Ташлы һаҙлығы

Ташлы һаҙлығы (рус. Ташлинское болото) — Дим йылғаһы бассейына ингән төбәк әһәмиәтендәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005).

Ташлы һаҙлығы
урыҫ :Ташлинское болото
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1,5 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты21 июль 2005 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБашҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 
Урынлашыуы
54°10′31″ с. ш. 54°41′11″ в. д.
Рәсәй
Точка
Ташлы һаҙлығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ташлы һаҙлығы

Тасуирламаһы

Урман-дала зонаһы өсөн һирәк осраған бореаль төрҙәре булған үҫемлек бергәлектәре булған торфлы уйһыу һаҙлыҡ.

Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы Ташлы ауылынан көнбайышҡа табан 0,6 саҡрым алыҫлыҡта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ята. Урман-дала зонаһына инә. Көнсығышҡа табан ауышҡан торфлы уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1,5 гектар тәшкил итә. Төп туйындыруысы сығанаҡ булып ер аҫты һыуҙары тора. Һаҙлыҡтың төньяҡ сиге буйлап Дим бассейнына ингән Һарған йылғаһы аға[1].

Үҫемлектәр донъяһы

Күрән, мүк, ҡамыш, таллыҡ һәм ереклек төркөмдәре комплексынан тора. Урман-дала зонаһы өсөн һирәк осраған: бүлбеле тәбәнәкәшәлсә, һаҙ баҙыҡайы, һаҙ һарыгүҙе, боронғо дәүерҙән һаҡланып ҡалған (реликт) — тутыҡ схенустар үҫә. Был үҫемлектәр Башҡортостан Республикаһының  Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Һаҙлыҡ төбәге тәбиғәтте һаҡлау һәм фәнни әһәмиәткә эйә булып тора[1][2].

Иҫкәрмәләр


Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.