Тамъян (Татарстан)
Тамъян[2] (татар. Тәмьян, рус. Тамьян) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
Тамъян | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Нижнетабынское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423977 |
География
Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
Ауылға тамъян ырыуы башҡорттары нигеҙ һала[4]. Ауыл Ирәкте улусының Абдулбин түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Ирәкте административ-территориаль улусы составына керә[5].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, икмәк магазины теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].
Халҡы
1795 йылда ауылда 11 башҡорт; 1859 йылда — 221 башҡорт; 1912 йылда — 22 дәүләт крәҫтиәне (башҡорттарҙан) һәм 392 керҙәш башҡорт иҫәпләнгән[5].
1859 | 1870 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
221 | 275 | 397 | 388 | 257 | 284 | 213 | 166 | 211 | 152 | 100 | 101 | 89 |
Иҫкәрмәләр
- ОКТМО (урыҫ)
- Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 395. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- Татарская энциклопедия.
- История башкирских родов. Тамъян. Том 32. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 188-189, 193. — 728 с. — ISBN 978-5-295-070558-7.
- Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 550-551. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.