Теләпән


Теләпән (рус. Телепаново) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 307 кеше[1]. Почта индексы — 452278, ОКАТО коды — 80230836003.

Ауыл
Теләпән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Илеш районы

Координаталар

55°32′11″ с. ш. 54°29′27″ в. д.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 230 836 003

ОКТМО коды

80 630 436 111

Теләпән (Рәсәй)
Теләпән
Теләпән
Теләпән (Башҡортостан Республикаһы)
Теләпән

Тарихы

Йылан улусының Уразай түбәһенә ҡараған һәм Баҙы йылғаһы буйында урынлашҡан Теләпән ауылы 10-сы Башҡорт кантонының 8-се йорто булараҡ теркәлә. Ауылға Теләпән исемле уҙаман нигеҙ һалған (әммә был турала теүәл генә мәғлүмәт юҡ). 1770 йылдағы бер документта уның улы Йылан улусының йөҙ башы Собханғол Теләпәнов атап үтелә. Уның улы Туҡтамыш була, ейәне 1794 йылда тыуған Әбделкәрим. Әбделкәрим аҙаҡ зауряд-хорунжий булып хеҙмәт итә"[2].

1793 йылға тиклем ауылда тик аҫаба башҡорттар ғына йәшәй. 1793 йылда ауыл общинаһы Йылан ырыуы башҡорттарын һәм типтәрҙәрҙе, аҡсалата яһаҡ түләү шарты менән, үҙ ерҙәренә индерә. 1795 йылда 15 ихатала 142 кеше йәшәй, 1816 йылда — 173, 1834 йылда - 236, 1858 йылда 61 ихатала - 403, 1870 йылда 60 ихатала - 411, 1920 йылда 206 ихатала 1008 кеше йәшәй[2].

Йорт старшинаһы зауряд- йөҙ башы Әбделвәлит Миңлеғолов (Айытҡол улы) (1791 йылда тыуған) ошо ауылда йәшәй. Уның улдары: 1814 йылғы Динмөхәмәт, 1816 йылғы Әлимбәт, 1831 йылғы Хәбибулла. 1843 йылда 195 башҡортҡа 480 бот ужым һәм 928 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда мәсет була, Бер уҙаман тирмән тота[2].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар79436143345,554,5
1959 йыл 15 ғинуар41116924241,158,9
1970 йыл 15 ғинуар44819325543,156,9
1979 йыл 17 ғинуар38317520845,754,3
1989 йыл 12 ғинуар32214717545,754,3
2002 йыл 9 октябрь31414616846,553,5
2010 йыл 14 октябрь30714915848,551,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 16 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Этәй): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 123 км

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.