Тағанай (милли парк)

 «Тағанай» Милли паркы — Көньяҡ Уралда Силәбе өлкәһе территорияһында урынлашҡан милли парк.

Тағанай
Нигеҙләү датаһы 5 март 1991
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Дәүләт  Рәсәй
Майҙан 568 км²
Рәсми сайт taganay.org
Панорамный вид
Зимнее изображение
Изображение входа
 Тағанай Викимилектә

Тасуирлама

РСФСР Министрҙар Советының «Тағанай Милли паркын булдырыу тураһында» 130-сы 1991 йылғы 5 март ҡарары менән барлыҡҡа килә.

«Тағанай» Милли паркы территорияһы өс яҡтан тау яҫылығына һәм артабан тигеҙлекле урман далаһына күсеүсе айырым тау төйөнөн тәшкил итеүсе уртаса бейеклектәге Көньяҡ Уралдың тау һырттарының төньяҡ өлөшөн үҙ эсенә ала. Милли парк Силәбе өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә, өлкә үҙәгенән 130 километрҙа урынлашҡан һәм Европа менән Азия сигенә барып тоташа. Административ яҡтан парк биләмәһе ике муниципаль берәмек: Златоуст һәм Ҡуҫа районы ҡала округтары сиктәрендә урынлашҡан. Силәбе — Өфө — Мәскәү йүнәлешендәге автомобиль һәм тимер юлдары аша үткән Златоуст ҡалаһы парктың территориаль үҙәге булып тора.

Парк биләмәһе дәүмәле

«Тағанай» милли паркы көньяҡтан төньяҡҡа табан 52 километрға һуҙылған, ә көнбайыштан көнсығышҡа — 568 км. Парктың дөйөм майҙаны уртаса 10-15 км² (56,8 мең гектар) тәшкил итә.

Парк биләмәһе административ үҙәктәре көньяҡ-көнбайышта Златоуст, көнбайышта — Ҡуҫа, көньяҡ-көнсығышта — Мейәс һәм төньяҡ-көнбайышта — Ҡарабаш булған дүрт муниципаль берәмектәр ҡамалышында урынлашҡан. 

Территория буйынса ике юл үтә: береһе көньяҡтан, Златоуст — Мейәс, икенсеһе — көньяҡ-көнбайыштан, Златоуст — Магнитка — Александровка. Паркта юл-һуҡмаҡ селтәренең тығыҙлығы юғары түгел. Башлыса, был тауҙарҙа һәм тау аралары үҙәндәрендә күп быуын сәйәхәтселәр һалған традицион туристик һуҡмаҡтар. Шуларҙың иң популяры Ҙур Тағанай һыртының көнсығыш битләүе буйлап үтә. Урман әҙерләүселәрҙән мираҫ булып тороп ҡалған урман хужалығы юл селтәрҙәре күпселеген йылдың ҡоро мәлендә һәм ҡыш көндәре генә үтерлек.

Урман фонды ерҙәре структураһы

  • урман  менән ҡапланған майҙан — 52588 га (93 %);
  • һаҙлыҡ — 14 га;
  • йылғалар — 54 га;
  • юл, ҡырҡынты — 608 га;
  • көтөүлектәр, сабынлыҡтар — гектар 509 га;
  • таҡыр ер, үртән, буш урын — 1791 га;
  • усадьбалар — 1268 га.

Айырыуса ҡиммәтле тәбиғәт объекттары

Тәбиғәт ҡомартҡыһын киләһе милли паркы биләмәһендә урынлашҡан[1]:

  • Ицыл тауҙарындағы реликт шыршылыҡ;
  • Өс Туған — таш ҡаялар төркөмө;
  • Шайтан ҡапҡа остоҡтары — Йөрмә тауы түбәһендәге остоҡ ҡаялар;
  • Митька ҡаялары — «Ҡыҙ туғандар» сусағы, Слюдалы таусыҡ һәм Ике башлы сусаҡтың исемһеҙ бер нисә остоғо;
  • Откликной тау ҡырласы;
  • Әхмәт копь;
  • Николае-Максимилиановский күмер соҡорҙары;
  • Оло Ҡыялым йылғаһы;
  • Оло Таҫма йылғаһы

Иҫтәлекле урындар

Милли парк территорияһында бер нисә уникаль географик объект бар[2].

Тау һырттары

  • Оло Тағанай
  • Урта Тағанай
  • Кесе Тағанай
  • Оҙон мороно 
  • Ицыл
  • Нәжми
  • Урал
  • Чернореченский
  • Йөрмә 

Түбәләр (тауҙар)

  • Александровский сусағы (Урал һырты, 843 м)
  • Оло Урал сусағы (урал һырттары, 873 м)
  • Дөйә (Оло Тағанай һырты, 1100 м)
  • Йыраҡ Тағанай (Оло Тағанай һырты, 1146. м.)
  • Ике башлы сусаҡ (Оло Тағанай һырты, 1034 м — көньяҡ түбәһе һәм 1041 м — төньяҡ түбәһе)
  • Евграфовский тауҙары (Нәжми һырты)
  • Ицыл (Ицыл һырты, 1068 м)
  • Түңәрәк Тағанай/Түңәрәк сусаҡ (Оло Тағанай һырты, 1178 м)
  • Монблан (Урта һәм Кесе Тағанай һырттары араһында яҡынса 680 м оҙонлоғондағы ҡырлас, 1025 м)
  • Откликной ҡырласы/Перекликной ҡулы/Откликной (Оло Тағанай һырты, 1155 м)
  • Слюдалы таусыҡ (Оло Тағанай һырты)
  • Һайыҫҡан тауы/Тесьминский тауы (649. м.)
  • Терентьев тауы/Терентьевка (771 м)
  • Урал сусағы (Урал һырты, 873 м)
  • Ҡара ҡая (Нәжми һырты, 853 м)
  • Йөрмә (Йөрмә һырты, 1003 м)

биләндәре  

  • Оло ҡул (Түңәрәк һәм Йыраҡ Тағанай тауҙары араһында). Төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә  «Өс туған» урынлашҡан.
  •  Әкиәттәр үҙәне/Ҡом таусыҡтар (Откликной ҡырласы һәм Түңәрәк Тағанай тауҙары араһында). Әкиәт персонаждарын хәтерләткән бик күп остоҡтар бар.
  • Быяласыҡ

Боронғо тау остоҡтары  

  • Ҡаядромдар Скалодромдар (Ике башлы сауҡалар)
  • Өс туған (Оло Тағанай һырты)
  • Ҡыялым ҡаялары 
  • Шайтан ҡапҡалары (Йөрмә тауы)
  • Митькин ҡаяһы/Бетле таусыҡтар(Оло Тағанай һырты)

Таш йылғалар

  • Оло Таш йылға— авантюриндан[3] торған иң ҙур ҡоромарҙың береһе. Оҙонлоғо 6 км тиклем, киңлеге-700 м тиклем, тәрәнлеге 4-6 м. Оло һәм Урта Тағанай һырттары араһында урынлашҡан.
  • Ҡором йылға — Йыраҡ Тағанай һәм Дөйә тауҙарынан башлап Оло Ҡыялым йылғаһына саҡлы. Кәҫләнмәгән өлөшөнөң оҙонлоғо 1,5 км тиклем, киңлеге 200-1000 метр. Ҡоромдоң бер өлөшө кәҫләнгән, урман баҫҡан.

Һыу сығанаҡтары

Милли парк территорияһында Иҙел-Ҡама (Каспий диңгеҙе бассейны) һәм Обь-Иртыш (Төньяҡ боҙло океандың Кар диңгеҙе бассейны) йылға бассейндары һыу айырғысы араһындағы сик урынлашҡан.

  • Йылғалар. Оло Ҡыялым тйылғаһы Төньяҡ Боҙло океанға ҡоя торған һыуҙар йыя. Каспий диңгеҙенә  Ҡуҫа йылғаһының бик күп ҡушылдыҡтары: 1-се Шумга,2-се Шумға, 3-сө Шумға,Таҫма, Оло һәм Кесе Таҫма, Ҡара, Лубянка, Ташйылға, Губенка йылғасыҡтары һ. б. һыуҙарын йыя.
  • Шишмәләр. Яҙма таш, Полина, Тағанай шишмәһе.
  • Сығанаҡтар. Аҡ шишмә, Шат шишмә, Гөрләүек шишмә.
  • Ҙур мүкле һаҙ.

Атаманың килеп сығышы

Топонимдарҙың килеп сығышын Тағанай оронимы менән бәйләйҙәр. Башҡорт теленән Тағанай «ай аҫлығы» (таған — «аҫлыҡ, өсаяҡ» һәм ай)[3] тип тәржемә ителә.

«Тағанай» һүҙе башҡорт телендә тыуған ай тау — «тыуған айҙың тауы», «йәш ай тауы» тигәнгә барып тоташа, тип иҫәпләй топонимист Г. Е. Корнилов.[4]

Статистик мәғлүмәт

  • Дөйөм майҙаны — 568 км².
  • Көньяҡтан төньяҡҡа оҙонлоғо — 15 км
  • Ҡурсаулыҡ зонаһы  21 %, рекреацион  зона — 59 % тәшкил итә.

Климаты

  • Һыуыҡ булмаған, йылы осор дауамлылығы — 70 көндән 105 көнгә тиклем.
  • Максималь температура — +38 °C, минималь  -50 °C тиклем.
  • Уртаса йыллыҡ яуым төшөм күләме — 500-1000 мм.
  • Тотороҡло ҡар япмаһы булған осор дауамлылығы — 160-190 көн.
  • Уртаса ҡар ҡатламы барлыҡҡа килгән дата — 9 ноябрҙә, ҡарҙың юҡҡа сығыуы — 8 апрель.
  • Һауа дымлылығы — 64 %-тан алып  84 %-ҡа тиклем.
  • Уртаса тупраҡ туңыу тәрәнлеге - 66 см  (38-ҙән 125 см-ға тиклем).
  • Уртаса йылға туңыу датаһы — 6 ноябрь, асылыу ваҡыты — 11 апрель.

Үҫемлек донъяһы

Тағанайҙың үҫемлек донъяһы — бер нисә тәбиғәт зонаһын үҙ эсенә алған күп төҫлө үҙенсәлекле үҙәк. Төньяҡтан һырттар буйлап бында урта тайганың тау шыршы урмандары, көнсығыштан — ҡарағас менән ҡайын ҡатыш көньяҡ-тайга урмандары менән ҡапланған ҡайын-ҡарағай урмандары инә. Һәм шунда уҡ тау далаларын күрергә була, ә бейек тауҙарҙы субальп болондары һәм тау тундраһы биләй. Бында, ҙур булмаған территорияла, үҫемлектәрҙең көнсығыш- һәм үҙәк-европа төрҙәре көнбайыш- һәм үҙәк-себер үҫемлектәренең уникаль күрше булыуын күрәбеҙ.

Тағанай һырттары флора таратыуҙың үҙенсәлекле меридиональ коридоры булып тора тора. Мәҫәлән, арктик урал флораһының а күп төрҙәре ареалы  бейек тауҙар буйлап көньяҡҡа алыҫыраҡ инәләр, ә икенсе яҡтан Көньяҡ Уралдың көнсығыш тау битләүҙәренән төньяҡҡа көньяҡ дала флораһы үтеп инә. Дөйөм алғанда, парк территорияһында бер бөтөнгә ике флористик тел — береһе, һырттың үҙәк өлөшөнән үткәне, төньяҡтан, икенсеһе көньяҡтан  — көнсығыш тау алдынан, ҡушыла.

Галерея

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Таганай, национальный парк/Общая информация 2017 йыл 20 май архивланған., Сайт Минприроды Российской Федерации «Особо охраняемые природные территории Российской Федерации».
  2. Достопримечательности парка 2017 йыл 22 март архивланған., ФГБУ «Национальный парк «Таганай»
  3. ТВОЙ ТАГАНАЙ " Гора молодого месяца 2012 йыл 19 ноябрь архивланған.
  4. https://vk.com/club73607076

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.