Сәғәт бүлкәте

Сәғәт бүлкәтенең ике төп төшөнсәһе бар:

  • Географик сәғәт бүлкәте — Ер шары өҫтөндәге 15°-лы шартлы һыҙат (урта меридианға ± 7,5°). Нолле сәғәт бүлкәтенең уртаҡ меридианы булып Гринвич меридианы һанала.
  • Административ сәғәт бүлкәте (Рәсәйҙә, 1919 йылдан 2011 йылға тиклем был төшөнсә сәғәт зонаһы төшөнсәһенә тура килмәгән[1], сөнки айырым территорияларҙа күрше сәғәт бүлкәттәре ваҡытын ҡулланыу рөхсәт ителгән[2]) — ҡайһы бер ҡанундарға ярашлы, билдәле бер рәсми ваҡыт булдырылған ер ѳҫтѳ участкаһы. Ҡағиҙә булараҡ, административ сәғәт бүлкәте төшөнсәһенә тағы ла календар датаһы инә — был ваҡытта UTC−10:00 һәм UTC+14:00 бүлкәттәре, уларҙа бер үк тәүлек сәғәте булыуға ҡарамаҫтан, төрлө тип һанала.

Сәғәт бүлкәттәренең формалашыуы бер яҡтан Ерҙең үҙ күсәрендә әйләнеүенә, ә икенсе яҡтан яҡынса тигеҙ булған төбәк ваҡыты (уларҙың айырмалары бер сәғәткә бүленә) менән территорияларҙы (ваҡыт зоналары) билдәләүгә бәйле. Һөҙөмтәлә 24 административ сәғәт бүлкәте һәм улар әҙме-күпме булһа ла географик сәғәт бүлкәттәренә яҡын булырға тейеш тигән ҡарарға килгәндәр. Гринвич меридианы, нолле сәғәт меридианы, урта меридиан (UTC±00:00) иҫәпләү нөктәһе тип ҡабул ителгән.

Хәҙер ваҡыт Гринвич ваҡыты (GMT) урынына индерелгән Бөтә донъя координациялы ваҡыт (UTC) менән урынлаштырыла. UTC шкалаһы халыҡ-ара атом ваҡытының (TAI) тигеҙ үлсәмле шкалаһында нигеҙләнә һәм ҡулланыуға уңайлыраҡ булып тора. Сәғәт бүлкәттәре UTC-тан ыңғай (нолле меридиандандан көнсығышҡа) һәм кире (нолле меридиандан көнбайышҡа) яҡтарға үҙгәрә ала. UTC буйынса ваҡыт ҡышҡы һәм йәйге ваҡытҡа бер ваҡытта ла күсерелмәй.

Сәғәт бүлкәттәре

Бүлеү сиктәре принциптары

Бөтә сәғәт бүлкәттәре Бөтә донъя координациялы ваҡытҡа (UTC) бәйләнгән һәм 24 сәғәт бүлкәтенә шартлы бүленгән. Бер бүлкәттән икенсе бүлкәткә күскән ваҡытта, минут һәм секунд мәғәнәләре үҙгәрмәй тик сәғәт кенә алыштырыла. Ҡайһы бер дәүләттәрҙә төбәк ваҡыты бер нисә тулы сәғәткә генә түгел, ә тағы ла 30 йәки 45 минутҡа үҙгәрә.

Ер шарының 24 сәғәт бүлкәте теорияла һәр бүлкәттең урта меридиандан 7°30'-ҡа көнсығышҡа һәм көнбайышҡа үткән меридиандар менән сикләнергә тейеш. Гринвич меридианы тирәһендә бөтә донъя ваҡыты урынлашҡан. Ләкин ғәмәлдә, бер үк административ йәки тәбиғи берәмектә берҙәм ваҡыт һаҡлар өсөн ҡайһы бер урындарҙа бүлкәт сиктәре меридиандан күскән йәки юғалған[3].

Көньяҡ һәм төньяҡ полюстарҙа меридиандар бер урында ҡушыла, һәм шунлыҡтан бында сәғәт бүлкәте төшөнсәһенең мәғәнәһе юғала. Полюстарҙа бөтә донъя ваҡыты булырға тейеш тип һанала, әммә, мәҫәлән Антарктидалағы Амундсен-Скотт станцияһында Яңы Зеландияның ваҡыты ҡабул ителгән.

Йәйге ваҡыт

      Йәйге ваҡытҡа күсеү ҡабул ителгән төбәктәр       Йәйге ваҡытҡа күсеү ғәмәлдән сыҡҡан төбәктәр       Йәйге ваҡытҡа күсеү бер ваҡытта ла булмаған төбәктәр

Йәйге ваҡытҡа күсеү ҡулланылыуы өҫтәмә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра. Йәйге ваҡытҡа күскән саҡта бөтә донъя ваҡыты менән сағыштырмаса үҙенең бүлкәтенең ваҡыты үҙгәрә. Йәйге ваҡытҡа күсеү бөтә төбәктәрҙә лә бер үк ваҡытта тормошҡа ашырылмай. Мәҫәлән, көньяҡ ярымшарҙағы илдәрҙә йәй булғанда, төньяҡ ярымшарҙа ҡыш була, һәм киреһенсә.

Декрет ваҡыты

Декрет ваҡыты — «бүлкәт ваҡыты плюс бер сәғәт» ҡулланылған ваҡыт.

Төрлө илдәрҙә бүлкәт ваҡыты

Рәсәйҙең сәғәт зоналары. Географик сәғәт бүлкәттәре менән ваҡыт айырмаһы

Ҡайһы бер илдәр бер нисә сәғәт бүлкәттәрендә урынлашҡан:

Башҡа дәүләттәр бер үк сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. Ҡытайҙа биш географик сәғәт бүлкәте булыуға ҡарамаҫтан, уның бөтә территорияһында ла берҙәм Ҡытай стандарт ваҡыты йөрөй.

Ике сәғәт бүлкәтенән күберәк ике административ-территориаль берәмек бар — Рәсәйҙәге Саха (Яҡутстан) Республикаһы һәм Канадалағы Нунавут территориһы, улар өсөшәр сәғәт бүлкәтенә бүленгән.

АҠШта һәм Канадала сәғәт бүлкәттәренең сиктәре йыш ҡына боролмалы формала була, һәм йыш ҡына штаттарҙы, провинцияларҙы йәки территорияларҙы бүлә, сөнки уларҙа территорияларҙың теләһә ниндәй бүлкәткә ҡарауы икенсе түбәндәге административ-территориаль берәмектә ҡабул ителә (графлыҡтар йәки округтар).

ДәүләтСәғәт бүлкәттәренең һаныUTC-ҡа иң яҡыныUTC-тан иң алыҫыЙәйге ваҡытҡа күсеү
Австралия Австралия7 , йәйен 8UTC+6:30UTC+11:30Күп өлөшөндә ҡулланыла
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ6UTC-5UTC-10Күп өлөшөндә ҡулланыла
Бөйөк Британия Бөйөк Британия8UTC+6UTC−8Ҡулланыла
Бразилия Бразилия3UTC−4UTC−2Күп өлөшөндә ғәмәлдән сыҡҡан
Гренландия (административная единица) Гренландия4, йәйен 3UTC+0UTC-4Күп өлөшөндә ҡулланыла
Дания Дания5UTC+1UTC-4Ҡулланыла
Индонезия Индонезия3UTC+7UTC+9Бер ваҡытта ла булмаған
Испания Испания2UTC+1UTCҠулланыла
Канада Канада6UTC−3:30UTC−8Күп өлөшөндә ҡулланыла
Кирибати Кирибати3UTC+12UTC+14Бер ваҡытта ла булмаған
Конго Демократик Республикаһы Конго ДР2UTC+1UTC+2Бер ваҡытта ла булмаған
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан2UTC+5UTC+6Ғәмәлдән сыҡҡан
Мексика Мексика3UTC−6UTC−8Күп өлөшөндә ҡулланыла
Микронезия Федератив Штаттары Микронезия2UTC+10UTC+11Бер ваҡытта ла булмаған
Монголия Монголия2UTC+7UTC+8Ғәмәлдән сыҡҡан
Нидерланд Нидерланд2UTC+1UTC-4Ҡулланыла
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы11UTC+2UTC+12Ғәмәлдән сыҡҡан
Португалия Португалия2UTCUTC-1Ҡулланыла
Франция Франция12UTC+12UTC-10Ҡулланыла
Чили Чили2UTC-4UTC-6Ҡулланыла
Эквадор Эквадор2UTC-5UTC-6Ғәмәлдән сыҡҡан
Яңы Зеландия Яңы Зеландия2UTC+12UTC+12:45Ҡулланыла

Сәғәт бүлкәттәренең исемлеге

Ҡояш ваҡыты
Самоа Самоа18:44
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Гавайҙар19:44
Гамбия Гамбия20:44
Питкэрн Утрауҙары Питкэрн Утрауҙары21:44
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Аризона22:44
Гватемала Гватемала23:44
Ямайка Ямайка00:44
Сент-Люсия Сент-Люсия01:44
Бразилия Бразилия02:44
Көньяҡ Георгия утрауы03:44
Кабо-Верде Кабо-Верде04:14
Буркина-Фасо Буркина-Фасо05:44
Конго Республикаһы Конго Республикаһы06:44
Бурунди Бурунди07:44
Джибути Джибути08:44
Маврикий Маврикий09:44
Башҡортостан Башҡортостан10:44
Бангладеш Бангладеш11:14
Лаос Лаос12:44
Филиппин Филиппин13:44
Палау Палау14:44
Папуа — Яңы Гвинея Папуа — Яңы Гвинея15:44
Вануату Вануату16:44
Тувалу Тувалу17:44

05:44(UTC)

Йәйәләр эсендә ваҡыт зоналарының аббревиациялары күрһәтелгән.

Рәсәй һәм СССР

Дата алышыныу барышы

1884 йылда уҙған Халыҡ-ара меридианаль конференцияһында Рәсәй империяһының вәкиле булған астроном Отто Васильевич Струве үҙенең отчетында сәғәт бүлкәттәренә бүленеү проектына кире баһалама биргән. Рәсәй империяһының хөкүмәте халыҡ-ара системаға ҡушылмаған, һәм Рәсәйҙә Октябрь революцияһына тиклем сәғәт бүлкәттәре булмаған.

1919 йылда РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы илде 11 сәғәт бүлкәттәренә бүлгән[2], Европа өлөшөндә һәм Көнбайыш Себерҙә уларҙың сиктәре йылғалар һәм тимер юлдар менән билдәләнгән. Ғәмәлдә РСФСР һәм ССРБ территорияларында сәғәт бүлкәттәре системаһы 1924 йылда ҡабул ителгән[7]. 1956, 1980 һәм 1992 йылдарҙа төбәк топографияһын һәм административ сиктәрен иғтибарға алып сәғәт бүлкәттәре сиктәре яңынан үҙгәртелә[8][9][10]. 2010 йылдың 28 мартында Рәсәй Федерацияһының 5 субъектының төбәк ваҡытын күрше көнбайыштараҡ урынлашҡан сәғәт бүлкәтенә күсерелә[10].

2011 йылда «Ваҡыт билдәләү тураһындағы» («Об исчислении времени») ҡанунына ярашлы сәғәт бүлкәте төшөнсәһенә тура килмәгән сәғәт зонаһы исемле төшөнсә индерелгән. 2011 йылдың 31 авгусында Рәсәй Хөкүмәте ҡабул иткән ҡарарға ярашлы илдә 9 сәғәт зонаһы урынлаштырыла[11].

2014 йылдың 1 июлендә был ҡарарға үҙгәртеүҙәр индерелгән, уларға ярашлы сәғәт зоналары составы үҙгәрә һәм гел ҡышҡы ваҡыт ҡабул ителә. 2014 йылдың 26 октяберендә Рәсәйҙә һуңғы тапҡыр сәғәттең телдәрен бер сәғәткә артҡа шылдыралар.

Асыҡ диңгеҙҙә сәғәт бүлкәттәре

1920 йылға ҡарата асыҡ диңгеҙҙәге бөтә караптарҙа ла дөрөҫ (астрономик) төбәк ваҡыты ҡулланылған. Асыҡ диңгеҙҙә ваҡытты һаҡлау буйынса инглиз-француз конференцияһында бөтә караптарға ла сәғәт бүлкәттәре ваҡытын тотоу тәҡдим ителгән. Капитанға сәғәт бүлкәттәре сиктәрен үткән саҡта карап сәғәтен үҙ ҡарары менән күсерергә рөхсәт ителгән. Был ҡағиҙәләр һәм ваҡыт бүлкәттәре 1920 һәм 1925 йылдар араһында күпселек флотилиялар менән ҡабул ителгән.

Зулу системаһы

1950-се йылдарҙа ваҡыт зонаһына таусирламаһына бер хәрефле суффикс өҫтәлгән — нолле бүлкәткә Z, көнсығыш бүлкәттәргә A-M (I хәрефенән башҡа) һәм көнбайыш бүлкәттәргә — N-Y. I хәрефе (башҡа сығанаҡтарҙа J хәрефе күрһәтелгән) диңгеҙҙә ҡулланылмаған төбәк ваҡыты файҙаланыла. Суффикстарҙы фонетик алфавит менән уҡыуы мөмкин, мәҫәлән Z хәрефе— Зулу (Гринвич буйынса ваҡыт). Ошонан «зулу ваҡыты» йәки «зулу буйынса ваҡыт» термины барлыҡҡа килә.

GMT, DST, Зулу һәм гражданлы сәғәт бүлкәттәре яраҡлыштырыу системаһы

Европаның сәғәт бүлкәттәре:
зәңгәрКөнбайыш Европа сәғәте (WET) (UTC+0)
күкКөнбайыш Европа сәғәте (WET) (UTC+0)
Көнбайыш Европаның йәйге сәғәте (UTC+1)
ҡыҙылҮҙәк Европа сәғәте (CET) (UTC+1)
Үҙәк Европаның йәйге сәғәте (UTC+2)
һарыКалининград сәғәте (FET) (UTC+2)
хакиКөнсығыш Европа сәғәте (EET) (UTC+2)
Көнсығыш Европаның йәйге сәғәте (UTC+3)
йәшелМинск сәғәте, Мәскәү сәғәте (MSK) (UTC+3)
Асыҡ төҫтәр менән йәйге ваҡытҡа күсеү булмаған илдәр күрһәтелгән: Алжир, Белоруссия, Исландия, Рәсәй, Тунис.
GMTDSTЗулуФонетикCTZ
+0:00+0:00zЗулу (Zulu)UTC
+0:00+1:00--GMT, WET
-1:00+0:00aАльфа (Alpha)WAT
-2:00-1:00bБраво (Bravo)AT
-3:00-2:00cЧарли (Charlie)-
-4:00-3:00dДельта (Delta)AST
-5:00-4:00eЭхо (Echo)EST
-6:00-5:00fФокстрот (Foxtrot)CST
-7:00-6:00gГольф (Golf)MST
-8:00-7:00hХотел (Hotel)PST
-9:00-8:00jДжулетт (Juliet)YST
-10:00-9:00kКило (Kilo)AHST, CAT, HST, EAST
-11:00-10:00lЛима (Lima)NT
-12:00-11:00mМайк (Mike)IDLW
+1:00+2:00nНовембер (November)CET, FWT, MET, MEWT, SWT
+2:00+3:00oОскар (Oscar)EET
+3:00+4:00pПапа (Papa)BT
+4:00+5:00qКвебек (Quebec)ZP4
+5:00+6:00rРомео (Romeo)ZP5
+6:00+7:00sСьерра (Sierra)ZP6
+7:00+8:00tТанго (Tango)WAST
+8:00+9:00uЮниформ (Uniform)CCT
+9:00+10:00vВиктор (Victor)JST
+10:00+11:00wВиски (Whiskey)GST
+11:00+12:00xИкс-рэй (X-ray)-
+12:00+13:00yЯнки (Yankee)IDLE, NZST, NZT

Иҫкәрмәләр

  1. Федеральный закон Российской Федерации от 3 июня 2011 г. № 107-ФЗ «Об исчислении времени».
  2. Постановление от 8 февраля 1919 года — «О введении счёта времени по международной системе часовых поясов».
  3. Мәҫәлән, Рәсәйҙә 2011 йылдың 27 мартынан 2014 йылдың 25 октябренә тиклем UTC+5 (MSK+1) сәғәт бүлкәте булмаған.
  4. Федеральный закон от 21.07.2014 N 248-ФЗ «О внесении изменений в Федеральный закон „Об исчислении времени“» (21 июля 2014 г.)
  5. World Time Zone Map by Sections and current time- WTZ Section 20 — 12 hour format.
  6. Гренландия — Travel.Ru: Страны — Гренландия: погода, визы, карты, гостиницы, туры, отзывы.
  7. Постановление СНК СССР от 15 марта 1924 года «О введении счёта времени по международной системе часовых поясов»
  8. Решение Междуведомственной комиссии единой службы времени при Комитете стандартов, мер и измерительных приборов при Совете Министров СССР от 28 мая 1956 года «Об установлении новых границ часовых поясов на территории СССР».
  9. Постановление Совмина СССР от 24.10.1980 № 925 О порядке исчисления времени на территории СССР.
  10. RELP. Постановление Правительства РФ от 8 января 1992 г. № 23 «О порядке исчисления времени на территории Российской Федерации»
  11. Постановление от 31 августа 2011 г. № 725 «О составе территорий, образующих каждую часовую зону, и порядке исчисления времени в часовых зонах, а также о признании утратившими силу отдельных постановлений Правительства Российской Федерации»

Әҙәбиәт

  • Куликов К. А. Курс сферической астрономии. М., 1969.
  • Benjamin Quénelle. La Russie supprime deux fuseaux horaires pour rapprocher l'Extrême-Orient de la capitale. 2010. (фр.)
  • Books Llc. Time Zones: Time Zone, Greenwich Mean Time, Prime Meridian, Western European Summer Time, List of Tz Database Time Zones. — General Books LLC, 2010. — 482 с. — ISBN 9781157506935.
  • Bowditch, Nathaniel. American Practical Navigator. Washington: Government Printing Office, 1925, 1939, 1975. (инг.)
  • Graham Dolan. Time Zone. — Pearson Education Australia, 2001. — 31 с. — ISBN 9780731232833.
  • Hill, John C., Thomas F. Utegaard, Gerard Riordan. Dutton's Navigation and Piloting. Annapolis: United States Naval Institute, 1958. (инг.)
  • Howse, Derek. Greenwich Time and the Discovery of the Longitude. Oxford: Oxford University Press, 1980. ISBN 0-19-215948-8. (инг.)
  • Friedrich Karl Ginzel: Handbuch der mathematischen und technischen Chronologie. 3 Bände, Hinrichs, Leipzig 1906–1914. (Bis heute das deutschsprachige Standardwerk schlechthin, aus der Zeit der internationalen Einführung des Zeitzonensystems) (нем.)
  • Robert Weber (Institut für Theoretische Geodäsie der TU Wien): Zeitsysteme. In: Hermann Mucke (Hrsg.): Moderne astronomische Phänomenologie. 20. Sternfreunde-Seminar, 1992/93, und 21. Seminar 1994, Planetarium der Stadt Wien und Österreichischer Astronomischer Verein, Wien 1992, S. 33–54 (Übersichtliches Skriptum zu den Formeln der Zeitberechnung, ausführlicher stellen das die Standardwerke von Jean Meeus dar). (нем.)
  • P. K. Seidelmann, B. Guinot, L. E. Dogget: Time. Chapter 2. In: P. K. Seidelmann, U. S. Naval Observatory (Hrsg.): Explanatory Supplement to the Astronomical Almanac. University Science Books, Mill Valley, CA 1992, S. 39 (Standardwerk der astronomischen Zeitmessung). (нем.)
  • Poulle, Yvonne. "La France à l'heure allemande". Bibliothèque de l'école des chartes 157 (2): 493–502. doi:10.3406/bec.1999.450989. (фр.)
  • The Astronomical Almanac 1983, US Government Printing Office (Washington) and Her Majesty's Stationery Office (London), page B4. (инг.)

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.