Теркәүес

Теркәүес — Һөйләм киҫәктәрен, һөйләмдәрҙе бер-береһенә теркәү өсөн ҡулланылған ярҙамсы һүҙ; һөйләм эсендә һөйләм киҫәктәрен йә ябай һөйләмдәрҙе бер ҡушма һөйләм итеп төҙөүсе ярҙамсы һүҙ төркөмө.

Төҙөлөшө яғынан теркәүестәр ябай һәм ҡушма була.

1. Ябай теркәүестәр: әммә, ләкин, йәғни, шуға, бәлки, тимәк, хатта һәм башҡалар.

2. Ҡушма теркәүестәр: әгәр ҙә, шулай уҡ, шуның өсөн, шуның арҡаһында һәм башҡалар.

Теркәүестәрҙең бүленеше

1. Теҙеү теркәүестәре һөйләм эсендә тиң киҫәктәрҙе, шулай уҡ ҡушма һөйләм эсендәге тиң мәғәнәле һөйләмдәрҙе үҙ-ара теркәп килә. А) йыйыу теркәүестәре, Б)ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре, В) бүлеү теркәүестәре, Г) аныҡлау теркәүестәре

2. Эйәртеү теркәүестәре эш-хәлдең булыуы йәки булмауының сәбәптәрен, шартын, шулай уҡ уларҙың оҡшашлығын һәм һөҙөмтәһен аңлатып, бер-береһенә эйәреп килгән һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе үҙ-ара теркәй.

Иҫкәрмәләр

    Әҙәбиәт

    • Усманова М. Ғ., Абдуллина Ф. Ф. Башҡорт теле. — Өфө, 2000. — ISBN 5-295-02619-1
    • Толомбаев Х. А., Солтанбаева Х. В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. — Өфө, 2008. — ISBN 978-5-295-04288-1

    Һылтанмалар

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.