Сүрә
Сүрә (ғәр. سورة) — Ҡөрьәндең бер бүлеге. Ҡөрьән барлығы 114 сүрәнән тора. Туғыҙынсы — Әт-Тәүбә — сүрәһенән башҡа барлыҡ сүрәләр ҙә мосолмандар ҡулланған термин Бисмиллаһ менән башлана: «Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!» (ғәр. بِسۡمِ ٱللهِ ٱلرَّحۡمَـٰنِ ٱلرَّحِيمِ — Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ Исеме менән).
Сүрә | |
Һаны | 114 |
---|---|
Сүрә Викимилектә |
Сүрәләрҙә аяттар һаны һәм графигы
Ҡөрьәндә сүрәнең үҙ аллы мәғәнәгә эйә булған иң бәләкәй ритмик өлөшө — аят (ғәр. آية — билдә, мөғжизә)— кәрәмәт мәғәнәһендә. Сүрәләрҙә аяттар һаны 3-тән (Әл-Ғаср, Әл-Кәүҫәр, ән-Наср) 286-ға тиклем етә (Әл-Бәҡара сүрәһе). Әл-Бәҡара сүрәһенән башлап сүрәләр яҡынса аяттар кәмей барыу тәртибендә бирелә [1].
Этимологияһы
Совет төркиәтсеһе Ғабдулхай Хурам улы Әхәтов «сүрә» һүҙе бер генә түгел, ә полифоник мәғәнә бирә тигән һығымтаға килә, йәғни «сүрә» — Ҡөрьәндең бүлеге, ул текстарҙы бүлеү менән генә сикләнмәй, ә күберәк дәрәжәлә «архитектура» барлыҡҡа килтерә, динлеләр аяттарҙы уҡығанда үҙенә башҡа эске рухи энергия алыуына булышлыҡ итә[2].
Хронологик тәртибе
Сүрәләр иңгән еренә бәйле мәккә һәм мәҙинә сүрәләре тип бүленә.
Мәккә сүрәләре
Мәккә сүрәләре — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәккәлә йәшәгән осоронда иңгән сүрәләр. Был ҡалала 610 йылдан 622 йылға тиклем барлығы 86 сүрә иңгән: 96, 68, 73, 74, 1, 111, 81, 87, 92, 89, 93, 94, 103, 100, 108, 102, 107, 109, 105, 113, 114, 112, 53, 80, 97, 91, 85, 95, 106, 101, 75, 104, 77, 50, 90, 86, 54, 38, 7, 72, 36, 25, 35, 19, 20, 56, 26, 27, 28, 17, 10, 11, 12, 15, 6, 37, 31, 34, 39, 40, 41, 42, 43, 44, 45, 46, 51, 88, 18, 16, 71, 14, 21, 23, 32, 52, 67, 69, 70, 78, 79, 82, 84, 30, 29, 83
Мәҙинә сүрәләре
Мәҙинә сүрәләре — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәҙинәгә һижрәт ҡылғас иңгән Ҡөрьән сүрәләре (622—632 йылдар). Был осорҙағы сүрәләрҙә дини, гражданлыҡ һәм енәйәт эштәре буйынса бик күп күрһәтмәләр бар. Барлығы шундай 28 сүрә: 2, 8, 3, 33, 60, 4, 99, 57, 47, 13, 55, 76, 65, 98, 59, 24, 22, 63, 58, 49, 66, 64, 61, 62, 48, 5, 9, 110.
Сүрәләр
|
|
Иҫкәрмәләр
- Welch, Paret, Pearson, 1986, цитата: After the Fātiḥa , the sūras are arranged roughly in order of descending length, beginning with “The Cow” (II)...
- Лингвистическое исследование Корана []
Һылтанмалар
- Ҡөрьән Академияһы(недоступная ссылка)