Сәмәкәй (Туҡай районы)

Сәмәкәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Сәмәкәй ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл
Сәмәкәй
татар. Сәмәкәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Туҡай

Ауыл биләмәһе

Сәмәкәй

Координаталар

55°39′ с. ш. 52°48′ в. д.

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1735 йыл

Халҡы

326 человек (2008)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423881 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 578 650 01 

Код ОКТМО

92 657 465 101

Сәмәкәй (Рәсәй)
Сәмәкәй
Сәмәкәй
Сәмәкәй (Туҡай районы) (Татарстан)
Сәмәкәй

Географик урыны

Ауыл Урғуҙа йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығышҡа табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарихы

Сәмәкәй — ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1735 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә (Ҫарайлы-Мең улусына) ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй улусы составына керә.

1896 йылда 3 бакалея кибете, 2 хужалыҡ магазины, ХХ быуат башында мәсет, мәктәп теркәлгән[1].

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны, 1930 йылдан — Саллы районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Минзәлә районы, 1976 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].

Халҡы

1816 йылда ауылда ир енесле 111 йән башҡорт һәм 6 йән типтәр; 1834 йылда — 363 башҡорт һәм 10 типтәр; 1848 йылда — 418 башҡорт; 1870 йылда — 799 башҡорт йәшәй[2][3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018971920192619381949195819701979198920022008
306799113314621182833557504558396300320326

Инфраструктура

Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Игенселек үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. Татарская энциклопедия.
  2. История башкирских родов. Минг. Том 17. Ч. 1 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2016. — С. 102—103. — 488 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  3. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 214—218. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.