (латин теле) теленә башланғыс һала.
Фактик яҡтан Тертуллиан - латин сиркәү ғилеменә һәм сиркәү теленә нигеҙ һалыусы. Адольф фон Гарнак, Догматтар тарихы, Гл.5, § 22 |
Тертуллиан | |
лат. Quintus Septimius Florens Tertullianus | |
| |
Исеме |
Квинт Септимий Флоренс Тертуллиан |
---|---|
Тыуған көнө | |
Вафат көнө |
240[2] |
Мәктәп/традиция |
патристика |
Тормошо
Карфагенда проконсул центурион ғаиләһендә тыуған. Римгә күскәс, риторика һәм философияны, һуңғараҡ юристпруденицияны, хоҡуҡты өйрәнә башлай. Уны Юстиниандың Дигестарҙа Тертуллиан юрист менән тиңләп телгә алыныуы, бер ҙә дәлилләнмәгән. 35 йәшендә Карфагенға ҡайтҡас, Тертуллиан христиан диненә күсә, 200 йылдар тирәһендә преситерға алына, ләкин 10 йылдан һуң аскет малоазий асектанттарына китә.
Монтанистар тәғлимәтендә уны ахырызамандың яҡынлашыуын көтөү, ҡаты аскетлыҡ ылыҡтыра, әммә ул, хатта монанистарҙы етерлек кимәлдә әхләҡи тип һанамай, һәм үҙ ойошмаһына нигеҙ һала. Ойошма, уның үлеменән һуң быуаттан ашыу көн итә. Тертуллиандың ҡасан үлеүе — билдәһеҙ, ул бик ҡартайып вафат була. Уның һаҡланып ҡалған хеҙмәттәре 220 йылдан да һуң яҙылмаған.
Хеҙмәттәре
Тертуллиан Изге Яҙмаларҙы һәм грек авторҙарының хеҙмәттәрен яҡшы белә. Беҙҙең көндәргә Тертуаллиандың 31 әҫәре килеп еткән. Уның хеҙмәт темалары практик әһәмиәткә эйә: христиандарҙың мәжүсилеккә ҡарата мөнәсәбәттәре, уларҙың әхлаҡи мәсьәләләре һәм мөртәтлекте кире ҡағыуы. Исемдәре билдәле булған 14 әҫәре һаҡланмаған.
Тәүҙә Тертуллиан апологетика менән шөғөлләнә, «Апологетик» («Apologeticus») һәм «Мәжүсиләргә» («Ad nationes») әҫәрәҙәрен яҙа, 197 йылда «Тамаша тураһында» («De spectaculis»), «Ботҡа табыныусылыҡ тураһында» («De idololatria»), «Ҡатын-ҡыҙ биҙәнеүе тураһында» («De feminarum cultu») һәм «Ҡатынға» («Ad uxorem») хеҙмәттәрендә христиан һәм әхлаҡ кодекс трактатын сағылдыра, катехумендарға «Суҡындырыу тураһында» («De baptismo»), «Доғалар тураһында» («De oratione») һәм «Тәүбә тураһында» («De poenitentia») трактаттарында нәсихәттәр бирә. «Мөртәттәрҙең ҡаршы дәлилдәрен кире ҡағыу тураһында» («De haereticorum praescriptione») трактатында, уларҙың тәғлимәтен өйрнергә кәрәкмәгәнлеген аңлата. Шуға күрә, Иероним Стридонский — Тертуллиан биографияһы авторы, уны «ardens vir» — «ярһыу ир» тип атай.
«Ышанам, сөнки абсурд»
Билдәле Максим афоризмы «'est absurdum quia Credo'» («ышанам, сөнки абсурд», йәғни метафизик аңлатмала) Тертуаллиандың «Иисус Христостың кәүҙәһе» (лат. De Christi Carne) әҫәрендә парафраз фрагменты булып тора, гностицизм һәм Маркион менән бәхәсендә яҙа (De Christi Carne, 5.4-се):
- «filius dei est mortuus Et: est prorsus credibile, quia ineptum est. Resurrexit sepultus Et: est certum, impossibile quia.»
Төрлө варианттарҙа тәржемә иткәндә түбәндәгесә яҙыла:
- Аллаһы Тәғәләнең Улы үлде: был билдәле, шулай ҙа мәғәнәһеҙ. Ерләнде, әммә терелде: был бәхәсһеҙ, сөнки мөмкин түгел.
- Аллаһы Тәғәләнең Улы үлде; был дөрөҫ, әммә бер нәмәгә лә ярашлы түгел. Ҡәбергә ерләгәндән һуң, терелде, әммә был мөмкин түгел.
Тертуллиандың фекеренә ярашлы, тикшеренеү функцияһынан баш тартып, философия аңлатма биреү функцияһы менән генә сиклнергә тейеш. Тертуллиан Яҙыуҙы аллегорик аңлатмалар аша биреүҙе инҡар итеп, библия тексында йәшерен мәғәнә эҙләүҙе, буш аҡыл һатыу менән тиңләп, «ашҡаҙандың ҡаҡшауына» (De pr. 15) алып килә һәм мөрттлеккә илтә, тип һанай. Ул, логик талаптарына ярашлы булмаһа ла, һүҙмә-һүҙ аңлатыуға өҫтөнлөк биргән. Тертуллиандың фекеренсә, әгәр нимәлер беҙҙең аңлау һәләтенән өҫтөн булһа, был уның абсурд булыуын күрһәтмәй. Киреһенсә, Яҙыуҙың берәй фекере абсурд булып күренһә, тимәк унда ниндәйҙер сер булыуы мөмкин, ул күберәк ышаныс тыуҙыра. Тертуллиандың дөйөм донъяға ҡарашына ярашлы, антик аҡыл күҙлегенән фәһемгә ҡаршы булғанға ышанырға кәрәк, ә, бәлки шуға ғына ышаныу мөмкиндер (credo quia ineptum). Максимдың ошо позицияһы «Credo quia absurdum est» («Ышанам, сөнки абсурд») саф иман концепцияһын яҡлаусы теологтарҙы илһамландыра, рациональ теологияның дәғүәләренә ҡаршы торорға ярҙам итә[6].
Әһәмиәте
Урта быуат дин белгестәре Тертуллианға уның раҫ христиан диненән монтанизмға күсеүен ғәфү итә алмайҙар[7][8]. Уларҙың хеҙмәттәрендә латин диненнең башлағысы бик һирәк һәм хаплауһыҙ телгә алына. Бик һирәктәр генә, мәҫәлән, Киприан Карфагенский һәм Иероним, уны ыңғай яҡтан баһалай. Тик XIX быуатта ғына Көнбайыш христианлығы булдырыуҙа үҙ заманында бик әһәмиәтле латин авторҙарының береһе һәм төп фигура булып Тертулииан билдәләнә. Теологияла уны метафизик аспекттар ғына түгел, практик һәм юридик аспекттары ла ҡыҙыҡһындырыуы- католик сиркәүенең киләсәк быуын остаздары менән яҡынайта. Грек аталарынан айырмалы рәүештә, ул антик философияһы традицияларына бик ҡаршы ҡарай һәм риторик һорау бирә: «Иерусалим менән Афинаның нимәһе уртаҡ булыуы мөмкин?»
Тәржемәләр
- Patrologia Latina, Ed. Migne, 1844 — два тома (I—II, 1336 и 1392 стp.).
- В серии «The Loeb classical library» издан только один том из Тертуллиана (под № 250): «Апология» и «О зрелищах», с приложением «Октавия» Минуция Феликса.
- В серии «Collection Budé» издан только один том: Tertullien. Apologétique. Texte établi et traduit par J.P. Waltzing avec la collaboration de A. Severyns. LXXI, 223 p.
Боронғо рус тәржемәләре:
- Квинта Септимия Флорента Тертуллиана Защищение христиан против язычников. / Пер. еп. Афанасия. М., 1802. 230 стр.
- Творения Тертуллиана… / Пер. с фр. Е. Карнеева. Ч.1-4. СПб, 1847—1850.
- Творения Кв. Септ. Флор. Тертуллиана. / Пер. Н. Щеглова и еп. Василия (Богдашевского). В 3 т. Киев, 1910—1915.
- Ч. 1. Апологетические сочинения Тертуллиана. 1910. 226 стр. (частичное переиздание: Апология. / Пер. Н. Щеглова. // Отцы и учители Церкви III века. Антология. М., 1996. Т.1. С. 317—378.)
- Ч. 2. Догматико-полемические сочинения Тертуллиана. 1912. 311 стр.
- переиздание старых переводов: Тертуллиан. Апология. М., АСТ. 2004. (включает: «О воскресении плоти»; «Против иудеев»; «К язычникам»; «Апология»; «О свидетельстве души»; «К Скапуле»; «О плоти Христа»; «Об отводе дела против еретиков»)
Яңы рус тәржемәләре:
- Апологетик (неполный перевод). // Богословские труды. 1984. № 25.
- О покаянии. / Пер. М. Е. Сергеенко. // Богословские труды. 1985. № 26.
- Тертуллиан, Квинт Септимий Флорент. Избранные сочинения. / Пер. И. Маханькова, Ю. Панасенко, А. Столярова, Н. Шабурова, Э. Юнца. Сост. и общ. ред. А. А. Столярова. М.: Прогресс-Культура, 1994. 448 стр. 10000 экз. (перевод 16 трактатов)
- Тертуллиан, Квинт Септимий Флоренс. О плаще. / Пер. А. Я. Тыжова. Сост., статьи, комм. Ю. С. Довженко. (Серия «Античное христианство». Раздел «Источники»). СПб.: Алетейя, 2000. 224 стр.
- Тертуллиан. Против Праксея. / Пер. группы студентов Российского Православного ун-та под ред. А. Фокина. // Альфа и Омега. М., 2001. № 1-2 (27-28).
- Тертуллиан, Квинт Септимий Флоренс. О душе. / Пер., вступ. ст. и комм. А. Ю. Братухина. Науч. ред. В. С. Дуров. (Серия «Библиотека христианской мысли. Источники»). СПб.: Издательство Олега Абышко, 2004. 256 стр.
- Тертуллиан. Против Маркиона. / Пер. А. Пенькевича. // Христианское чтение. СПб.: 2004. № 23.
- Тертуллиан. Апологетик. К Скапуле. / Пер. А. Ю. Братухина. (Серия «Библиотека христианской мысли. Источники»). СПб.: Издательство Олега Абышко, 2005. 256 стр.
- Тертуллиан, Квинт Септимий Флоренс. Против Маркиона в пяти книгах / Пер. А. Ю. Братухина. — СПб.: Издательство Олега Абышко, Университетская книга, 2010. — 576 стр.
Иҫкәрмәләр
- SNAC (ингл.) — 2010.
- Oxford Classical Dictionary (ингл.) — OUP, 2012. — ISBN 978-0-19-173525-7
- Deutsche Nationalbibliothek Record #118621386 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- Тулы исеме: Quintus Septimius Florens Tertullianus Тертуллиандың үҙендә лә, башҡа авторҙарҙа ла, осрамай, ул тик урта быуат яҙмаларында ғына сағылыш таба. «Тертуллиан» һәм «Септимий Тертуллиан» Тертуллиандың үҙендә осрай (Крещ. 20; Покр. 17) һәм башҡа авторҙарҙа (мәҫ., Лактанций. Дини раҫлауҙар V 1). Исемдең дүрт элементының бәйләнеше раҫ тип һанарға мөмкин, әммә уның сығышы ышаныс тыуҙырмай. Cognomen (ырыу исеменә ҡушылған нәҫел исеме) «Тертуллиан» эпиграфик теркәлгән… (А. Столяров. Тертуллиан. Эпоха. Ғүмер. Ғилем. // Тертуллиан. Һайланма әҫәрәҙәр. М., 1994. С. 13)
- Marina V. Tertullianus . antology.rchgi.spb.ru. — «Тертуллиандың христиан тарихында түгеләрҙән булып ҡулланған аңлатмалары, һуңынан православие дине тәғлимәтенә ныҡлап инеүе ҙур ҡаҙаныш будып тора. Мәҫәлән, уның фекеренсә, Улы Атаһының асылына эйә булып, Атаһы һәм Изге Рух Атаһынан Улы аша килә, Улы һәм Изге Рух тәбиғәте илаһи бер бөтөн, тип өйрәтә. Ул тәүге тапҡыр "Троица"-латин: һүҙен ҡуллана. date=». Дата обращения: 1 апрель 2017.
- Патристика (3 курс). Лекция 7—8. Ранняя апологетика (II — первая половина III века): Запад. Тертуллиан — М. М. Казаков, доктор исторических наук, заведующий кафедрой права. Смоленский государственный университет 2012 йыл 20 ноябрь архивланған.
- «Tertullian… —…, important early Christian theologian…» «…Sometime before 210 Tertullian left the orthodox church to join a new prophetic sectarian movement known as Montanism (founded by the 2nd-century Phrygian prophet Montanus), which had spread from Asia Minor to Africa…» Tertullian (Christian theologian) :: Assessment. (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.
- XIII. Тертуллиан (рус.), Церковно-Научный Центр "Православная Энциклопедия". 1 апрель 2017 тикшерелгән. «Квинт Септимий Флорент Тертуллиан родился около 155 г. в языческой семье. Он получил светское образование и сделался юристом. Обратился в христианство приблизительно в 193 г. в Карфагене. Стал пресвитером. Потом он переехал в Рим, где составил себе обширную юридическую практику. Тертуллиан очень много писал. Около 207 г. он уклонился в монтанизм. Умер Тертуллиан вскоре после 220 г.».
Әҙәбиәт
Тикшеренеүҙәр:
- Попов К. Тертуллиан, его теория христианского знания и основные начала его богословия. Киев, 1880.
- Щеглов Н. Апологетик Тертуллиана. Библиографическое исследование. Киев, 1888. 216 стр.
- Штернов Н. В. Тертуллиан, пресвитер Карфагенский. Очерк учено-литературной деятельности его. Курск, 1889. 414 стр.
- Мазурин К. М. Тертуллиан и его творения. М., 1892. LXV, 356 стр.
- Преображенский П. Ф.. Тертуллиан и Рим. Издательство: Едиториал УРСС, 240 стр. 2004 ISBN 5-354-00911-1
- Альбрехт М. фон. История римской литературы. / Пер. с нем. Т. 3. М., 2005. С. 1663—1690.
- Иоанн Мейендорф. Богословское учение Тертуллиана
- Неретина С. С. Тертуллиан: Афины или Иерусалим?
- Салтыков А., прот. Тертуллиан об искусстве и о церковных художниках своёго времени 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
- Радлов Э.Л. Тертуллиан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- The Tertullian Project — Проект Тертуллиан: биография, исследования, латинские тексты и переводы на европейские языки
- Тертуллиан в библиотеке «Азбука веры»
- SEPTIMIVS FLORENS TERTVLLIANVS
- Tertullianus
Ҡалып:Патристика