Таштуғай төбәге
"Таштуғай тауҙары" йәки "Һултас тауҙары" төбәге (рус. Урочище "Таштугаевские горы" или "Султашкины горы") — тау теҙмәһе һәм далаларҙан торған комплекслы ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003
Таштуғай төбәге | |
---|---|
урыҫ :Урочище "Таштугаевские горы" или "Султашкины горы" | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 12,0 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 19 март 2003 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы |
Урынлашыуы | |
51°58′05″ с. ш. 58°36′05″ в. д. | |
Тасуирламаһы
Хәйбулла районы Әҙел һәм Таштуғай[1] ауылдары араһынан көнсығышҡа табан 3 саҡрым алыҫлыҡта Таналыҡ йылғаһының уң яҡтағы, таулы һәм ҡаялы, яры буйындағы төбәк. Башҡортостандың Урал аръяғының көньяҡ-көнсығыш өлөшөнә инә. Төбәк биләмәһенә ингән тауҙарҙың һәр береһененең үҙ атамаһы бар: Райхан, Төлкөбай, Текә тау, Ҡош ояһы һ.б. Дөйөм майҙаны — 12 га, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 80 гектар тәшкил итә[2]. Ландшафы органоген-ҡырсынташлы тупраҡтағы ташлы һәм ҡыуаҡлы (ҡырлы тубылғы, селек) далаларҙан һәм әрәмәләрҙән тора. Төбәктә һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең күп төрҙәре табылған. Улар араһында иң мөһиме — эндемиктар, йәғни Уралда ғына үҫкән төрҙәр: эфе́дра (эфедра двуколосковая), бәҫле аҡтамыр (пырей инееватый), Коржинский ҡылғаны, Лессинг ҡылғаны, Залесский ҡылғаны, рус сыбар сәскәһе (рябчик русский), шиңмәҫгөл (цмин песчаный, бессмертник), эйелеүсән тюльпан — ләлә сәскәле үҫемлек (тюльпан поникающий), алтай етен үләне (льнянка алтайская). Бында һирәк осрай торған тал төрө — Виноградов талы үҫә[2]. Улар бөтәһе лә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ҡыуаҡлыҡтарҙа Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән бесәнсе ҡомаҡ (пищуха степная) йәшәй[3].
Тәбиғәт ҡомартҡыһы фәнни, экологик һәм рекреацион әһәмиәткә эйә.
Башҡортостан Республикаһы Министрҙар кабинетының 2003 йылдың 16 июнь 146-сы Ҡарары менән былтырғы үлән яндырыу, мал көтөү, таш һәм ҡырсынташ сығарыу, һунар итеү, төҙөлөш эшмәкәрлеге тыйылған.
Иҫкәрмәләр
- элекке исеме «Солтанғужа»,"Һултанғужа" халыҡ телендә «Һултас» Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы мәғлүмәте
- /«Презентация Памятники природы Хайбуллинского района» Тавлыкаев Р. Р.
- Урочище Таштугаевские горы . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
Һылтанмалар
- Таштуғай төбәге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2022)
- Урочище Таштугаевские горы . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).